Мал бағып аҡса эшләйҙәр
29 января 2014 йыл | Ауыл хужалығы

Ҡормантау ауылында егәрле, тырыш, сәмсел кешеләр йәшәй. Ауыл халҡы нигеҙҙә күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт бағып, унан алынған килем иҫәбенә етеш тормошта көн күрә.
Бурлы  ауыл  биләмәһе  хакимиәте башлығы Ринат Хисмәтуллин да ҡормантауҙарҙың тырышлыҡтары менән айырылып тороуҙарын,
донъясыл булыуҙарын билдәләй. Биләмәгә ҡараған ауылдарҙа һыйыр малдары һаны йыл башынан 40-ҡа артып, 858 баш иҫәпләнә. Шәхси хужалыҡтарҙа иң күп мал үрсетеүселәр  ҙә тап Ҡормантауҙа, ти Ринат Хөрмәт улы. Бына, мәҫәлән, Әфләтуллиндар, Ғиззәтуллиндар, Шараповтар, Муллағәлиевтар, Ғәбиҙуллиндар һ.б шундайҙар иҫәбендә.Бөгөнгө яҙмабыҙ - күпләп мал аҫраусы Гөлфиә менән Әхмәт Ғиззәтуллиндар ғаиләһе хаҡында.
Ирле–ҡатынлы Ғиззәтуллиндар Ҡормантауҙа тыуып үҫә. Бынан 15 йыл элек ғаилә ҡорғас, тыуған ауылдарында төпләнеп,
донъя көтә башлайҙар. Бергә йәшәй башлауҙарының тәүге йылдарынан  уҡ күпләп мал, ҡош–ҡорт аҫраған ғаилә йылдар үткәс тә был табышлы шөғөлдән айырылмай, ныҡлап мал аҫрарға тотоноп китә. Ит йүнәлешендә эшләгән крәҫтиән-фермер хужалығы төҙөлә.
Бөгөнгө көндә фермер Әхмәт Ғиззәтуллин ҡарамағында ҡуртымға алынған 14 гектар майҙанда ер иҫәпләнә. Ер нигеҙҙә сабынлыҡ итеп файҙаланыла. Хужалыҡта аҫралған 15 баш мал–тыуарҙың 9–ы һимертеүгә ҡуйылған. Уларҙан тыш тиҫтәгә яҡын һарыҡтары бар. Йылҡы йылында ат та алып ебәргәндәр.
Ишле малға аҙығы ла мул кәрәк. Йәй көнө бесән әҙерләгәндә ҡул көсө етешмәгәнлек-тән, Ғиззәтул-линдар дәүләттән ярҙам алмайынса ла ит һатыуҙан алынған аҡсаға "МТЗ” тракторы, уҙған йылда пресс-йыйғыс һатып алғандар, бесән сапҡыстары ла үҙҙәренеке. Малдарҙы ҡышлатып сығарыу өсөн аҙыҡ етерлек тупланған: 200–ләп төргәк бесән әҙерләгәндәр, ихаталарына эҫкерт тә ултыртҡандар. Әлбиттә, малҡайҙарҙы бесән менән генә һимертеп булмай, ҡатнаш аҙығы ла кәрәк.
- Мал аҫрағас, уларҙы һимертеү өсөн фуражы ла кәрәк, ә ул осһоҙҙан түгел. Былтыр ситтән жом килтереп һатҡандар ине. Был һутлы аҙыҡты бер "КамАЗ” алып ҡалғайныҡ, ә быйыл уныһы ла юҡ, - тиҙәр Гөлфиә менән Әхмәт.
- Малдарҙы аҫрауын аҫрайбыҙ, иткә һимертәбеҙ, әммә элеккесә күпләп табыш алып булмай. Сөнки ит һатыу ҙур проблемаға әүерелде, хаҡы ла төштө. Күпме көс түгеп аҫрағас, осһоҙға һатҡы килмәй, - ти Әхмәт Ғәли улы. – Күмәртәләп һатып алыусыларға тапшырғанда ла (Өфөгә үҙәк баҙарға алып барып тапшыра) ит күп булғанғамылыр инде, нисек тә осһоҙораҡ хаҡҡа алырға тырышалар. Мең һылтауын табалар: итте йә ябыҡ, йә һимеҙ тип аптыраталар. Әле бына көҙ һуйылған малдарҙың ите ботлап–ботлап һатылмай эленеп тора.
Ҡура тулы мал–тыуарҙы тәрбиәләү бер кешенең генә ҡулынан килерлек эш түгел. Бында Гөлфиә менән Әхмәттең ҡул араһына ингән балалары – 15 йәшлек ҡыҙҙары Ғәлиә менән 10 йәшлек улдары Булат ҙур ярҙамсы. Татыу, егәрле атай-әсәй ҡулында тәрбиәләнгән балалар эшкә, яуаплылыҡҡа өйрәнеп, ғаилә бюджетына килгән аҡсаның тир түгеп алынғанын белеп үҫә. Әхмәт иһә мал үрсетеүҙән тыш, "Урожай” крәҫтиән хужалығында шофер булып эшләп йөрөй. Ә Гөлфиә әлегә декрет ялында, 1 йәш тә 7 айлыҡ улдары Йәмилде тәрбиәләй.
Бына шулай, Ғиззәтуллиндар малдарҙан алынған табыш иҫәбенә етеш тормошта, ауылдаштарына өлгө булып йәшәй.
Индира ИШКИНА.