Тау-таш араһын үҙ итеүселәр
10 апреля 2018 йыл | Ауыл хужалығы, Уңғандарыбыҙ

Юл тоттоҡ тип әйтеүе генә анһат, ауыл биләмәһе башлығының "УАЗ”игына ултырып, Алла бабай һалған юлдан – Еҙем йылғаһының боҙ өҫтөнән Ереклегә юлландыҡ. Йылға үҙәненән барғанда иҫ киткес матур тәбиғәт ҡосағы ҡаршы ала. Үрелеп ҡараһаң, кәпәсең төшөп китерлек бейек ҡаялар, тар тарлауыҡтар, ҡая-таштар араһына йәбешеп тиерлек үҫкән һомғол ҡарағайҙар үҙе бер гүзәллек тыуҙыра. Ҡағыу, Беләүташ ҡаяларын, тау араһынан Еҙемгә килеп ҡушылған Рәүәт, ҡая-таштар араһынан шарлауыҡ булып ағып төшөп туңған, иҫ киткес матурлыҡ тыуҙырған Шаршы йылғаһын артта ҡалдырып,Ҡыяюл ҡаяһына яҡынлаштыҡ.
- Ара хәҙер алыҫ ҡалмай, - тип аңлатма бирә үҙе Ерек-ле ауылында тыуып үҫкән, был тирәләге һәр ҡая-ташты, ер-һыу атамаһын биш бармағылай белгән Валерий Евгеньевич.
Быға тиклем Ерекле ауылында бер нисә йыл элек төндә генә булғанлыҡтан, һәр ҡая-ташты, был төбәктәге илаһи матурлыҡты һоҡланып ҡарап барам. Ә фотохәбәрсебеҙ Наил Латиповтың редакцияла 29 йыл эшләү дәүерендә был ауылға тәүләп аяҡ баҫыуы. Шуға ла икебеҙгә лә хозур тәбиғәт ят булып күренә. Толпарҙан Ереклегә тиклем Еҙем буйлап 20 километр юл үтеп, ауылға яҡынлаштыҡ. Бына Ерекле ауылы йорттары ла күренде. Ауыл тигәс тә инде, Еҙем йылғаһының уң яҡ ярында - өс, һул яҡ ярында дүрт йорт күренә. Уларының да береһе буш тора. Ауыл Советы депутаты Рим Ваһапов йортона туҡталабыҙ. Иркен ихатаһында ниндәй генә техника юҡ. Ике "ГАЗ-66”, "Т-40”, "ЮМЗ” тракторҙары, уларға төрлө тағылмалар, башҡа төр техника теҙелеп киткән. Тау-урман төбәгендә булыуға ҡарамаҫтан, урамында 6-сы, 12-се маркалы "Жигули” автомашиналары, бер нисә "УАЗ” автомашинаһы ултыра. Арыраҡ ялан кәртәлә бер өйөр йылҡы малы бесән кертләтә. Хужа беҙҙе ихласлап, алдан хәбәр итмәй килһәк тә, күптәнге таныштарын осратҡандай әйҙүкләп өйөнә саҡырҙы.
- Ошо ауылда тыуып үҫтем. Тыуған ауылым, уның тәбиғәте шул тиклем оҡшай. Ҡаратау-Ҡараташ, Аҡбейек, Айыуморон, Әлмәрҙәк, Елмәрҙәк, Сыуалташ буйҙарын, Боланторол, Ҡырташ тауҙарын ҡайһылайтып ҡалдырып китмәк кәрәк, шуға ла ауыл-ды үҙ иттем. Тормош иптәшем Әлфиә күрше Белорет ра-йонынан. Өс балабыҙ бар. Оло улым менән ҡыҙым Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәйҙәр, яңыраҡ ейәнсәрем тыуҙы. Бәләкәй улыбыҙ Арыҫлан Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 1-се класында уҡый. Башлыса мал аҫрап, умарта тотоп ғүмер кисерәбеҙ, - ти Рим Рәмир улы.
Эйе, рәсми рәүештә фермер хужалығы ойоштормаһа ла, уның хужалығы фермерҙарҙыҡын хәтерләтә. Егерме баш йылҡы малы, тиҫтәнән ашыу һыйыр малы, шуның 4-һе һауын һыйыры, күпләп һарыҡ аҫрайҙар, 25-30 баш умарта тоталар. Әлбиттә, был тиклем хужалыҡты алып барыу өсөн көнө-төнө йүгерергә, тир түгергә тура килә. Йәй көндәрендә Еҙем буйлап ағып төшөүсе туристар күбәйә. Уларға ауыл хужалығы продукцияһы һатып байтаҡ ҡына килем алалар.
- Ҡайһы ваҡыт икмәк бешереп өлгөртөп булмай. Мейестә ҡабарып бешкән бер буханка икмәкте 100 һумға һатабыҙ, унда ла еткереп булмай. Һөт, ҡаймаҡ, эремсек, ҡорот та үтә, бал һатыу бу-йынса ла проблема юҡ, - ти хужабикә Әлфиә Миңлебай ҡыҙы.
Эйе, бындағы халыҡ башлыса ошондай ауыл хужалығы продукцияһы һата. Туристар һарыҡ малын тереләй ҙә һатып ала. Шуға ла бында күпләп һарыҡ аҫраусылар ҙа бар. Бөгөн Ерекле ауылында 24 кеше иҫәпләнә, шуларҙың 17-һе даими йәшәй. Ауылда электр уты булмағас, бөгөнгө уңайлыҡтар – телевизор, Интернет, кеҫә телефоны хаҡында һүҙ ҡуҙғатыуы ла уңайһыҙ. Дөрөҫ, бындағы халыҡтың һәр береһендә лә кеҫә телефоны, йорттарында телевизор бар. Генератор ярҙамында кино ҡарай алалар, тау башына менеп булһа ла кеҫә телефоны менән һөйләшәләр. "Еҙем” тәбиғәт паркы эшләп китһә, кеҫә телефоны бәйләнеше булыр, тип өмөт итә бындағы халыҡ. Юл торошо ла маҡтанырлыҡ түгел. Ҡайһылай ғына булмаһын, булған ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, зарланырға яратмайҙар, тырышып, емертеп донъя көтә бындағы халыҡ.
- Зарланырлыҡтары юҡ, башҡаларҙың төшөнә лә инмәгән вертолетта ғына елдерә улар. Толпар ауылында Өфөнән килеп йөрөүсе бер "текә” башҡорт ике ҡатлы коттедж һалды, вертолетта ғына килеп йөрөй. Ереклеләрҙе лә вертолетта ғына йөрөтә. Ялҡауланмағандарға Ереклелә йәшәргә була, - ти ауыл биләмәһе башлығы Валерий Локоленко.
Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, ялҡауланмаһаң ҡайҙа ла йәшәргә була.
С.САМЫШЕВ.