Байрам атайҙарға арналды
26 февраля 2014 йыл | Хаттар

Ҡормантау мәктәбенең ҡыҫҡа ваҡытлы көн төркөмөндә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған иртәлек үтте.
Кескәйҙәр атайҙарын ҡотлап йырланы, бейене, үҙ ҡулдары менән әҙерләгән бүләктәрен тапшырҙы. Байрамдың икенсе өлөшөндә атайҙар өсөн конкурс ойошторолдо. Иртәлек "Һәр ваҡыт булһын ҡояш” йыры менән тамамланды.
Маһира МУЛЛАҒӘЛИЕВА,
тәрбиәсе.