Ғаиләбеҙ ғорурлығы
23 апреля 2014 йыл | Хаттар

Районыбыҙҙың иң күркәм мөйөштәренең береһе – күккә олғашҡан тауҙар һәм саф, таҙа һыулы Еҙем йылғаһы буйында урынлашҡан Ерекле ауылында 1949 йылдың 15 апрелендә Зөһрә менән Динислам Ишкиндар ғаиләһендә баш балалары донъяға ауаз һала. Уға Тәнзилә тип исем ҡушалар.
Бала сағынан уҡ ул аң-белемгә ынтылып, тиҫтерҙәре-нән айырыуса күпте белеүе менән айырылып буй еткерә, әсәһенең иң ҙур ярҙамсыһы була.

Тәнзилә 1-се класҡа Ерекле башланғыс мәктәбенә уҡырға төшә, артабан уҡыуын Толпар һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә дауам итә, ә 10-сы класты Сәйетбаба урта мәктәбендә тамамлай. Атай-әсәй янына ул каникулдарҙа ғына ҡайта торғайны. Уның ҡайтыуын беҙ, һеңлекәштәре Рәшиҙә, Нәсимә, Рәсимә, Рәйсә, Римма, Гөлсара, Фәнизә һәм атай-әсәйебеҙ һағынып көтөп ала инек.
Мәктәпте тамамлағас, апайым "Йондоҙ” район гәзитендә эшләй башланы. Белемгә ынтылыш уға бер ҙә тынғылыҡ бирмәй ине. Һәм, ниһайәт, ул 1968 йылда БДУ-ның филология факультетына уҡырға инде. Бында 5 йыл уҡып, юғары белемгә эйә булғас, апайымды йүнәлтмә буйынса Сәйетбаба урта мәктәбенә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрәләр. Әммә бында уға оҙаҡ эшләргә тура килмәй, йәш белгесте "Йондоҙ” гәзите редакцияһына тәржемәсе итеп эшкә саҡыралар. Бында еңел булмаған, әммә мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы һөнәр нескәлектәренә төшөнөргә уға редакция хеҙмәткәрҙәре Мәҙинә Хажи ҡыҙы Ғибаҙуллина менән Флүрә Аллабирҙе ҡыҙы Садиҡова ярҙам ҡулы һуҙа. Апайым район гәзитендә эшләгән йылдарын айы-рыуса ҙур йылылыҡ менән иҫкә төшөрә.
Артабан апайым үҙенең һөнәри белемен күтәреү ниәте менән Өфөгә күсергә ҡарар итә. Һәм "Совет Башҡортостаны” (хәҙерге "Башҡортостан”) республика гәзитендә тәржемәсе булып эшләй башлай. Ул оҙаҡ йылдар тәржемә бүлеге мөдире була. Бер нисә йыл рес-публика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа тәржемә буйынса баш белгес булып хеҙмәт юлы үтә.
Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, уны онотмайҙар, әленән-әле хеҙмәткәрҙәрҙең йәйге ялы осоронда ваҡытлыса эшкә саҡыралар. Ул ҡанатланып яратҡан эшенә килә. 42 йәшендә әсәй булып, берҙән-бер ҡыҙы Динара донъяға килде. Хәҙер инде ул үҫеп буй еткерҙе, авиация-техник университетын тамамланы, Өфө мэрияһында муниципаль хеҙмәткәр.
Атай-әсәйебеҙ йәшләй генә гүр эйәһе булғас, Тәнзилә апайыма уларҙы алыштырып, беҙгә - һеңлекәштәренә һәм 14 кенә йәштәрендә атай-әсәйһеҙ ҡалған ике игеҙәк энекәшебеҙ Тимерхан менән Тимерйәнгә атай ҙа, әсәй ҙә булырға тура килде. Кәңәш-ярҙам кәрәк саҡта гелән апайыбыҙға мөрәжәғәт иттек, ул беҙҙе бер ҡасан да ҡыр типмәне. Аллаға шөкөр, бөгөн 10-ыбыҙ ҙа иҫән-һаубыҙ, хәҙер барыбыҙ балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ  менән бергә 49 кешебеҙ.
Апайыбыҙ данлыҡлы Алла Пугачева менән тиҫтер, бер көндә тыуғандар. Ул да, мәшһүр йырсы кеүек, һаман йәш сырайлы, нәфис булып ҡалыуы менән һоҡландыра. Тик апайымдың төҫ ташламауына пластик операцияларҙың ҡыҫылышы юҡ.
Тәнзилә апайымдың тырыш хеҙмәте бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәттәргә лайыҡ булды, "Хеҙмәт ветераны”, "БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемде лайыҡлы йөрөтә.
Әлбиттә, быларҙың барыһына ла төпкөл ауылдағы күп балалы ғаиләнән ябай ҡыҙ тик үҙе, үҙенең ныҡышмаллығы һәм тырышлығы менән өлгәште.

Нәсимә ЙӘНБӘКОВА.
Аҡкүл ауылы.