Ураҡ көндәлеге
05 сентября 2017 йыл | Ауыл хужалығы

Районда урып йыйыу эштәре дауам итә. 4 сентябргә ҡарата 11200 гектар майҙанда (планға ҡарата 63 процент) иген культуралары сабылған, 10500 гектарҙа (59 процент) уңыш йыйып алынған. Һәр гектарҙан уртаса уңыш 24,5 центнер тәшкил итә. Ә бына "Восход-СТ” хужалығында борсаҡ гектарынан 30 центнерҙан ашыу, Ленин исемендәге хужалыҡта ужым культураһы гектарынан 38 центнер, "Восход” хужалығында арпа гектарынан 39 центнер уңыш биргән. Район буйынса тулайым иген йыйымы 25 мең 700 центнер тәшкил итә. Урып йыйыу эштәре менән бер рәттән киләһе уңыш хаҡында ла хәстәрлек күрелә. Әлегә 1800 гектар майҙанда ужым культуралары сәселгән, 1 мең гектарҙан ашыу майҙанда баҫыуҙар туңға һөрөлгән.

Йәрминкәлә ҡатнашырға саҡырабыҙ
05 сентября 2017 йыл | Ауыл хужалығы, Йәмғиәт

Йәрминкәлә ҡатнашырға саҡырабыҙҒафури районы муниципаль район хакимиәте крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын, шәхси хужалыҡ тотоусыларҙы, ауыл хужалығы предприятиеларын 9 сентябрҙә ауыл хужалығы йәрминкәһендә ҡатнашырға саҡыра.
Йәрминкә район хакимиәте бинаһы ҡаршыһындағы майҙанда үтәсәк. Адресы: Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2А. Башлана 10.00 сәғәттә. Йәрминкәгә рәхим итегеҙ!

Ветеринар хеҙмәте – һәр ваҡыт хөрмәтле
31 августа 2017 йыл | Ауыл хужалығы, Йәмғиәт

Ветеринар хеҙмәте –  һәр ваҡыт хөрмәтлеВетеринар һөнәре бик борондан барлыҡҡа килгән. Улар тураһында Боронғо Рус ваҡытында уҡ яҙып ҡалдырылған. Новгородта табылған яҙма китаптарҙа  XV быуатта булған һөнәрҙәр исемлегендә улар "ат табиптары”, "ҡан алыу-сылар” һ.б. тип телгә алына.

Байрамығыҙ менән!
31 августа 2017 йыл | Ауыл хужалығы, Йәмғиәт

Хөрмәтле ветеринария хеҙмәткәрҙәре һәм ошо тармаҡ ветерандары!
Һөнәри байрамығыҙ айҡанлы ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ. Быйыл
130 йыллыҡ тарихы булған Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө рәсми рәүештә дүртенсе тапҡыр билдәләнә. Был тармаҡта мал-тыуар яратҡан, үҙ эштәрен төплө белгән хеҙмәткәрҙәр эшләй. Районыбыҙҙың нигеҙҙә мал бағып донъя көткән ауыл халҡы тап ветеринария хеҙмәтенә мохтаж. Был тармаҡ хеҙмәткәрҙәре малдар араһында йоғошло сирҙәрҙе булдырмау йәһәтенән арымай-талмай эшләй, үҙ ваҡытында профилактик саралар уҙғара.
Киләсәктә лә яуаплылыҡ талап иткән эшегеҙҙә ҙур уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, ғаиләләрегеҙгә именлек теләйем.
Рәмил БОХАРОВ,
Муниципаль район
хакимиәте башлығы.

Һөнәренә тоғролар тупланған бында
31 августа 2017 йыл | Ауыл хужалығы, Йәмғиәт

Һөнәренә тоғролар  тупланған бындаСентябрҙең тәүге йәкшәмбеһендә көнкүре-шебеҙгә ҙур уңайлыҡтар булдырыусы Нефть һәм газ сәнәғәте, шулай уҡ районыбыҙҙың газ хужалығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан "Газпром Өфө газ бүлеүсе” Асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Салауат ҡалаһы буйынса Красноусол участкаһының йорт эсендәге газ ҡоролмалары инженеры Риф Рауил улы ФӘТҠУЛЛИН эшмәкәрлектәре менән таныштырып үтте.  Һүҙ – уға:

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 52