Фиҙаҡәрлек хас уға
23 ноября 2017 йыл | Ауыл хужалығы

Фиҙаҡәрлек хас уғаЯңғыҙҡайын ауылының ветеринар фельдшеры Рафаэль Әхмәт улы Сөләймәнов - дүрт тиҫтә йыл ғүмерен ауыл хужалығы тармағына бағышлаған ир-уҙамандарҙың береһе.

Тыуған ергә ереккән
23 ноября 2017 йыл | Ауыл хужалығы

Тыуған ергә ереккәнҺәр кеше яҡты донъяға үҙ булмышы менән килә.  Берәүҙәр  фән юлын һайлай һәм бар ғүмерен уға бағышлай, кемдер сәнғәтте үҙ итә, бәғзеләр тыуған төйәгенән айырылмай,  ергә ерегеп, яп-ябай хеҙмәт кешеһе булып, уның ысын хужаһына әйләнеп йәшәй бирә. Шундайҙарҙың береһе – заманында элекке  "Йондоҙ” колхозының алдынғыһы булып танылған Рәйес Әсҡәт улы Вахитов хаҡында яҙмам.

Муллыҡ тантана итте
10 октября 2017 йыл | Урындағы үҙидара, Ауыл хужалығы, Йәмғиәт

Муллыҡ тантана итте
Муллыҡ тантана иттеБайрамдар уңайынан ойошторолған көҙгө йәрминкәне халыҡ һәр йылдағыса  түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Сөнки ғәҙәти көндәрҙәгегә ҡарағанда бында һәр төрлө кәрәк-яраҡты сағыштырмаса осһоҙораҡ хаҡҡа һатып алыу мөмкинлеге бар.  Күпләп мал-тыуар аҫраусылар, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтереүселәр үҙенән артҡанын һатып, бер ни тиклем ғаилә бюджетын тулыландырыуға иҫәп тотһа, красноусолдар йәрминкәлә шулай уҡ осһоҙораҡҡа ит, ҡышҡылыҡҡа етерлек  бәрәңге, кишер, кәбеҫтә, ҡыҙыл сөгөлдөр, мал-тыуарына, ҡош-ҡортона аҙыҡ, иген һатып алырға өмөтләнә.

Баҫыу эштәре көндәлеге
10 октября 2017 йыл | Ауыл хужалығы

Районда шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙыу дауам итә.
Шәкәр сөгөлдөрө 3742 гектар майҙанда үҫтерелгән булһа, 9 октябргә ҡарата 2550 гектар майҙанда (68 процент) "татлы тамыр" ҡаҙып алынған. Биктимеров (50 гектар), Әбйәлилов (5 га) хужалыҡтары икенсе ураҡты тамамланы. "Восход СТ" (1050 гектар) хужалығы иң ҙур майҙанда шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүсе булып тора һәм был хужалыҡта 917 гектарҙа (87 процент) уңыш ҡаҙып алынған. Һәр гектарҙан уртаса 406 центнер уңыш алына. Район буйынса уртаса уңыш гектарынан 380 центнер тәшкил итә. Шәкәр заводына 46 мең 590 тонна сеймал оҙатылған. Көндәлек райондан 105-110 машина яңы уңыш тейәп шәкәр заводына юллана.

Уңыш зарланырлыҡ түгел
22 сентября 2017 йыл | Ауыл хужалығы

"Икенсе ураҡ”  бара
Районыбыҙ хужалыҡтарында ураҡ эштәре дауам итә. Ауыл хужалығы идаралығынан алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, 21 сентябргә ҡарата бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культураларҙың һуңғы гектарҙарында  уңыш йыйыу эштәре тамамланыуға (88%) табан бара. Район буйынса уртаса гектар ҡеүәте 24,5 центнер тәшкил итте.
Көндәр салт аяҙ торғанда эш темпын тағы ла ҡыҙыулатып, ошо мәлдең һәр минутын файҙаланып ҡалырға тырышып хужалыҡтар икенсе ураҡҡа - "татлы тамыр” уңышын сығарыуға тотондо. Район буйынса был табышлы культура дөйөм 3742 гектарҙа сәселгәйне. Бөгөнгө көнгә ҡарата 518 гектарҙың (14 %) уңышы йыйып алынған. Әлегә уртаса гектар ҡеүәте 324 центнер булып, барлығы 16 меңдән ашыу тонна "татлы тамыр” ҡаҙып алынған. 10 мең тоннанан ашыуы Мәләүез шәкәр заводына оҙатылған.
Уңыш зарланырлыҡ түгел

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 52