Ғүмере ҡыҫҡа булды
23 апреля 2014 йыл | Хаттар

Туған халҡын, балаларҙы яратҡан, уларҙың киләсәген ҡайғыртҡан, намыҫлы, оло йөрәкле һеңлем Гөлшат Акрам ҡыҙы Сәйетбатталованың
14 апрелдә тыуған көнө булыр ине. Әммә яҙмыш ҡанундары уны йәшләй, 27 йәшендә генә беҙҙең аранан алып китте. Фажиғәле рәүештә ғүмере өҙөлөүенә ярты йыл да булды.

Бала сағы, мәктәп йылдары Юлыҡ ауылында үтте. Бәләкәйҙән сос, ярҙамсыл булып үҫте ул. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында уҡып, юғары белемгә эйә булғас, Игенйылға мәктәбендә башҡорт теленән уҡыта башланы. Ошо ауыл егете Илгиз менән матур ғаилә ҡороп, ҡыҙ һәм улға ғүмер бирҙеләр. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, коллегалары менән уртаҡ тел табып эшләне, яҡты киләсәккә ышанып, ҙур өмөттәр бағлап йәшәне. Гөлшат бар эште лә ысын күңелдән, ихлас башҡарыр ине. Балаларын - Яҙгөл менән Ильясты - иҫ киткес яратты, һәр ваҡыт уларға ҙур иғтибар бүлде. Туғандары, әсәйебеҙ өсөн өҙөлөп торҙо.
Гөрләтеп йәшәр, барлыҡ уй-хыялдарын тормошҡа ашырыр сағында беҙҙе, береһенән-береһе бәләкәйерәк сабыйҙарын ҡалдырып, мәңгелек донъяға күсте.
Йәнең - йәннәттә, урының ожмах түрендә булһын, ҡәҙерлебеҙ.

Әсәһе, туғандары исеменән: апаһы Зилә.