Талаптарҙы үтәү мотлаҡ
02 февраля 2018 йыл | Ауыл хужалығы, Хоҡуҡ

Билдәле булыуынса, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмә-тенең 2018 йылдың
11 ғинуарындағы 4-се һанлы ҡарарына һәм БР Гостехнадзор инспекцияһы начальнигы бойороғона ярашлы, рес-публикала 22 ғинуарҙан "Ҡаргиҙәр” шартлы исеме аҫтында профилактик операция башланды һәм ул 22 февралгә тиклем дауам итә.
Талаптарҙы үтәү мотлаҡ

Аҙыҡ етерлек Малҡайҙарға тейешенсә тәрбиә генә кәрәк
02 февраля 2018 йыл | Ауыл хужалығы

"Урожай” крәҫтиән хужалығы Березовка, Байымбәт, Яугилде һөтсөлөк фермаларын берләштерә.  Березовка һөтсөлөк фермаһының элекке мөдире Фәнил Ниғмәтуллин хаҡлы ялға сыҡҡан, ә Әнүәр Хисаметдинов яңыраҡ ҡына етәкселек итә башлағанлыҡтан, бындағы хәл-торош менән хужалыҡ зоотехнигы Әнүәр Ҡорманғолов таныштырҙы.
-Березовка һөтсөлөк фермаһында мал ҡышлатыу тейешенсә бара. Бында кардалар тулыһынса ремонтланды. Тракторсы Вилүр Ғайсаров "Т-150”-лә йәйгеһен малдар көтөүҙә булғанда карданан ҡыш буйы йыйылған тиреҫте сығарҙы.

Кооперацияға ойошоу – көн талабы
10 января 2018 йыл | Ауыл хужалығы

Кооперацияға ойошоу – көн талабыБылтыр йыл аҙағында район хакимиәтенең ултырыштар залында БР Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре "БР ауыл хужалығы кооперацияларын үҫтереү тураһында” темаһына уҡыу семинары уҙғарҙы. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, ауыл биләмәһе башлыҡтары, хужалыҡ етәкселәре, фермерҙар, шәхси хужалыҡ алып барыусылар ҡатнашты.

Электрон хеҙмәтләндереүгә күсәбеҙ
22 декабря 2017 йыл | Ауыл хужалығы

Электрон хеҙмәтләндереүгә күсәбеҙ2018 йылдың 1 ғинуарынан мотлаҡ ветеринар электрон сертификациялау системаһы ғәмәлгә индерелә. Йәғни яңы йылдан башлап ҡағыҙ сертификат ҡулланыу булмай, барлыҡ ветеринар контроль һәм тауарҙы ветеринар оҙатыу документтары электрон формаға күсә. Был сис-тема нисек эшләйәсәк һуң?

Ауыл эшсәндәре тәбрикләнде
28 ноября 2017 йыл | Ауыл хужалығы

Ауыл эшсәндәре тәбрикләндеУҙған аҙнала райондың сәнәғәт предприятиелары эшсәндәре ауыл хужалығы эшсәндәре көнөн билдәләне. Тантаналы йыйылышта район хакимиәте башлығы Рәмил Зәкәриә улы Бохаров, уның урынбаҫарҙары, район Советы рәйесе Зөфәр Мәғәсүм улы Хафизов, саҡырылған ҡунаҡтар – Ауыл хужалығы министрлығы вәкиле Рәмил Сәрүәр улы Баһауетдинов, "Мәләүез шәкәр заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Илгиз Нәғим улы Ниғмәтуллин, "Ҡарлыман продукт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Александр Владимирович Моисеенко, юғары күрһәткестәргә өлгәшкән район фермерҙары, игенселәр, һауынсылар, малсылар, механизаторҙар һәм ауыл хужалығы тармағы ветерандары ҡатнашты.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 52