Бесәне мулдың эше һөҙөмтәле
11 июня 2013 йыл | Ауыл хужалығы

Бесәне мулдың эше һөҙөмтәлеБесәне мулдың эше һөҙөмтәле"Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра”, тип бик белеп әйткән боронғолар. Тап ошо саҡта ауыл кешеһе ҡышҡылыҡҡа мал-тыуарына бесән әҙерләй, көҙөн мул уңыш алыу өсөн сәсеүлектәрҙе тәрбиәләй. "Урожай” КХ-һы механизаторҙары ла уңайлы ваҡытты ҡулдан ысҡындырмайынса, һәр эште үҙ мәлендә атҡарып сығырға тырыша. Районда иң беренселәрҙән булып улар бесәнгә төштө.
- Ныҡлы аҙыҡ запасы булмай тороп, малсылыҡтың һөҙөмтәле эшенә өлгәшеп булмай. Ҡышлатыуға мал аҙығы мул булырға тейеш, - ти улар. Тап шуға ла йылдың-йылы мал-тыуарҙы имен ҡышлатып сығаралар, һөт етештереүҙе лә кәметмәйҙәр. Быйылғы ҡышлатыу һөҙөмтәләре буйынса районда беренселекте алыуҙары ла ошо хаҡта һөйләй. Әле бесән сабыуға Илдар Хәлимов ҡына сыҡҡан. Бөгөн-иртәгә уға башҡалар ҡушыласаҡ.
- Үлән матур үҫкән, тимәк, бесән буласаҡ, - ти механизатор.
Икенсе баҫыуҙа иһә шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүсе Фәнил Хәлилов менән Рафаэль Зәйнетдинов химик утау уҙғара. Уларға Ғәли Хәлилов ярҙам итә.
- Ҡоротҡостарға ҡаршы бер тапҡыр эшкәртеп сыҡҡан инек инде. Әле бына сүп үләндәре баш ҡалҡыта башланы. Баҫыуҙы ҡарамайынса, эшкәртмәйенсә уңыш алып булмай бит, - ти бригадир Шамил Ишмөхәмәтов.
Наил ЛАТИПОВ.