Күрһәтер ҡаҙаныштарыбыҙ бар
23 ноября 2017 йыл | Ауыл хужалығы

Күрһәтер ҡаҙаныштарыбыҙ бар
Күрһәтер ҡаҙаныштарыбыҙ бар
Күрһәтер ҡаҙаныштарыбыҙ барКөҙгө уңыш йыйып алынғас, йылдың-йылы Ауыл хужалығы эшсәндәре көнөн билдәләү матур бер йолаға әүерелде. Бы-йыл был байрам 23 ноябрҙә билдәләнәсәк. Ошо уңайҙан район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Рөстәм  АҠБАШЕВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
-Рөстәм Рәшит улы, һеҙ был вазифала күптән түгел генә эш башланығыҙ. Шулай ҙа яҙғы сәсеү эштәре һеҙҙең ҡарамаҡта булды. Был хаҡта ни әйтерһегеҙ?
- Быйылғы яҙғы сәсеү ҡатмарлы шарттарҙа барҙы һәм ул ғәҙәттәгенән ике аҙна самаһына һуңланы. Яҙ ҙа, йәй ҙә ҡатмарлы һауа шарттарында килде. Был инде игенселәр өсөн икеләтә ауырлыҡ алып килде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, район игенселәре һынатманы, бөртөклөләрҙең һәр гектарынан 25,4 центнер уңыш үҫтереп алыуға өлгәшелде. Был уртаса республика күрһәткесенән байтаҡҡа юғары һәм шуға ла район механизаторҙарына, етекселәренә ҙур рәхмәтлемен. Дөрөҫ, ерҙе ашламай тороп юғары уңышҡа өмөт итеп булмай. Был йәһәттән районда эш һәйбәт ойошторолған.
- Икмәк - барыһына ла баш, тиҙәр. Игенселек тармағы хаҡында анығыраҡ әйтеп үтһәгеҙ ине.
- Районда иген культуралары 17693 гектар майҙанды биләне. Алда әйтеп үтеүемсә, һауа шарттары теләгән уңыш алырға форсат бирмәне. Сәсеү структураһына килгәндә инде, районда арпа үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Сөнки был культуранан йылдың-йылы мул уңыш үҫтереп алырға мөмкин. Быйыл сәсеүлектәрҙең 5800 гектарын арпа биләүе һис тә осраҡлы күренеш түгел. Яҙғы бойҙай - 3300, ужым культуралары 5100 гектар майҙанды биләне. Бынан тыш "Восход-СТ”, "Урожай” һәм "Г.М.Тахтаров” хужалыҡтары 532 гектар майҙанда борсаҡ үҫтерҙе. Һуңғы йылдарҙа борсаҡ үҫтереү ҙә онотола төшкәйне бит. "Восход-СТ” хужалығы иһә
район игенселәре өсөн ят булған әсе борсаҡ (люпин) һәм нут үҫтереп алды. Был яңы башланғысҡа башҡа хужалыҡтар ҙа эйәрер тип ышанғы килә. "Урожай” һәм "Г.М.Тахтаров” хужалыҡтарының игене өсөн кукуруз үҫтереүҙәре лә маҡтауға лайыҡ. Беҙҙә бит кукурузды башлыса силос өсөн үҫтерәләр ине. Малсылыҡ менән шөғөлләнеүсе хужалыҡтар өсөн куркурузды силос өсөн үҫтереүҙең алыштырғыһы юҡ. Силос бар икән, һөт тә була, тигән һүҙ.
- Һуңғы бер нисә йылда район республикала шәкәр сөгөлдөрө үҫтереп алыу бу-йынса дан ҡаҙанды. Ошо хаҡта ла бер нисә һүҙ әйтеп уҙһағыҙ ине.
- Эйе, район хужалыҡтары шәкәр сөгөлдөрө үҫтереп алыу буйынса ҙур уңыш ҡаҙанды һәм ҡаҙана. Былтыр шәкәр заводтарына 100 мең тоннанан ашыу сеймал тапшырып, район рекордын ҡуйған инек. Быйыл иһә был нисбәтте байтаҡҡа уҙып киттек. Шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү майҙаны былтырғыға ҡарағанда 880 гектарға артты. Быйыл 3742 гектар майҙанда "татлы тамыр” үҫтерелде. "Восход-СТ” хужалығы үҙе генә лә 1 мең гектарҙан ашыу шәкәр сөгөлдөрө үҫтерҙе. Быйыл тәү башлап "Р.Рәжәпов”, "П.Садаев” кеүек шәхси эшҡыуарҙарҙың "шәкәр тәмен белеүҙәре” дөйөм көскә иш янына ҡуш булды. Улар ҙа киләсәктә "Сатурн”, "Восход-СТ”, Ленин исемендәге хужалыҡтар кеүек алдынғы сөгөлдөр үҫтереүсе булырҙар тип ышанғы килә. Быйыл шәкәр заводтарына 125 мең тоннанан ашыу (был эш әле лә дауам итә) сеймал тапшырылған. Район буйынса уртаса гектар ҡеүәте 360 центнер (былтыр 357 центнер) тәшкил итә. Был республикала иң юғары күрһәткес.  
- Мал аҙығы әҙерләү һәм малсылыҡ хаҡында ни әйтерһегеҙ?
