“Трактор” рейдҡа сыға
25 августа 2017 йыл | Ауыл хужалығы

“Трактор” рейдҡа сыға
“Трактор” рейдҡа сығаГәзиттә хәбәр итеүебеҙсә, һәр йылдағыса быйыл да рес-публикала Дәүләт техник күҙәтеү йүнәлеше буйынса "Трактор” операцияһы старт алды. Уның маҡсаты булып үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларға тағылмаларҙы файҙаланыу барышында хоҡуҡ  боҙоуҙарҙы профилактикалау һәм булдырмау буйынса саралар күреү тора.

Һәр минуты ҡәҙерле ҡыҙыу мәл
25 августа 2017 йыл | Ауыл хужалығы

Һәр минуты ҡәҙерле ҡыҙыу мәл
Һәр минуты ҡәҙерле ҡыҙыу мәл
Һәр минуты ҡәҙерле ҡыҙыу мәлАуыл хужалығы эшсәндәренә тәбиғәт бер-бер артлы һынауҙар ебәреп кенә тора. Йә йылдың ҡоролоҡло килеүе, йә быйылғы яуындар хужалыҡтарға зыян килтерҙе. Әммә ҡалай ғына булмаһын, районыбыҙҙың һәр бер хужалығында баҫыуҙарҙа өлгөргән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алырға тырышып эш итәләр. Яңғыҙҡайындағы "ШЭ Р.В.Мөьминов” (Ленин исемендәге колхоз) хужалығында ла баҫыу эштәренең ҡыҙған мәле.

Алдынғы игенсе
22 августа 2017 йыл | Ауыл хужалығы, Уңғандарыбыҙ

Алдынғы игенсе"Урожай” крәҫтиән хужалығының алдынғы механизаторы Рәшит Ришат улы Яҡуповты районда белмәгән кеше һирәктер. Ҡыш көнө тракторҙа, йәй көнө комбайн штурвалы артына ултырған иген үҫтереүсе күп тапҡырҙар район хакимиәте, район Советының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән. Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ Рәшит Яҡупов райондың почетлы гражданы исеменә лә эйә. Бынан 17 йыл элек һатып алынған "Дон” комбайнында эшләү осоронда ул гел алдынғылар рәтендә булды. Хеҙмәт урынында ғына түгел, тормошта ла бынамын тигән ғаилә башлығы ул. Тормош иптәше Айһылыу  менән 2 ул, 4 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Яҡуповтар Бурлы ауылының ғорурлығы булып торалар.

Уңыш ҡәнәғәтләнерлек
22 августа 2017 йыл | Ауыл хужалығы

Баҫыуҙарҙа урып йыйыу эштәре ҡыҙыу төҫ алды.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыу барышында Ауыл хужалығы министры  Илшат Фәзрахманов "уңыш  быйыл  һәйбәт һәм уны йыйыу өсөн һауа торошо ла яҡшы тора”,  тип билдәләне. Әлеге көндә  уртаса  гектар ҡеүәте буйынса республиканың Саҡмағош (гектарынан 37 центнер), Стәрлетамаҡ (34,5) һәм Мәләүез (31) райондары алда килә.
20 авгусҡа иген һаҡлағыстарға 550 мең тоннанан ашыу яңы уңыш игене һалынған.

Тәбиғәт көйһөҙлөгөнә ҡарамай
15 августа 2017 йыл | Ауыл хужалығы

Тәбиғәт көйһөҙлөгөнә ҡарамай
Тәбиғәт көйһөҙлөгөнә ҡарамайБыйылғы тәбиғәт шарттары тотороҡһоҙ булыуға ҡарамаҫтан, баҫыуҙарҙа игендәр өлгөрөп, игенсе өсөн
яуаплы мәл – ураҡ осоро етте. "Урожай” крәҫтиән  хужалығында ла тәүгеләрҙән булып урып йыйыу эштәренә тотондолар. Әлеге мәлдә өс "Дон-1500Б”, бер "Нива” комбайндары Ҡормантау ауылы янындағы ужым арышы биләгән баҫыуҙарҙа уңыш йыйыу менән мәшғүл. Кисә, йәғни 14 августа ысыҡ уғата ныҡ булыу сәбәпле, башаҡтар бер сама елләгәс, баҫыу батырҙары эшкә төш ваҡытында ғына тотона алды. Артабан уларҙы Березовка ауылы эргәһендәге арыш баҫыуҙары көтә.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 52