Хәстәрлектәр күп булһа ла
21 мая 2014 йыл | Хаттар

Яҙ етеп йорт алды мәшәҡәттәре башланыу менән редакцияға хаттар ағымы бермә-бер кәмей. Ә был инде гәзитебеҙҙең ауыл тормошона ныҡлы бәйле булыуы тураһында һөйләй.
Апрелдә гәзит уҡыусыларҙан барлығы 84 хат алдыҡ. Һан яғынан әҙ булһалар ҙа, хат–хәбәрҙәр географик яҡтан шаҡтай киң, йөкмәткеле, авторҙарҙың ишлелеге күҙгә ташланды. Сәйетбабанан Рәүилә Лоҡманованың Өфө ҡалаһында үткән "Наурыз байрамы” хаҡындағы, Туғайҙан Әминә Вахитованың "Йөрәктә һаҡланған яралар”, Аҡкүлдән Нәсимә Йәнбәкованың апаһы тураһында яҙған "Ғаилә ғорурлығы” тигән мәҡәләләрен гәзит уҡыусылар яратып уҡығандыр, тибеҙ. Ҡотлоғужа ауылынан Рәдиф Халиҡов ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүселәргә кәңәштәрен бирһә, ЮХХДИ, янғын һағы хеҙмәткәрҙәре район халҡын кәрәкле мәғлүмәттәр менән таныштырып барҙы. Мәғариф өлкәһендәге яңылыҡтарҙы уҡытыусылар, мәғариф бүлеге методистары еткереп торҙо. Мәктәп уҡыусыларының йылы яҡтан ҡайтыусы ҡоштарҙы ҡаршылаған, мәктәп тормошо, уҙғарылған саралар хаҡында яҙылған хаттарын алдыҡ. Һәр бала күңеленә һеңеп ҡалырҙай күңелле саралар үтеүе һөйөнөслө, әлбиттә, гәзит менән хеҙмәттәшлек итеүселәр күбәйеүенә лә шатбыҙ. Тик геройҙарҙың, уҡытыусыларҙың исем-фамилияларын яҙып ебәрергә онотмаһындар ине. Күберәк яҙышығыҙ, ҡәләмегеҙ үткерләнә, оҫтара төшөр, тип әйтәбеҙ йәш хәбәрселәргә. Хәҙер хаттарҙың байтағы электрон почтаға килә, был инде уларҙың һуңлап килеүенә юл ҡуймай.
Тирә-йүнде йәшеллеккә күмеп йәмле май тантана итә. Аллы-гөллө булып яҙғы сәскәләр баш ҡалҡыта, муйыл һәм башҡа ағас-ҡыуаҡтар сәскәгә төрөнә. Мәшәҡәтле, әммә хозур мәл. Хәстәрлектәр күп булһа ла, май почтаһы ла төрлө темаларға яҙылған хаттарға бай булып, һеҙҙең ярҙам менән район тормошон тулыһынса яҡтырта алырбыҙ, тип ышанабыҙ. Хаттар яҙығыҙ, хөрмәтле уҡыусылар!
МӨХӘРРИРИӘТ.