- Малсылыҡ тармағында маҡтанырлыҡ ҙур ҡаҙаныштар юҡ. Шулай ҙа был тармаҡ районда үҫеш кисерә тип әйтер инем. Ауыл хужалығы продукцияһы етештереү менән шөғөлләнеүсе предприятиелар араһында "Урожай”, "Агролэнд” һәм "Ленин исемендәге”-"Р.В.Мөьминов” хужалыҡтары ғына һөтсөлөк менән шөғөлләнә. Дөрөҫ, ра-йон буйынса алғанда дөйөм мал һаны һаҡланып ҡалды. Был башлыса шәхси хужалыҡтар иҫәбенә тура килә. Әле районда 20 мең 500 баш һыйыр малы иҫәпләнә. Шуның 7 мең 700 башы - һауын һыйырҙары. Бынан тыш 17 мең 500 баш һарыҡ-кәзә аҫрала. "Агролэнд”, "Восход-СТ”, "Солнышко” кеүек хужалыҡтар һарыҡ үрсетә. Быйыл малсылыҡ тармағында йыл аҙағына тик-лем һәр һыйырҙан 3900 килограмм һөт һауып алырға иҫәп тотабыҙ. Былтыр был күрһәткес 3720 килограмм ине.  Тулайым һөт һауып алыу 29 мең тонна булыр тип көтөлә. Районда йылҡы һаны әллә ни күп түгел һәм былтырғынан байтаҡҡа кәмене. Әле 3 мең баш самаһы йылҡы малы иҫәпләнә. Ҡымыҙ етештереү менән башлыса Яңы Бурлы һәм Имәндәш ауылдарында шөғөлләнәләр. Киләсәктә Юлыҡ, Ҡауарҙы, Сәйетбаба, Йөҙимән кеүек күпләп йылҡы малы аҫраған ауылдарҙа ла был шөғөлгә тотонорҙар тип ышанғы килә. Был районға туристарҙы йәлеп итеүгә лә бер этәргес бирер ине. Малсылыҡ тармағына яңы тотонған Рауил Ғафаров, Руслан Рәжәпов кеүек фермерҙарҙың да уңыштары бар. Икеһе лә һауып алынған һөттө шешәләргә тултырып һатыуға сығара. "Солнышко" крәҫтиән хужалығы етәксеһе Москов Алиян да малсылыҡ менән ныҡлы шөғөлләнергә ҡарар итте һәм быйыл малсылыҡ ҡураларын ремонтлау, һөт үткәргес, һөт һыуытыу, тиреҫ түгеү ҡорамалдары урынлаштырыу өсөн 4 миллион һумдан ашыу дәүләт гранты алыуға өлгәште. Ул һарыҡсылыҡ продукцияһынан да ҙур ғына табыш ала. Сыр етештереү менән дә шөғөлләнә. Әйткәндәй, Сәйетбаба ауылында Морат Шаймарҙанов сыр етештереү цехы асып, үҙ һатып алыусыларын тапты. Малсылыҡ тармағында атҡараһы эштәр бихисап. Халыҡтан һөт йыйыуҙы ойоштороу ҙа хәл итәһе мәсьәләләрҙең береһенә инә. Был тәңгәлдә Бурлы ауылында булдырылған "Ғафури һөтө” кооперацияһы ҙур роль уйнар тип ышанғы килә. Декабрь айын-да белгестәр килеп, Бурлыла ҡорамалдар урынлаштырырға тейештәр. "Ғафури һөтө” эшләй башлаһа, унда сыр, кефир етештереп, һөттө ҡаптарға тултырып һатыуға сығарасаҡтар. "Ғафури һөтө” кооперацияһын булдырыуға дәүләттән грант алынды. Ҡалған сумманы "Урожай” йәмғиәте һәм бәләкәй фермерҙар, шәхси хужалыҡтар өлөш индерҙе. Бина төҙөү һәм ҡорамалдар һатып алыуға 6 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолдо. Цех эшләп китһә, был аҡса аҡланасаҡ тип уйлайым.
- Ауыл хужалығында техникаһыҙ бер ни ҡылып булмай. Техника паркын яңыртыу буйынса ниҙәр эшләнә?
- Был тәңгәлдә ҙур эштәр башҡарылды тип әйтә алам. Быйыл ғына "Урожай”, "Агролэнд" "Восход-СТ”, "Р.В.Мөьминов”, "Р.Р.Рәжәпов”, "Сатурн” хужалыҡтары яңы техника һатып алды. "Восход-СТ” хужалығы  Родина ауылында Италиянан ҡайтарылған ҡорамалдар урынлаштырҙы. Әйткәндәй, был хужалыҡ Родина ауылында элекке "Родина” агрофирмаһының ҡошсолоҡ биналарын һатып алып, бында ҡошсолоҡто тергеҙергә лә ниәтләнә. 150 мең баш йомортҡа һалыусы тауыҡ аҫрарға уйлашалар. Элекке ашхана бинаһына икенсе ҡат төҙөп, идара йорто төҙөй башланы ла инде "Восход-СТ” етәкселеге. Уларға эштәрендә уңыштар теләргә генә ҡала.
Дөйөм алғанда, районда ауыл хужалығы тотороҡло эшләп килә. Быға шәхси хужалыҡтар ҙа үҙ өлөшөн индерә. Айырыуса умартасылыҡ тармағы үҫеш кисерә. Район умартасылар йәмғиәте рәйесе Рәдиф Халиҡов етәкселегендә умартасылар өсөн уҡыуҙар уҙғарыла, бал һатыу буйынса ярҙам ойошторола. Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренә килсәктә ныҡлы һаулыҡ, ҙур уңыштар, ғаилә именлеге теләйем. Илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге һеҙҙең кеүек уңғандарҙан тороуын бер ҡасан да онотмаһағыҙ ине, хөрмәтле райондаштар!
- Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Рөстәм Рәшит улы.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН әңгәмәләште.