Электрон хеҙмәтләндереүгә күсәбеҙ
22 декабря 2017 йыл | Ауыл хужалығы

Электрон хеҙмәтләндереүгә күсәбеҙ2018 йылдың 1 ғинуарынан мотлаҡ ветеринар электрон сертификациялау системаһы ғәмәлгә индерелә. Йәғни яңы йылдан башлап ҡағыҙ сертификат ҡулланыу булмай, барлыҡ ветеринар контроль һәм тауарҙы ветеринар оҙатыу документтары электрон формаға күсә. Был сис-тема нисек эшләйәсәк һуң?
Ветеринар сертификат – ул ғәмәлдә продукцияның ҡулланыуға яраҡлылығы һәм хәүефһеҙлек. Әлеге мәлдә лә сертификат бар, әммә ул ҡағыҙ вариантта. 2018 йылдың ғинуарынан ул электрон вариантҡа алыштырыласаҡ.
Электрон ветеринар сертификат ветеринария өлкәһендәге "Меркурий” Федераль дәүләт мәғлүмәт системаһында (ФГИС) ғәмәлгә ашырыла. Был системала  контролгә алынған  продукцияның тауар әйләнешендә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла (етештереүсе, ташыусы, тәьмин итеүсе һәм һатыусы) теркәлергә тейеш. Контролгә алынған продукцияға малсылыҡ тармағындағы барлыҡ продукция (ит һәм ит продукцияһы, һөт, йомортҡа, бал һәм башҡалар) инә. Системала теркәлеү өсөн район ветеринар станцияһына ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ғариза формаһын "Россельхознадзор” сайтынан алырға, йәки район ветеринар станцияһына мөрәжәғәт итергә була. Был ғәмәлде йыл аҙағына тиклем башҡарып ҡуйыу мотлаҡ. Башҡармаған осраҡта предприятие йәки шәхси эшҡыуар сайтта теркәлмәгәнлектән контролгә алынған продукцияға эйә була алмай. Шуға күрә тәьмин итеүсе йәки күмәртәләп һатыусы электрон сертификат оформить итә алмай. Тимәк, продукция ваҡлап һатыуға сығарылмаҫҡа тейеш булып сыға. Ғариза яҙылғандан һуң 5 көн арауығында теркәлеү үткәрелә. Теркәлгәндән һуң предприятие һәм шәхси эшҡыуарҙарға ФГИС-ҡа инеү өсөн пароль һәм логин бирелә, ФГИС-та шәхси электрон кабинет булдырыла. "Меркурий” федераль дәүләт мәғлүмәт системаһының веб-ҡушымтаһында справкалар, электрон сертификат биреү һәм уларҙы ғәмәлдән сығарыу мөмкинлеге буласаҡ. Был ҡушымта бушлай һәм ҡул аҫтында Интернет селтәренә тоташтырылған компьютер булыуы ғына кәрәк. Эш Mozilla Firefox, Internet Explorer һәм башҡа веб-браузерҙар аша ғәмәлгә ашырыла. Шулай итеп, "Меркурий” автоматлаштырылған системаһында эшләү өсөн ҡулланыусыға үҙ эш урынында өҫтәмә рәүештә бер нимә лә урынлаштырырға кәрәкмәй. Өҫтәлмә мәғлүмәтте 2-14-64 телефоны буйынса, йәки Красноусол ауылы, Көнбайыш урамы, 10 адресы буйынса алырға була.
Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығы тарафынан ветеринария өлкәһендәге хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау маҡсатында "Ҡыҙыу линия”булдырылған. "Ҡыҙыу линия”ға 08.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем 8-800-77-55-828 телефоны буйынса бушлай шылтыратырға була. Республиканың һәр кешеһе үҙен ҡыҙыҡһындырған, борсоған һорауы буйынса шылтырата ала. Һорауҙарға Башҡортостан Республикаһы ветеринар станцияһы ветеринар табиптары, белгестәре яуап бирәсәк.
Фаил ЗӘЙНЕТДИНОВ,
район ветеринар станцияһы начальнигы.