Эш күләме артҡан һайын уңыш та йышыраҡ йылмая
28 августа 2013 йыл | Ауыл хужалығы

Эш күләме артҡан һайын  уңыш та йышыраҡ йылмая"Ағиҙел” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ҡара-сыбар тоҡомло 70 баш һауын һыйыры аҫралған Ибраһим фермаһында йәнлелек хөкөм һөрә. Һауынсылар Альмира Баҡыева менән Рәйлә Әбделмәнова киске һауынға әҙерләнә. Оператор Фәрит Әбделмәнов һауыу аппараттарының төҙөклөгөн тикшерә. Ферма мөдире Илдар Баҡыевтың да мәшәҡәттәре етерлек.
Бына көтөү күренде. Малдар Мағаш тауына һыйынып аҡҡан Еҙем йылғаһын кисеп, фермаға ыңғайланы. Көтөүсе Илдар Ғәзизов мөңрәп, саң-туҙан борҡотоп килгән һыйырҙарҙы ихатаһына ҡыуып индерҙе, һауыу агрегатының тигеҙ геүләүенә малдар мөңрәүе, һауынсыларҙың уларға иркәләп, исемдәре менән өндәшкән тауышы ҡушылды. Киске һауын башланды. Ферма коллективы әлегә ҙур түгел бында, ике һауынсы һәм  ике малсы эшләй. Илдар малдарҙы алмашсыһы Ришат Рәхмәтуллин менән алмашлап көтә. Малдарҙың сәләмәтлеге өсөн ветеринар Әҙһәм Рәхмәтуллин яуаплы. Ҡарауылсы Азамат Насиров та үҙ хеҙмәтенең етдилеген аңлап эшләй.
- Йәй башында һөт күберәк һауыла ине, һуңғы арала бер аҙ кәмене, - ти ферма мөдире, - күп һыйырҙар һауала башланы.
- Ибраһимда ғына түгел, хужалыҡтың башҡа фермаларында ла ошо уҡ хәл, - ти зоотехник Ринат Ғәйнуллин. – Беҙҙә һыйырҙар сентябрь-октябрь айҙарында быҙаулай башлай. Бына быҙаулау осоро үткәс, һөт тә артыр.
Ибраһим фермаһында тырыш коллектив тупланған. Һауынсы Альмира Баҡыева менән малсы Илдар Ғәзизовтың быйылғы Һабантуйҙа район Хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнеүе быға дәлил.
"Ағиҙел”дә, дөйөм алғанда, 230 баш һауын һыйыры иҫәпләнеп, көндәлек 2470 кг һөт һауып алына. Айырым фермалар буйынса алғанда, Үзбәктә 170 һауын һыйырынан көн һайын 1300 кг һөт һауыла. Бындағы малсыларҙан Әфҡәт Сәйғафаров, Тимерхан Ғәйнуллин, Самат Ғәбдиевты айырым билдәләне етәкселек.
Яңы Еректән 90 һыйырҙан көндәлек 750-800 кг һөт һауыла. Ферма уңышында малсылар Сергей Гаврилов менән Сергей Смирновтың хеҙмәт өлөшө ҙур икән.
Ибраһимда әле көндәлек 500 кг.-дан ашыу һөт һауыла. Хужалыҡта ҡураларҙы ҡышҡа әҙерләү эштәре лә бара. Үзбәк һәм Яңы Еректә ағымдағы ремонт яһалһа, һимертеү төркөмө малдары аҫралған Урта Үтәш фермаһында башҡараһы мәшәҡәттәр байтаҡ ҡына. Бында һарай иҙәндәрен яңыға алыштырыу талап ителә. Карда кәртәләре йүнәтелә. Әле бында 1 йәшкә тиклемге 160 баш мал аҫрала. Уларҙан тәүлегенә 700 грамдан ашыу артым алына. Был ферманың 300 баш малы әлегә йәйге лагерҙа. Май башында уҡ киткән малдар сентябрҙә генә фермаға ҡайтасаҡ. Урта Үтәш фермаһындағы эш күрһәткестәрен барлағанда Әхтәм Шафиҡов һәм Ринат Алтынсуриндың тырышлығын билдәләп китеү кәрәктер.
Шулай уҡ мал аҙығы әҙерләүгә лә етди иғтибар бүленә хужалыҡта. Яңы Ерек фермаһында, мәҫәлән, 2000, Ибраһимда 1200 тонна сенаж һалынған, 350 тонна бесән әҙерләнеп фермаларға ташып өйөлгән. Һалам да төргәкләнеп ташыла бара. 320 гектарҙа үҫтерелгән кукурузды силосҡа урып алаһы бар. Әйткәндәй, кукуруз бигерәк тә шәп үҫкән быйыл. Унан яҡшы ғына уңыш көтөлә. Ғөмүмән, мал аҙығы етерлек буласаҡ.
-    Әлегә тик Яңы Ерек фермаһында һауылған һөт кенә юғары сорт менән, Үзбәк һәм Ибраһимда 1-се сорт менән һатыла, - ти Ринат Ғәйнуллин. – Киләсәктә Үзбәк фермаһында ла бер ни тиклем ремонт-көйләү эштәре башҡарғас, бындағы һөттө лә юғары сорт менән һата башлаясаҡбыҙ. Ремонт эштәренә килгәндә, Ибраһим фермаһында аҙыҡ базаһын булдырыу кәрәк.
Эйе, ниндәйҙер уңышҡа ирешкән һайын мәшәҡәттәр ҙә арта һәм шул уҡ мәлдә мәшәҡәт артҡан һайын уңыш та йышыраҡ юлдаш була.
Фәрғәт ҒӘЛИН.