Элекке ферма яңырыу кисерә
30 ноября 2018 йыл | Ауыл хужалығы

Элекке ферма яңырыу кисерә"Агролэнд” ЯСЙ-е (етәксеһе – В.Прохоров) ра-йонда малсылыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүсе предприятиеларҙың береһе. Предприятиеның һөтсөлөк фермаһы Архангелка ауылында урынлашҡан. Ферма танымаҫлыҡ булып үҙгәреш кисергән. Биналарҙың тышҡы яғы, ҡыйығы заманса материалдар, профнастил менән көпләнгән. Әле бында 170 баш ҡыҙыл сыбар тоҡомло  һыйыр малы аҫрала. Шулай уҡ 100 баш аттары (88 баш ҡымыҙ йүнәлешендәге бейәләрҙе Ейәнсура районынан һатып алғандар) һәм шунса уҡ  бал ҡорто умарталары бар.
Һөтсөлөк фермаһы мөдире Андрей Владимирович Гапонов беҙҙе ихлас, күтәренке кәйефтә ҡаршы алды. Шулай булмай ни, бер нисә тапҡыр бөтөүгә, шулай уҡ тергеҙеүгә дусар булып, йәнә яңынан үҙ эшмәкәрлеген башлаған был ферма уңышлы, һөҙөмтәле эшләй. Үҙе етәкләгән коллектив һәм эшмәкәрлектәре хаҡында ла ихласлап таныштырҙы. Һөт етештереү тотороҡло килеш ҡала бында. Барлығы 3 һауынсы: Любовь Сәйетбатталова, Ирина Сандалова, Елена Анисимова, ә Нуриҙә Аҡбулатова уларҙы алмаштырып эшләй.  Малсылар Виктор Костин, Александр Әхмәтйәнов, Сергей Подоплелов һауын һыйырҙарын, быҙауҙарҙы Геннадий Ткачев, Станислав Анисимов, Игорь Пелепеев тәрбиәләй. Аттарҙы  һәм ҡолондарын (39 баш) ҡарауҙы һәм көтөүҙе Радик Ильясов менән Юрий Тимофеевҡа йөкмәтеп ҡуйғандар. Умартасы Әхтәм Хисамов, слесарь Михаил Беляев, ҡарауылсылар Сергей Дублистов,  Николай Матвеев та дөйөм эшкә үҙ өлөштәрен индерә.
Малдар ҡураларға инеп, ферма ҡышҡы шарттарҙа эшләй башлаған. Бының өсөн ҡуралар һәм кардалар, тиреҫ сығарыу ҡоролмаһы ремонтланған, транспортер, һөт үткәргестәрҙе яңыға алыштырғандар. Ферманың бер бинаһы, йәғни 120 баш малға иҫәпләнгән элекке һыйыр һарайы реконструкцияланып, хәҙер унда таналар урынлаштырылған. Йыл башынан ферма буйынса һәр һыйырҙан уртаса 4 меңдән ашыу һөт һауып алынған.
Һыйырҙың һөтө - телендә, тигән хәҡиҡәтте яҡшы аңлап эш итәләр бында. Шуға ла мал аҙығы етерлек күләмдә тупланған. Һәр шартлы мал башына 35 центнерҙан ашыу аҙыҡ тура килә. Һимертеү төркөмөндә 65 баш башмаҡ аҫрала. Дәүләткә юғары сортлы һөт һатыуын һаталар, әммә һатып алыу хаҡтарының бик түбән – литрын 19 һум менән ҡабул итеүҙәренә зарланалар. Бөгөнгө көнгә һөт ҡабул итеү заводтарының был предприятиеға 300 мең һумдан ашыу бирәсәге йыйылған. Бында умартасылыҡ менән дә шөғөлләнәләр, был тармаҡ та хужалыҡҡа ярайһы ғына табыш килтерә. Эш хаҡы иҫәбенә бал алыу-сылар ҙа бар.
Әлеге мәлдә малдарҙы туҡландырыу  ҡышҡы рационға күсерелгән, малдарға 20 килограмм иҫәбенән сенаж, иртәле-кисле дөйөм 5 килограмм иҫәбенән фураж, ә һауын һыйырҙарға өҫтәп 3-әр килограмм бесән бирелә. Шулай уҡ Стәрлетамаҡтан шәкәр сөгөлдөрө һарҡындыһы ла ташыла.  Сенажды Әхмәт ауылы янындағы соҡорға тултырһалар, бесән, фураж, силос ышыҡҡа, ангарҙарға урынлаштырылған.
Предприятие етәкселеге ситтән килеп эшләүселәр өсөн торлаҡ мәсьәләһен дә хәл иткән, ферма йәнәшәһендә бина төҙөтөп, бер нисә кеше бында йәшәр урын тапҡан.
Андрей Владимирович пландары менән дә уртаҡлашты. Мал һанын арттырырға уйлашалар. Киләсәктә йылҡы малы һөтөнән ҡымыҙ етештереү, бутағысы менән малдарға аҙыҡ таратыу ҡоролмаһы һатып алыу пландары менән йәшәйҙәр.
Бына шулай, ферма коллективы алға оптимизм менән ҡарап эш итә.
Индира ИШКИНА.