Баҫыу эштәре барышы
28 августа 2013 йыл | Ауыл хужалығы

Һуңғы көндәрҙә яуып уҙған ҡойма ямғырҙарға ҡарамаҫтан, районда урып йыйыу эштәре дауам итә.
Иген культуралары уңышы бөтә майҙандың 45 процентында йыйып алынған. Район буйынса арыштың уртаса гектар ҡеүәте 16,4 центнер, ужым бойҙайыныҡы 14,2 центнер тәшкил итә. Ураҡ менән бер рәттән, киләһе йыл уңышына нигеҙ ҙә һалына. Барлығы 2230 гектар майҙанда баҫыуҙар туңға һөрөлгән, 1671 гектар майҙанда ужым культуралары сәселгән. Район буйынса 14000 гектар ерҙе туңға һөрөү, 5850 гектар майҙанда ужым культуралары сәсеү бурысы ҡуйылған. Ураҡ эштәре "Сатурн” (98 процент), "Агрохимия” (94), "Урожай” (70), "Ағиҙел” (63 процент) хужалыҡтарында ырамлы бара. Ә 130-сы һөнәрселек училищеһы иген культуралары уңышын йыйып алыуҙы тамамланы.