Эштәре ырамлы бара
08 июня 2018 йыл | Ауыл хужалығы

Эштәре ырамлы бараТәбиғәт бер аҙ көйһөҙләнеп, һыуытып, ямғырҙар яуып алғандан һуң, тағы ла көндәр ҡояшлап ебәргәс, яҙғы сәсеү барышы менән танышыу өсөн "Урожай” крәҫтиән хужалығына юлландыҡ.
Бында йылдың иң мөһим кампанияһына ентекле әҙерләнгәндәр. Бар техника дәүләт тикшереүе үткән, механизаторҙар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында инструктаж менән танышҡан. Яҙғы сәсеү эштәре хужалыҡта 2761 га майҙанда башҡарыла. Бөгөнгө көнгә ярауай бойҙай - 395 га, 87 га һоло, 537 га арпа, 319 га борсаҡ, 369 га көнбағыш, 95 га гәрсис, 262 га шәкәр сөгөлдөрө, 70 га кукуруз, 262 гектарҙа яңы майлы техник культура – сурепица сәселгән дә инде. Сиратта һуң өлгөргән культураларҙан ҡарабойҙай сәсеүгә төшмәкселәр. Беҙ килгәндә Байымбәт ауылы яғына киткән юлдағы баҫыуҙа 47 йыл эш стажы булған тәжрибәле механизатор Виктор Евдокимов кукуруз сәсеп йөрөй ине.
Хужалыҡтың агрономы Ринат Хисаметдинов әйтеүенсә, сәсеү эштәре ырамлы бара. Һәр кем үҙ эшенә яуаплы ҡарай. Ерҙе сәсеүгә әҙерләүҙә "Беларусь” тракторында эшләүсе Урал Йәғәфәров, Фәнис Муллағәлиев тырышлыҡ күрһәткән. Ғаяз Хәкимов менән Рәүф Әхтәмов  орлоҡ таҙартыу һәм ағыулауҙа эшләгән. Уңған механизаторҙар Рәмзил Сәғитов, Виктор Евдокимов, Самат Баһауетдиновты, уларға орлоҡ килтереп тороусы "ЗИЛ” водителе Финзир Вәлиев,
"КамАЗ” йөрөтөүселәр Ансар Әхмәҙуллин, Әнүр Мифтаховты, иретеп йәбештереүсе Азат Солтановты ла маҡтап телгә алды агроном. Баҫыу эштәре иртә таңдан төнгә тиклем бара. Эшселәрҙе ике тапҡыр эҫе аш менән һыйлайҙар.
Дөйөм алғанда "Урожай”ҙа сәсеү эштәре тамамланыу өҫтөндә. Игенселәрҙең дәрт-дарманы ла етерлек. Быны баҫыуҙарҙа тракторҙарҙың гөрләп эшләүе дәлилләй. Тимәк, тырыш хеҙмәттең һөҙөмтәһе лә буласаҡ.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.