Уңыш ҡәнәғәтләнерлек
22 августа 2017 йыл | Ауыл хужалығы

Баҫыуҙарҙа урып йыйыу эштәре ҡыҙыу төҫ алды.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыу барышында Ауыл хужалығы министры  Илшат Фәзрахманов "уңыш  быйыл  һәйбәт һәм уны йыйыу өсөн һауа торошо ла яҡшы тора”,  тип билдәләне. Әлеге көндә  уртаса  гектар ҡеүәте буйынса республиканың Саҡмағош (гектарынан 37 центнер), Стәрлетамаҡ (34,5) һәм Мәләүез (31) райондары алда килә.
20 авгусҡа иген һаҡлағыстарға 550 мең тоннанан ашыу яңы уңыш игене һалынған.

Тәбиғәт көйһөҙлөгөнә ҡарамай
15 августа 2017 йыл | Ауыл хужалығы

Тәбиғәт көйһөҙлөгөнә ҡарамай
Тәбиғәт көйһөҙлөгөнә ҡарамайБыйылғы тәбиғәт шарттары тотороҡһоҙ булыуға ҡарамаҫтан, баҫыуҙарҙа игендәр өлгөрөп, игенсе өсөн
яуаплы мәл – ураҡ осоро етте. "Урожай” крәҫтиән  хужалығында ла тәүгеләрҙән булып урып йыйыу эштәренә тотондолар. Әлеге мәлдә өс "Дон-1500Б”, бер "Нива” комбайндары Ҡормантау ауылы янындағы ужым арышы биләгән баҫыуҙарҙа уңыш йыйыу менән мәшғүл. Кисә, йәғни 14 августа ысыҡ уғата ныҡ булыу сәбәпле, башаҡтар бер сама елләгәс, баҫыу батырҙары эшкә төш ваҡытында ғына тотона алды. Артабан уларҙы Березовка ауылы эргәһендәге арыш баҫыуҙары көтә.

Район балһыҙ ҡалмаясаҡ
11 августа 2017 йыл | Ауыл хужалығы, Йәмғиәт

Район балһыҙ ҡалмаясаҡРеспубликала Умартасылар көнө "Умартасылыҡ тураһында” Башҡортостан Республикаһы законына ярашлы август айының икенсе йәкшәмбеһендә уҙғарыла.

Уңған умартасы
11 августа 2017 йыл | Ауыл хужалығы, Йәмғиәт

Уңған умартасыРайондың һәр ауылында тиерлек умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр бар. Районда йүкә урмандарының ҡалын булыуы, башҡа бал биреүсе үҫемлектәрҙең күп булыуы ла быға этәргес булып тора. Айырыуса тау-урман, йылға буйҙарында урынлашҡан ауылдарҙа боронғо был шөғөлгә иғтибар ҙур. Районда Толпар, Ташбүкән, Ибраһим, Ҡотлоғужа, Ҡолҡан, Туғай, Ҡаранйылға, Сәйетбаба, Ташлы ауылдары халҡын ысын мәғәнәһендә умартасылар тип атарға мөмкин.

Байрамығыҙ ҡотло булһын!
11 августа 2017 йыл | Ауыл хужалығы, Йәмғиәт

Хөрмәтле умартасылар!
Һеҙҙең барығыҙҙы ла бик боронғо шөғөл – Умартасылар көнө айҡанлы ҡотлайым. Район тәбиғәте умартасылыҡ менән ныҡлы шөғөлләнергә мөмкинлек бирә. Бөгөн умартасылыҡ ғаилә бюджетын тулыландырыуҙың бер сараһы ла булып тора. Район умартасылары йылдың-йылы һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшә. Әммә был сик түгел. Ғафури балының даны алыҫтарға таралһа ла, уны күберәк етештереү һәм ҡаптарға тултырып һатыу буйынса байтаҡ эштәр башҡараһы бар әле. Татлы бал етештереү әсе тир талап итә. Умартасы ул үҙе лә бал ҡорто кеүек егәрле булғанда ғына уңышҡа өлгәшә ала һәм быны һеҙ яҡшы аңлайһығыҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ауыр һәм мауыҡтырғыс эшегеҙҙә уңыштар теләйем.
Рәмил БОХАРОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 52