Талаптарҙы үтәү мотлаҡ
02 февраля 2018 йыл | Ауыл хужалығы, Хоҡуҡ

Операцияның төп маҡсаты булып авто һәм мототранспорт сараларын ҡулланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙе талап итеү, кешеләрҙең ғүмерен һәм һаулығын һаҡлауҙы тәьмин итеү тора.
Бындай техника менән идара итеү өсөн билдәле бер белем һәм оҫталыҡ талап ителә. Шуға күрә лә уларҙың "А 1” категориялы тракторсы-машинист таныҡлығы булыуы-булмауы, техниканың төҙөклөгө хаҡындағы документтары ҡарала. Шулай уҡ техниканың техник торошо – тормоз, рулгә идара итеү системалары, яҡтыртҡыс һәм тауыш сигналдары һәм башҡа деталдәре тикшерелә. Бер ҡайҙа ла теркәлмәгән һәм техник тикшереү уҙмаған техникаға айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Иҫкә төшөрәбеҙ, теркәлмәгән һәм техник тикшереү уҙмаған техниканы файҙаланыу ҡәтғи тыйыла. Техник тикшереү уҙғарыу графигы ра-йон гәзиттәрендә донъя күрҙе һәм ауыл биләмәһе башлыҡтары был хаҡта иҫкәртелде. Шуға ла кемдәрҙең техникаһы теркәлмәгән һәм кемдәрҙең идара итеүгә таныҡлыҡтары юҡ, уларға айырыуса ҙур иғтибар итеүегеҙҙе һорайым.
Шуныһын да еткерге килә, ҡаргиҙәр һәм квадроцикл йәрәхәт һәм имгәнеү алыу хәүефе янаған транспорт төрөнә инә. 2018 йыл башынан ғына республикала ошондай техникаға идара иткәндә өс кешенең ғүмере өҙөлдө. Үлемгә илтеүсе төп сәбәп булып хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен үтәмәү тора. Вафат булыусыларҙың транспорт саралары теркәлмәгән һәм үҙҙәренең техникаға идара итеү таныҡлыҡтары булмаған.
"Ҡаргиҙәр” операцияһы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы, БР Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы, БР Балыҡсылар һәм һунарсылар ассоциацияһының Ғафури районындағы бүлексәһе менән берлектә уҙғарыла.
Юлһыҙ ерҙән йөрөү өсөн тәғәйенләнгән техника хужаларына шуны еткерге килә: әгәр ҙә техникағыҙ теркәлмәгән булһа һәм техника менән идара итеүгә таныҡлығығыҙ булмаһа,
Гостехнадзор инспекция-һына мөрәжәғәт итегеҙ. Беҙҙең адрес: Красноусол ауылы, Калмыков урамы, 16/1. Ҡабул итеү шишәмбе һәм кесе йома көндәрендә 09.00 сәғәттән 13.00 сәғәткә тиклем.
Сергей ЛУКИН,
Гостехнадзорҙың Ғафури районы буйынса
секторы мөдире.