Киләһе уңышҡа нигеҙ һалына
31 августа 2013 йыл | Ауыл хужалығы

Киләһе уңышҡа  нигеҙ һалына"Урожай” крәҫтиән хужалығы ЯСЙ-е эшсәндәре башҡа эштәр менән бер рәттән ужым культуралары сәсеүҙе лә ойошҡанлыҡ менән алып бара. Бында 500 гектарҙан ашыу майҙанға арыш сәселгән дә инде.

Эш күләме артҡан һайын уңыш та йышыраҡ йылмая
28 августа 2013 йыл | Ауыл хужалығы

Эш күләме артҡан һайын  уңыш та йышыраҡ йылмая"Ағиҙел” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ҡара-сыбар тоҡомло 70 баш һауын һыйыры аҫралған Ибраһим фермаһында йәнлелек хөкөм һөрә. Һауынсылар Альмира Баҡыева менән Рәйлә Әбделмәнова киске һауынға әҙерләнә. Оператор Фәрит Әбделмәнов һауыу аппараттарының төҙөклөгөн тикшерә. Ферма мөдире Илдар Баҡыевтың да мәшәҡәттәре етерлек.

Баҫыу эштәре барышы
28 августа 2013 йыл | Ауыл хужалығы

Һуңғы көндәрҙә яуып уҙған ҡойма ямғырҙарға ҡарамаҫтан, районда урып йыйыу эштәре дауам итә.

“Йәшел ураҡ” көндәлеге
17 августа 2013 йыл | Ауыл хужалығы

(16 авгусҡа ҡарата)
Район хужалыҡтарында урып йыйыу эштәре дауам итә. Иген культуралары дөйөм майҙандарҙың 23 процентында (3775 гектарҙа) йыйып алынған. "Урожай” крәҫтиән хужалығында был күрһәткес 53 процент (980 гектар), "Агрохим”да – 52 (350 гектар), Ленин исемендәге колхозда 43 процент (500 гектар) тәшкил итә. Район буйынса 2600 гектар майҙандағы арыштың 2169 гектарында уңыш йыйып алынған. Арыштың уртаса гектар ҡеүәте 17 центнер тәшкил итә. "Урожай” (21,4 центнер), "Зенит” (20), Кәримов (20), Ленин исемендәге (18 центнер) хужалыҡтарҙа уңыш уртаса район күрһәткесенән юғары.

Һөт һәм бал булғанда ауыл йәшәр
17 августа 2013 йыл | Ауыл хужалығы

Һөт һәм бал булғанда ауыл йәшәрАуыл тормошо тураһында һүҙ алып барғанда иң тәү сиратта ихатала эркелешеп йөрөгән мал-тыуар, һөт-ҡаймаҡ һәм ҡорт балы күҙ алдына килә. Һөт һәм бал борон-борондан ауыл кешеһенең төп йәшәү сығанағы булған. Электән ата-бабаларыбыҙ мал аҫраған, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән. Һөт ризыҡтары, ит һәм бал һатыуҙан килем алып етеш тормошта йәшәүсе ғаиләләр һәр ауылда артҡандан-арта бара.
Имәндәш ауылында ла малсылыҡ һәм ҡортсолоҡҡа етди иғтибар бирелеп, халыҡ күпләп һыйыр һәм ат
аҫрай. Кемдер һауған һөтөн һөт йыйыусыға тапшырһа, икенселәре ҡаймаҡ, ҡорот, эремсек эшләп ауыл баҙарына сығара, йәиһә Еҙем буйында ял итеүсе туристарға һата. Үҙҙәренең өҫтәле лә һөт ризыҡтарынан өҙөлмәй.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 40 41 42 43 44 45 46 47 48 ... 52