Техник тикшереү старт алды
23 марта 2018 йыл | Ауыл хужалығы

Техник тикшереү старт алды
Техник тикшереү старт алдыҺәр йылдағыса, ошондай һынауҙың тәүгеһе 13 мартта "Урожай” ЯСЙ-е КХ-һынан башланды. Техниканың күплеген иҫәпкә алып, бында техосмотрҙы ике этапта уҙғарыу планлаштырыла. Ғәҙәттә был сараға механизаторҙар ентекле әҙерләнә, ә хужалыҡтың инженер-механиктары, етәкселек уларҙы үҙ техникаһын әҙерлек һыҙығына ҡуйыр өсөн кәрәкле запас частар менән тәьмин итә һәм эш өсөн тейешенсә шарттар булдырырға тырыша.
Райондың "Гостехнадзор” инспекцияһы начальнигы С.Лукин етәкселегендәге комиссия хужалыҡҡа килеүгә 13 берәмек техника әҙерлек һыҙығына теҙеп ултыртып ҡуйылғайны. Уларҙың барыһы ла: башҡа техникаларға ҡарағанда өр-яңы, ҡеүәтле "К-744”-тән ("Кировец") алып иҫкерәк "МТЗ-80”-дәр ("Беларусь”) үҙ сәғәтен көтә. Техниканың тәүгеһе хужалыҡҡа бер йыл элек кенә һатып алынып, яҙғы баҫыу эштәрендә икенсе тапҡырға ҡатнашһа, легендар "МТЗ-80” иһә үҙ хужаһына 27 йыл хеҙмәт итә, ул үҙ амортизация срогын артығы менән үткән. Уны техник тикшереүгә Ғәле Хәлилов ентекле әҙерләгән. Ә яңы "К-744”-те тәжрибәле механизатор Рәмзил Сәғитовҡа ышанып тапшырғандар. Ул бында Абдулла ауылынан йөрөп эшләй. Башта М.Ғафури исемендәге колхозда, артабан "Ағиҙел” хужалығында хеҙмәт юлы үткән. "Урожай”ҙа эшләүенә лә 8 йыл булған.  Әҙерлек һыҙығындағы йәнә бер "МТЗ-80”-дең хужаһы Илнур Ишмөхәмәтов та "тимер атын” көйләүгә етди ҡараған.
Хужалыҡта эшләгән механизаторҙар пенсия алды йәшендә булып, үҙ тәжрибәләрен йәштәр менән ихлас уртаҡлаша. Березовка ауылынан йөрөп эшләгән ике ветеран – Виктор Евдокимов менән Анатолий Баранов "МТЗ-82” маркалы тракторҙарҙа эшләйҙәр. Виктор Павлович көҙ көнө, уңыш йыйып алынып, бураларға һалынғас, юбилейын билдәләйәсәк. Ә Анатолий Иванович менән Венер Ғәлинур улы Ғиззәтуллиндың киләһе йылға 60 йәштәре. Уларҙың һәр ҡайһыһының механизатор стажы 40 йылдан ашыу тип әйтергә мөмкин. А.Барановтың улы Вячеслав та атаһының юлын дауам итеп, хужалыҡҡа эшкә килгән. Уның "Т-150”-һенең двигателенә урындағы шарттарҙа капиталь ремонт үткәргәндәр, тапшырыу ҡумтаһын һүтеп йыйғандар. Элгәре бындай эштәр тик МТС-тарҙа ғына башҡарып сығылған булған. Ә бында – үҙ көстәре, белемдәре менән. Хужалыҡтың алдынғы, тәжрибәле механизатор-ветераны Рәшит ағай Яҡуповтың "Беларусь-3522”-һенә Илдус Баһауетдиновты ултыртҡандар. Уны ла маҡтап, уңышлы  ғына эшләп йөрөүен билдәләп үттеләр.
Урал Йәғәфәров та "дәүләт имтиханын” "5” билдәһенә биреүгә өлгәште. Уға бына нисәмә йыл инде иң күп көс һәм тырышлыҡ талап иткән  – шәкәр сөгөлдөрөн сәсеү, эшкәртеү һәм уңышын йыйып алыу бурысын ышанып тапшырғандар. Баш инженер Т.Шәмсетдинов әйтеүенсә, "татлы тамыр”ҙы үҫтереүҙең барлыҡ нескәлектәрен ул биш бармағылай белә. Һәм был эшкә бик тә етди һәм яуаплы ҡарай.
Үҙҙәренә еткерелгән бурыстарҙы сифатлы башҡарыу – яуаплылыҡ һуңғы йылдарҙа йәш механизаторҙарҙың күптәренә хас була бара, сөнки улар өлкәндәр – ветерандарҙан өлгө ала. Һәр ҡайһыһының техникаһын тикшергәндә был сифаттар сағылыш таба: улар әйтеүҙе көтмәйенсә техникала мотлаҡ булырға тейешле аптечка, ут һүндергес, авария билдәһе һәм башҡаларҙы комиссияға тәҡдим итә.
 Техниканы ремонтлауға һәр кем бар көсөн, тырышлығын һала. Бының өсөн дәртләндереү ҙә ҡаралған.  Ремонт эштәренә тотонор алдынан хужалыҡта механизаторҙар йыйылышы уҙғарылып, унда ярыш шарттары һәм еңеүселәрҙе матди йәһәттән дәртләндереү хаҡында бәйән ителә. Ниһайәт, уҙған техник тикшереү һөҙөмтәләре буйынса өс механизатор уны "5”-кә үтһә, башҡалары саҡ ҡына түбәнерәк баһа алды.
Хужалыҡта ремонт эштәре өсөн шарттар ҙа булдырылған: йылытылған иркен бинала бер үк ваҡытта өс тракторҙы йүнәтеү мөмкинлеге бар, шуға ла эш ҡыш буйына барған да инде. Ә башҡа ауыл хужалығы техникаһын яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләүҙе бер ай элек башлағандар. Кәрәкле запас частар үҙ ваҡытында килтерелгән, хәҙер уларға ҡытлыҡ юҡ, аҡсаң ғына булһын. Күп кенә механизаторҙарҙың күрше Ҡормантау, Байымбәт, Яугилде, Березовка ауылдарынан килеүен иҫәпкә алып йылы аш та ойошторғандар.
Дөйөм алғанда, бары тик бер аҙ етешһеҙлеге булып, һынауҙы үтә алмаған ике тракторҙы иҫәпкә алмағанда, тикшерелгән тракторҙарға ҡарата дәүләт инспекторы С.Лукин тарафынан етди иҫкәртмәләр булманы. Баш инженер Т.Шәмсетдинов менән механик Р.Хисаметдинов етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала бөтөрөү сараһын күрәсәктәрен һәм техник тикшереүҙең икенсе этабына йәнә бер "Т-150” (тәүге этапта һынауҙы икәү үтте), өс "МТЗ” тракторын, ауыл хужалығы техникаһына тағылмаларҙы (сәсеү агрегаттары, тырма, каток) әҙерләргә планлаштырыуҙарын билдәләп үтте.
Хужалыҡтың тырыш, үҙ эштәренә яуаплы ҡараған механизаторҙары баҫыуҙа ла һынатмаҫ.
Индира ИШКИНА.