Изге күңелле, кешелекле, кеселекле күршебеҙ
02 февраля 2012 йыл | Хаттар

Изге күңелле, кешелекле, кеселекле күршебеҙҠатын-ҡыҙ, ҡайҙа, кем булып эшләмәһен, ниндәй генә дәрәжә биләмәһен, иң тәү сиратта ул - әсә. Күршем Гөлшат Дәрүиш ҡыҙы Рафиҡованы ла мин гүзәл эшсе тип тә, изге күңелле әсә тип тә беләм. Себер яғында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, тормош иптәше Хәйбулла Ғәйнулла улы менән Красноусолға ҡайтып ҙур йорт һалып инде улар. Гөл үҫтерергә ярата хужабикә. Йәй көнө уларҙың баҡсаһында ниндәй генә сәскә-гөл үҫмәй. Йорт эсендә лә, йылы яҡ ағастарын хәтерләткән ҙур япраҡлы, хуш-еҫле гөлдәр үҫә.
Ғүмер уҙған һайын кеше үткәненә йышыраҡ әйләнә. Гөлшат Дәрүиш ҡыҙы ла бала сағын һағынып иҫкә ала. Красноусолдан 8 саҡрым самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан Ҡаҙығанҡабаҡ ауылында Дәрүиш менән Гөлсөмдөң ишле ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә ул. Күмәк бала араһында иң моңлоһо, иң наҙлыһы Гөлшат була. Үткер, етеҙ хәрәкәтле, егәрле булып үҫә. Аталары урмансы, әсәйҙәре бухгалтер булып көн буйы эштән бушамайҙар. Йорттағы бөтөн мәшәҡәттәрҙе туғандар бергәләп башҡара. Гүзәл тәбиғәт ҡосағындағы ауылда ул саҡта башланғыс мәктәп, магазин, клуб була. Красноусол быяла заводының 111-се участогы тип аталған был ауыл урман эсендә ине. Ауылдың гүзәл тәбиғәтенә һоҡланып, шишмәгә һыуға барғанда ҡыҙҙар менән киләсәк тураһында хыялланып, еләклектә еләк йыйып уҙған үҫмер йылдары серле көскә эйә булған әкиәттә тороп ҡалған кеүек хәҙер. Быяла заводына утын әҙерләү эше менән шөғөлләнгән ауыл, йылдар уҙғас, юҡҡа сыҡты. Халҡы Красноусолға күсенде. Улар араһында Гөлшаттарҙың ғаиләһе лә бар ине. Гөлшат 1-се һанлы мәктәпте тамамлағас, Ишембай нефть техникумына уҡырға инә. Ошонда буласаҡ тормош иптәше, Күгәрсен районы егете Хәйбулла менән осраша. Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡан Хәйбулла ла нефтсе һөнәрен һайлап, бында уҡырға килгән була. Диплом алғас, йәш ғаилә йүнәлтмә буйынса Себергә эшкә юллана. Гөлшат Дәрүиш ҡыҙы "Нефтеюганск” быраулау идаралығында инженер-технолог, Хәйбулла Ғәйнулла улы етәксе вазифаларҙа эшләй. Икеһе лә юғары уҡыу йортон тамамлай. Гөлшат төп эшенән тыш урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләй. Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Тыуған яҡтың йола ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен Себер яҡтарында ла онотмау йүнәлешендә эш алып бара. Башҡорт-татар ойошмаһын булдырыуҙа Гөлшат ханымдың хеҙмәте ҙур була. "Иҙел” тип аталған был ойошманың рәйесе була ул. Һабантуйҙар, дини байрамдар, төрлө кисәләр, осрашыуҙар ойоштора. Үҙе өҙҙөрөп гармунда уйнап, матур итеп йырлай. Өҫтәүенә, партойошма секретары вазифаһын да башҡара.
Тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ҡыҙҙары Гүзәл менән улдары Азат икеһе лә юғары уҡыу йорто тамамлап, бөгөн Себерҙә "Нефтегаз” берекмәһендә эшләйҙәр. Хәҙер инде үҙҙәренең ғаиләләре бар. Балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре Айрат, Айҙар, Зарина ла йыш ҡайтып тора. Гөлшаттың һәр эште шул тиклем дә етеҙ һәм ихлас башҡарыуына һоҡланмау мөмкин түгел. Туғандарына, дуҫтарына терәк тә, үрнәк тә булып йәшәй ул. Матур ерҙә үҫкәнгәлер, Гөлшат бөгөн дә тәбиғәт ҡосағында булырға ярата. Тыуған ауылын  һағына. Ҡайтһа, ҡасандыр үҙҙәре ултыртҡан ҡайындар ҡосаҡтарын йәйеп ҡаршылар кеүек. Туғандары менән бергә йыйылышып, элекке ауыл урынына барып, иҫтәлектәрен яңырта Гөлшат Дәрүиш ҡыҙы.
Зәйтүнә ЗӘЙНЕШЕВА.
Красноусол ауылы.
Гөлшат Рафиҡова.