Ҡартлыҡта кисергән бәхет
23 апреля 2014 йыл | Хаттар

Һуғыштан алдағы йылдарҙа ла ауыл халҡы ауырлыҡтар кисереп йәшәне. Ат һабаны менән ер һөрөп, ҡул менән сәсеп кенә игендәрҙән юғары уңыш үҫтереп ала алманылар. Иген уңышы 8-9, уҙа барһа 11-12 центнерҙан арт-маны. Тракторҙар, ер эшкәртеүсе техника юҡ ине әле.
Әлтәф Әғзәм улы Басариев шул ауыр заманда 1939 йылдың 16 мартында Ҡолҡан ауылында тыуған. Уға бала саҡ шатлығын кисерергә тура килмәй, өс йәшендә атаһынан, 12 йәшендә саҡта әсәһенән етем ҡала.
Һуғыш йылдарына тура килгән ауыр ваҡытта уны апаһы Мәсүрә ҡарап үҫтерә. Урам буйында үҫкән йәшел сиҙәмдә, ҡыҙыл сабаҡтар, ташбаш балыҡтары эркелеп йөҙөп йөрөгән Әлдәшле йылғаһында һыу сәсрәтеп һыу инергә тура килмәй Әлтәфкә. Теремек, сос малай булыуына ҡарамаҫтан, етемлек үҙ михнәттәрен күрһәтә.
Тәүҙә Ҡолҡан башланғыс, аҙаҡ Сәйетбаба урта мәктәбендә уҡый. 6-сы класты ғына тамамлай, өҫтөнә кейергә кейеме булмағанлыҡтан, уҡыуын ташларға мәжбүр була. Ун өс йәшенән башлап "Яңы Урал” колхозында төрлө эштәрҙә, күпселектә ялансылыҡта эшләй. Ҡурайсы Сөләймән бабайҙан 14 йәшендә бесән сабырға өйрәнә, Әхмәт Юлдашевтан салғыһын тапата, үткерләтә. Урман участкаһына эшкә бара, урмансылыҡта эшләй. Унан ауылға кире ҡайтып, колхоз аттарын ҡарай.
1959 йылда әрме сафына саҡырыла, дүрт йыл Алыҫ Көнсығышта Тымыҡ океан флотында моряк булып хеҙмәт итә.
Атай иркәләүен, әсә наҙын тойорға яҙмаһа ла, Әлтәф тормошта юғалып ҡалмай, механизатор һөнәрен һайлай. Әрменән ҡайтҡас ошо теләге уны Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 1-се һанлы училищегә алып килә. Уны уңышлы тамамлап, киң профилле механизатор танытмаһын алып ҡайтҡас, "Йондоҙ”  колхозында тракторсы булып эш башлай.
Эш башлай тиһәк тә, эшләп китеүе еңел булмай, уға иҫке бер тракторҙы йүнәтеп алырға ҡушалар. Шуны ремонтлап, 1964 йылдың яҙғы сәсеүенә ҡушылып китә, ер тырматып дым ҡаплауҙа, культивацияла арыу ғына эш һөҙөмтәләре күрһәтә. Әллә ни уҡымышлы булмаһа ла, тормоштоң үҙенән тормош һабаҡтарын үҙләштереп, колхозда өс тиҫтә йылдан артығыраҡ механизатор булып эшләй ул. Хеҙмәттә юғары уңыштарға өлгәшә, колхоз идараһының, партия комитетының Маҡтау грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнә. 1978, 1979 йылдарҙа "Социалистик ярыш еңеүсеһе" билдәләренә лайыҡ була.
Апаһы Мәсүрә уға эш яратыу, кешелеклелек, ярҙамсыллыҡ кеүек сифаттар бирергә тырышҡан. Хеҙмәттәге һәм тормошондағы уңыштары өсөн ул һәр саҡта ла: "Апайыма рәхмәт, ул мине эшкә өйрәтте, намыҫлы йәшәү өлгөләре менән тәрбиәләне”, - тип, уға рәхмәтен белдерә.
Әлтәфтең тағы ла бер һәйбәт сифаты бар -  уҡырға ярата. Өҫтәлендә һәр саҡ "Табын”, "Йәшлек” гәзиттәре, "Ағиҙел” журналы ята. Республика, ил яңылыҡтары менән даими танышып, үҙ фекерен белдереп бара ул. Тормош иптәше Йәзилә менән ауылының өлгөлө ғаиләләренең береһе булып, етеш тормошта йәшәйҙәр, әле лә үҙ ҡул көсө менән ҡорған донъяһында бәхетле ҡартлыҡ кисерәләр, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәйҙәр.
Улар бер ҡыҙ, өс ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Балаларының үҙ ғаиләләре бар, улар ҡайтҡан саҡта өйҙәре умарталағы ҡорттарҙай геүләп тора. Балалар, ейән-ейәнсәрҙәр тауышын ишетеү үҙе бер ғорурлыҡ.
Кеше үҙенең тормошонда һөйөнөстәр ҙә кисерә, күп кенә ауырлыҡтарға ла осрай. Әлтәфтең күргән ауырлыҡтары ла күп булды, әммә ул бирешмәне. Барлыҡ ауырлыҡты көслө рухы, яҡты, нурлы, киң күңелле булыуы менән еңеп йәшәне.
Әлтәф менән Йәзилә Басариевтарҙың тормош юлын парлашып, күгәрсендәй гөрләшеп үтеүенә 50 йыл. Күптән түгел алтын туйҙарын билдәләргә Сәйетбаба мәҙәниәт һарайына саҡырғайнылар. Әлтәф ауырығас, матур тантанаға, Президентыбыҙ бүләген алырға бара алманылар. Ауыл хакимиәте, йәмәғәт ойошмалары, мәҙәниәт йорто вәкилдәре бүләкте өйҙәренә килтереп тапшырҙылар, күркәм юбилейҙары менән ҡотланылар. Үкенеслерәк булды, әлбиттә. Ни хәл итәһең? Юбилей тантанаһын мөхәббәттәренең емештәре өс улы, һөйөклө ҡыҙҙары Әлфиә, уларҙың балалары ҡатнашлығында, туғандарын, яҡындарын саҡырып, өйҙәрендә генә үткәрергә тура килде. Улар бергә йыйылып, ҡәҙерле ата-әсәһенә иң изге теләктәрен, оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Өй эсендә татыулыҡтың, туғанлыҡтың матур өлгөһө булып йырҙар яңғыраны.

Вилдан ШӘРИПОВ.
Красноусол ауылы.