“Урожай”ҙар һынатмаҫ
30 марта 2013 йыл | Ауыл хужалығы

“Урожай”ҙар һынатмаҫРайон хужалыҡтарында техник тикшереү уҙғарыу дауам итә. Сираттағы техник тикшереү "Урожай” крәҫтиән хужалығында үтте.

Техника паркы даими яңыртыла
20 марта 2013 йыл | Ауыл хужалығы

Техника паркы даими яңыртылаҠояш нурҙары көндән-көн нығыраҡ ҡыҙҙырып ҡарҙы иретә, ҡыйыҡтан тамсы тама. Яҙ килеүен хәбәр итеп көньяҡтан ҡара ҡарғалар ҙа ҡайтты. Тимәк, ауыл хужалығы эшсәндәренә лә мәшәҡәтле осор башлана. Әле хужалыҡтарҙа механизаторҙар яҙғы баҫыу эштәренә техника әҙерләү менән мәшғүл. Техниканың нисек эшләүе сәсеү эштәренең сифатына тәьҫир итәсәк. Шуға ла техника әҙерләүгә етди иғтибар бирелә.

Элекке даны ҡайтыр әле
16 февраля 2013 йыл | Ауыл хужалығы

Элекке даны ҡайтыр әлеЯңыраҡ  малсылыҡ буйынса район семинар-кәңәшмәһе булып үтеүе, унда "Кузин” фермер хужалығы, "Урожай” крәҫтиән хужалығының Байымбәт һөтсөлөк фермаһы, "Ағиҙел” йәмғиәте фермаларының эш тәжрибәләре өйрәнелеүе хаҡында гәзитебеҙҙә мәҡәлә донъя күргәйне. "Кузин” фермер хужалығының Архангелка фермаһындағы мал ҡышлатыу барышы менән гәзит уҡыусыны ентекләберәк таныштырыу маҡсатында ошо хужалыҡҡа юлландыҡ.

Тырышлыҡ булғанда һөҙөмтәләр ҙә юғары
09 февраля 2013 йыл | Ауыл хужалығы

Тырышлыҡ булғанда һөҙөмтәләр ҙә юғарыБилдәле булыуынса, үткән йома район малсылары семинар-кәңәшмәгә йыйылып, уҙған йылғы эшмәкәрлектәренә йомғаҡ яһаны, мал-тыуарҙы имен-аман ҡышлатып сығарыу, малсылыҡ продукцияһы етештереүҙе арттырыу мәсьәләһен ҡараны, киләсәккә бурыс-тар билдәләне. Был сарала район Хакимиәте башлығы Р.З.Бохаров, район Советы рәйесе, ветстанция начальнигы Ф.Ф.Зәйнетдинов, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Ф.Ф.Ибраһимов, бүлектәге белгестәр, Стәрлетамаҡ һөт заводы вәкилдәре, хужалыҡтар етәкселәре, зоотехниктар, ветеринар табиптар, ферма мөдирҙәре ҡатнашты.

Яугилделәр тырыша
02 февраля 2013 йыл | Ауыл хужалығы

Яугилделәр тырыша"Урожай” КХ ЯСЙ-енең Яугилде фермаһында ғәҙәти эш көнө башланып тора. Бындағы һәр кемгә үҙ эшенең нескәлегенә, унан нимә талап ителеүенә өйрәтеп, аңлатып тораһы түгел. Буранмы, һыуыҡмы, улар көн дә эшенә ашыға.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 44 45 46 47 48 49 50 51 52 53