Заман быны үҙе талап итә
23 марта 2018 йыл | Ауыл хужалығы

Һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы күтәрелеш осоро кисерә башланы. Быға Көнбайыш Европа илдәре һәм АҠШ-тың илебеҙгә ҡарата санкция иғлан итеүе лә булышлыҡ итмәй ҡалманы. Унан килеп, Хөкүмәт тә ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәргә төрлөсә ярҙам күрһәтә башланы.
Эйе, илебеҙ үҙ-үҙен етерлек күләмдә аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә ала. Уҙған быуаттың 90-сы йылдары артта ҡалды. Әммә был өлкәлә проблемалар етерлек әле. Шуларҙың береһе булып етештергән продукцияны тейешле хаҡҡа һата белмәү тора. Бының өсөн иһә берләшеү талап ителә. Бөгөн районда етештерелгән ит-һөт продукцияһының күпселеге шәхси хужалыҡтар иҫәбенә тура килә. Был аңлашыла ла. Сөнки шәхси хужалыҡтарҙағы мал һаны ауыл хужалығы предприятиелары, фермер хужалыҡтарыныҡына ҡарағанда байтаҡҡа күп. Халыҡта элек-электән һәр эште бергәләшеп, бер-береңә ярҙам итешеп, йәғни өмә әйтеп башҡарыу йолаһы йәшәп килә. Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй, тигән кеүек, халҡыбыҙҙың ошо һәйбәт йолаһын бөгөн ауыл хужалығында ҡулланыуҙы заман үҙе талап итә. Йәғни, кооперацияларға берләшеп кенә булған ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға мөмкин. Сөнки был алым башҡа илдәрҙә күптән ҡулланыла.
Әле 19-сы быуатта уҡ Көнбайыш Европа илдәрендә кооперациялар булдырыла. Бөйөк Британия, Германия, Швеция, Швейцария, Норвегия кеүек илдәр тап кооперацияларға берләшеү һөҙөмтәһендә күтәрелеш кисергәнен оноторға ярамай. Рәсәйҙә лә Октябрь революцияһына тиклем 160 мең кооперация эшләп килә һәм уларға 40 миллион кеше йәлеп ителгән була. Октябрь революцияһынан һуң Владимир Ленин да социалистик кооперациялар төҙөүҙө маҡсат итеп ҡуя һәм был кооперациялар һуңғы йылдарға тиклем  сауҙа өлкәһендә генә тороп ҡалды. Коллектив хужалыҡтар (колхоз) булдырыу ҙа кооперацияларға нигеҙләнгән.
Барлыҡ ошо хәлдәрҙе өйрәнгәндән һуң илебеҙҙә ауыл хужалығы кооперация-ларын тергеҙеүгә яңынан тотондолар ҙа инде. Республикабыҙ был йәһәттән пилот төбәк булараҡ һайлап алынды. Районда был эш бер нисә йыл элек үк башланған ине. Тәү башлап Бурлы ауылында "Ғафури һөтө” кооперацияһы барлыҡҡа килде. Был кооперацияға "Урожай” крәҫтиән хужалығы һәм Ҡормантау, Яңы Бурлы ауылдарынан бер нисә крәҫтиән-фермер хужалығы һәм шәхси хужалыҡ ингән. Бөгөн был кооперацияға Ҡормантау ауылы фермеры Рәсүл Муллағәлиев етәкселек итә. Улар халыҡтан һөт йыйыуҙы ойошторған, үҙ магазиндарында һатып алыусыларға төрлө продукция тәҡдим итә. Киләсәктә тағы ла ырамлыраҡ эшләп китерҙәр тигән өмөт бар. Кооперациялар булдырыу эшенә район хакимиәте һәм хакимиәттең ауыл хужалығы бүлеге лә ныҡлы ярҙам күрһәтә. Ошо эште ойоштороу буйынса "Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы консультация-
