Туҡталыш күсерелерме?
26 февраля 2014 йыл | Хаттар

"Табын” гәзите биттәрендә Ҡаранйылға ауылында башҡарылған ыңғай эштәр (зыяратты кәртәләү, юлды тәртипкә килтереү өмәләре, Яңы йылды үҙенсәлекле итеп уҙғарыу һ.б.) даими яҡтыртылып килде. Красноусол юл төҙөү-ремонтлау идаралығы эшселәренең Сәйетбаба - Ҡаранйылға юлын күтәртеп, тигеҙләүенә лә бик шатбыҙ. Хәҙер унда асфальт түшәргә генә ҡалды.
Әммә беҙҙе борсоған урындар ҙа бар. Мәндем йылғаһы аша һалынған күперҙе асыу тантанаһында Автотранспорт предприятиеһы етәксеһе А.И.Гребнев: "ауылға автобус йөрөйәсәк", тип вәғәҙә лә биреп китте. Тик юл хеҙмәткәрҙәре автобус туҡталышын ауылға бер саҡрым етмәй эшләп ҡуйҙылар, етмәһә зыярат эргәһенә, ә унда яҡтылыҡ линияһы үтмәй.
Юл таҙартып килеү-селәр ҙә ауылға барып етмәй, шул туҡталыштан ғына боролоп китә. Ҡаранйылға халҡы автобус туҡталышын ауылдың уртаһына күсереүҙе һәм юл таҙартыусыларҙың ауылға кереп сығыуын һорай.
Миңнур ЙӘНОҘАҠОВ,
пенсионер.
Ҡаранйылға ауылы.