Байрам ҡотло булһын!
23 ноября 2017 йыл | Ауыл хужалығы

Хөрмәтле ауыл хужалығы эшсәндәре, ошо тармаҡ
ветерандары!
Һеҙҙең барығыҙҙы ла Ауыл хужалығы эшсәндәре көнө айҡанлы ҡотлайым. Илгә икмәк үҫтереүселәр, башҡа ауыл хужалығы продукцияһы етештереү-селәр үҙ һөнәри байрамдарын юғары хеҙмәт күрһәткестәре менән ҡаршылай. Йылдың ҡатмарлы килеүенә ҡарамаҫтан, иген культураларынан ярайһы мул уңыш үҫтереп алынды. Был йәһәттән "Восход-СТ”, "Г.М.Тахтаров”, "Р.В. Мөьминов” хужалыҡтары емешле эшләне. Шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү буйынса һуңғы бер нисә йылда республикала алдынғылар рәтендәбеҙ. Былтыр 110 мең тоннанан ашыу сеймал тапшырып, район тарихында үҙенсәлекле рекорд ҡуйған инек. Быйыл был нисбәтте байтаҡҡа уҙып киттек. "Восход-СТ” хужалығы үҙе генә лә 50 мең тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө тапшырҙы һәм был эш әле лә дауам итә. Техника паркы ла даими яңыртыла һәм был сәсеү һәм урып йыйыу эштәрен үҙ ваҡытында атҡарып сығырға мөмкинлек бирә.
Малсылыҡ тармағы ла тотороҡло үҫешә. "Урожай”, Ленин исемендәге, "Агролэнд”, "Солнышко” хужалыҡтары малсылыҡҡа ҙур иғтибар бүлә. Шәхси хужалыҡтарында күпләп мал аҫраусыларҙың да хеҙмәте маҡтауға лайыҡ. Ра-йонда умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр ҙә күп һәм улар Ғафури балының данын алыҫтарға таратыуға өлгәште. Рөстәм Резбаев кеүек умартасыларыбыҙ балды сит илдәргә лә һата. Көнбайыш илдәре һәм АҠШ илебеҙгә санкция иғлан иткән бер мәлдә был үҙе үк уларға яуап реакцияһы булып тора. Импортты алмаштырыу, сифатлы аҙыҡ-түлек етештереү алғы планға сыға. Был йәһәттән республика етәкселегенең тос ярҙамын тойоп эш итәбеҙ. Республика һәм федераль программалар ауыл хужалығын үҫтереүгә ныҡлы этәргес бирә. Дөрөҫ, бөгөн ауыл хужалығында хәл итәһе мәсьәләләр ҙә етерлек һәм беҙ дөйөм көс менән уларҙы йырып сығырбыҙ, тип ышанам.
Хөрмәтле ауыл хужалығы эшсәндәре һәм ветерандар! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡтарҙан ғына торған яҡты көндәр, ғаилә именлеге, аяҙ күк йөҙө һәм районыбыҙ, республика хаҡына яңынан-яңы ҡаҙаныштар теләйем.
Рәмил БОХАРОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.