“Әкиәт” ишеге һәр ваҡыт асыҡ булһын
26 февраля 2014 йыл | Хаттар

Һәр матур йорт күркәмлеге, йылы усағы менән үҙенә тартып тора. Район үҙәгендәге "Әкиәт” балалар баҡсаһы ла 309 баланы үҙ ҡосағына алған. Бөгөн 25 йыллыҡ юбилейын билдәләгән балалар баҡсаһына 1988 йылдың сентябрендә эшкә тәғәйенләндем. Әммә тәрбиәсе булып түгел, төҙөүсе булып эш башланыҡ. Сөнки был ваҡытта баҡсала төҙөлөш эштәре тамамланмағайны әле.
Мәғариф бүлегенән буласаҡ баҡсаның хеҙмәткәрҙәре – йәш тәрбиәселәр, тәрбиәсе ярҙамсылары, ашнаҡсылар килде. Күмәкләп тотонғас, эшебеҙ гөрләп барҙы. Тәүге мөдиребеҙ – юғары белемле педагог Альмира Ғәлим ҡыҙы Кандалова ине. Булдыҡлы етәксе тиҙ арала йыһаздар ҙа килтертте, уны үҙебеҙ йыйып алдыҡ. 12 төркөмгә иҫәпләнгән баҡсабыҙға "Әкиәт” тип исем ҡуштыҡ. 1989 йылдың февралендә тәүге төркөм асылды. Төркөмгә 1984 йылғы балалар ҡабул ителде. Хәҙер инде уларға 30 йәш, үҙҙәре беҙҙең баҡсаға балаларын йөрөтә.
"Әкиәт”кә - 25 йәш. Ошо арауыҡта нисәмә тиҫтә бала тәрбиәләнде унда. Бөгөн бында юғары категориялы – 4, беренсе категориялы 15 тәрбиәсе эшләй. 9-ы икенсе категорияға эйә. 13 тәрбиәсе ярҙамсыһы, 2 музыкаль хеҙмәткәр, 2 логопед, физкультура буйынса инструктор, психолог эшләй. Барлыҡ байрам саралары берҙәм, күңелле үтә.
Альмира Ғәлим ҡыҙынан һуң оҙаҡ йылдар Любовь Васильевна Воронова мөдир вазифаһын үтәне. Талапсан, хәстәрлекле  етәксе үҙе лә тынғыһыҙ булды, беҙгә лә ҡул ҡаушырып ултырырға ирек бирмәне.
Ҡыҙҙар ҙа тырыш булды. Күптәр ситтән тороп юғары белем алдылар, маҡсатлы эшләнеләр. "Әкиәт”тә ҡанат нығытып артабан үрләгәндәр ҙә бар. Мәҫәлән, Лира Мөхәмәҙи ҡыҙы Вәлиева (Бәхтийәрова) мәғариф бүлегенең мәктәпкәсә белем биреү методисы, Алира Әмирйән ҡыҙы Дәүләтбаева оҙаҡ йылдар Курорттағы "Ҡайынҡай”ҙа мөдир булды, әле Красноусолдағы "Миләшкәй” балалар баҡсаһын етәкләй.
Эйе, бала яратмаған кешегә балалар баҡсаһында урын юҡ. Һәр сабыйҙы үҙ балаһылай күреп, улар күңелен аңлап, бөрөләнеп кенә килгән һәләттәрен үҫтереп, шәхес итеп тәрбиәләүсе кеше генә эшләй ала кескәйҙәр донъяһында. Бер осор мөдир вазифаһын Әлфиә Совет ҡыҙы Ефремова башҡарҙы. "Әкиәт”кә әлеге көндә Татьяна Михайловна Ефремова етәкселек итә. Ул да балаларҙы бик ярата, коллектив менән һәйбәт мөғәмәләлә. Киң эрудициялы, булдыҡлы методист, өлкән тәрбиәсе Гөлнара Рамазан ҡыҙы Вәлиеванан ифрат уңдыҡ. Әлфиә Шаһимәрҙән ҡыҙы Сөләймәнова, Сания Әүхәҙи ҡыҙы Мөлөкова, Мөнирә Рәхим ҡыҙы Сафина, Алһыу Ғәзимйән ҡыҙы Латипова – нисәмә быуын баланы тәрбиәләгән, оҙаҡ йылдар эшләгән тәрбиәселәр. Йылдар буйы йыйылған эш тәжрибәләрен йәш хеҙмәттәштәренә ҡалдырырға тырыша улар. Тәрбиәсе ярҙамсылары Рита Рамазанова, Татьяна Фәйзуллина, Флүрә Хоҙайбирҙина, ашнаҡсы Фәүриә Йәрмиева алыштырғыһыҙ хеҙмәткәрҙәр булып коллективта абруй ҡаҙанғандар.
Баҡсабыҙҙа әленән-әле төрлө саралар үтә. Семинар-кәңәшмәләр ҙә тап "Әкиәт”тә уҙғарыла.
"Әкиәт” балалар баҡсаһының 67 кешенән торған коллективы 25 йыл ҡулға-ҡул тотоноп атлай. Хеҙмәттәштәремде юбилей менән ҡотлайым, эштәрендә уңыштар теләйем. Баҡсабыҙ һәр ваҡыт нур сәсеп, сабыйҙар тауышынан гөр килеп торһон.
Луиза МӘҮЛЕТҠОЛОВА,
тәрбиәсе.