Ҡартлыҡ та шатлыҡ ул
28 сентября 2018 йыл | Хаттар

Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһендә 90 йәше тулған ололарҙы ауыл хакимиәте башлығы Нурсилә Хәсәнова, ветерандар советы рәйесе Мәрйәм Ке-йекбаева, ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Сәриә Мәхмүтова өйҙәренә барып ҡотлап, бүләктәр тапшырып китеү матур йолаға әйләнде.
Ҡартлыҡ та шатлыҡ ул

Әүҙем ветерандар - Ҡауарҙыла
28 сентября 2018 йыл | Хаттар, Йәмғиәт

Әүҙем ветерандар - ҠауарҙылаХалыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө - Ер йөҙөндәге бөтә оло кешеләрҙе ихтирам итеү, уларҙың үткән һәм хәҙерге хеҙмәттәрен баһалау көнө ул. Әлеге ололарҙың бөтәһе лә төрлө урында эшләп, хеҙмәттә сынығып үҫкән. Тормош юлдарынан фәһем алып, ыңғай яҡтарынан үрнәк алырлыҡ пенсионерҙар етерлек арабыҙҙа.
Ҡауарҙы ауылында ла өлгө булырлыҡ оло кешеләр бик күп.

Күңел ҡартаймай тиҙәр...
28 сентября 2018 йыл | Хаттар, Йәмғиәт


Күңел ҡартаймай тиҙәр...
Беҙҙе шулай ҡабул итегеҙ.
Юҡ-бар һүҙҙәргә лә бик тиҙ генә
Күңелдәр ҙә тора кителеп.
Тик йәшәйһе килә бына шулай:
Йырлап, бейеп, матур иттереп.

Әсәйле лә, атайлы ла саҡтар...
25 сентября 2018 йыл | Хаттар

Әсәйле лә, атайлы ла
саҡтар
Ғүмеремдең
йырлы йылдары.
Бала сағым
хәтирәһе булып,
Ҡолағымда сыңлай
моңдары.
Ҡаранйылға ауылында ғүмер кисергән әсәйебеҙ Мәстүрә Зиннәт ҡыҙы менән атайыбыҙ Хәсәйетдин Ямалетдин улы Вәлиевтарға быйыл 90 йәш тулыр ине. Эйе, тормоштоң аяуһыҙ, үтә лә ауыр саҡтарында 14 йәшенән Бөйөк Ватан һуғышына алынған ата-йым, 7 бала тәрбиәләп үҫтергән, хеҙмәт ветераны әсәйем мәңгелек донъяға иртә, бик иртә күстеләр. Пәйғәмбәр йәшенә етһәм дә, балалыҡ, йәшлек хистәремдән һис арына алмайым. Күңелем өҙлөкһөҙ шул йылдарға алып ҡайта.

Әсәйле лә, атайлы ла саҡтар...

Бәхетле үтһен ғүмерегеҙ!
25 сентября 2018 йыл | Хаттар

Тарихҡа бай, ғорур, хозур  тәбиғәтле Ғафури районы Юлыҡ ауылына сәфәргә сыҡҡанбыҙ. Был ерҙә беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле - бер төркөмдә уҡыған һабаҡташыбыҙ Альмира Сабит ҡыҙы Юлмөхәмәтова (Ғайсина) тормош иптәше Таһир Ситдиҡ улы менән донъя көтәләр.Бәхетле үтһен ғүмерегеҙ!

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 122