лау Үҙәге” дәүләт бюджет учреждениеһы етәксеһе Ирек Сакаев районға килеп ҡыҙыҡһыныусылар менән уҡыуҙар уҙғарҙы. Һуңынан ошо Үҙәк белгестәре ауылдарға сығып халыҡ менән осрашты, кәрәкле кәңәштәрен бирҙе. Һөҙөмтәлә кооперациялар булдырыу буйынса инициатив төркөмдәр булдырылды һәм кооперациялар ойошторола башланы. Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Рөстәм Аҡбашев:
- Районда бер нисә кооперация ойошторолдо. Еҙем-Ҡаран ауылында "Етегән шишмә”кооперацияһы ит продукцияһы эшкәртергә, колбаса етештерергә йыйына. Кооператив рәйесе итеп урындағы фермер хужалығы етәксеһе Рөстәм Йомағолов һайланды. Был кооперация шулай уҡ мал һуйыу цехы булдырырға ниәтләнә. Был төбәктә мал һаны күп һәм кооперацияның уңышлы эшләп китеренә өмөт бар. Үтәк ауылында "Фермер продукты” кооперацияһына Руслан Рәжәпов етәкселек итә һәм улар һөт эшкәртеү йүнәлешендә үҫешергә иҫәп тота. Ошо уҡ ауылда тағы ла бер кооперация булдырылды. "Башҡорт ихатаһы” ("Башкирское подворье”) кооперацияһы ит эшкәртеү буйынса махсуслашырға ниәтләнә һәм уға Артур Кәримов етәкселек итә. Шулай уҡ Табын ауылында "Солнышко” кооперацияһы ошо уҡ исемдәге крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Москов
Алиян һәм бер төркөм шәхси хужалыҡ инициативаһы менән ойошторолдо. Был кооперация мал һуйыу цехы һәм киләсәктә ит эшкәртеү йүнәлешендә эшләмәксе. Юлыҡ ауылында "Хәләл-Еҙем” кооперацияһы, исеменән үк күренеүенсә, хәләл продукция етештерергә ниәтләнә. Кооперация етәксеһе Рәхимйән Юлыҡов ТОС ойоштороу эшендә үҙен булдыҡлы итеп күрһәтте һәм кооперация буйынса ла һынатмаҫ, тип ышанғы килә. Ғөмүмән, кооперациялар ойоштороуға Хөкүмәтебеҙ үҙе үк ярҙам итә. Кооперацияларҙың эшләү ваҡытына һәм эш күләменә ҡарап 70 миллион һумға тиклем грант алыу мөмкинлеге бар. Дәүләт ошо эште ойоштороуға аҡсалата ярҙам күрһәтә икән, был мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға тейешбеҙ. Бындай ярҙам гел булып тормаҫ, кооперацияларға берләшәйек, берҙәмлектә көс, тип әйтке килә райондаштарға, - ти ул.
Ысынлап та, һәр ауыл биләмәһендә лә кооперациялар ойоштороу мөмкинлеге бар. Юғарыла әйтеп уҙылған кооперацияларҙан тыш районда файҙаланылмаған өлкәләр ҙә күп. Йөн, тире, йомортҡа  һәм башҡа ауыл хужалығы продукцияһы йыйыуҙы ойоштороу, дарыу үләндәре йыйыу һәм етештереү (Үтәк ауыл биләмәһенең Красная Поляна
ауылында әле үк был эш менән шөғөлләнәләр һәм үлән сәйен ҡаптарға тултырып һатып байтаҡ килем алалар), умартасылыҡ һәм башҡа тармаҡтар буйынса кооперацияларға берләшергә, дәүләт аҡсаһын юллап алып, үҫешергә мөмкин. Әйҙәгеҙ, райондаштар, ошондай эште ойоштороуҙан ситтә ҡалмағыҙ. Шуныһын да әйтеп үтке килә, был тема гәзит биттәрендә киләсәктә лә яҡтыртыласаҡ.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.