Дары еҫе түгел, икмәк еҫе кинәндерһен гелән Ер йөҙөн!
24 сентября 2014 йыл | Хаттар

Ул 1893 йылда тыуған. Бер йәшендә етем ҡалып, ағаһы Сәлимгәрәй ҡарап үҫтерә. Һуғышҡа алынғас, унда яралана һәм госпиталгә эләгә. "Петроград госпиталенә Николай II үҙе килеп бер нисә яралыға "Георгий Тәреһе” миҙалын бирҙе”, тип һөйләр ине атайым. Был миҙалды һуғыштан әйләнеп ҡайтҡас, өй нигеҙенә йәшереп күмгән ул. 1917 йылдағы Ваҡытлы хөкүмәт переписы буйынса атайыма – 24, ҡатынына 18 йәш (ул вафат булған) була, "ике аты, бер һыйыры, ағас өйө бар”, тип теркәлә. Шуныһы һөйөнөслө: ағалары (Мөхәмәтйән, Сәлимгәрәй, Әхмәтгәрәй) атайым яуҙан ҡайтҡас, уға йорт, мал-тыуар ҙа биреп, хәстәрлек күрһәтәләр.
Атайым бер ҡайҙа уҡымаһа ла, ара-тирәлә олатаһы Айытҡол кеүек (минең ҡарт олатайым Айытҡол Әбүзәров 26 йыл буйы Рәсәй армияһында хеҙмәт иткән, 1859 йылда вафат булған) иң грамоталы кеше иҫәпләнгән. 1917 йылда комбед етәксеһе, 20-се йылдан Имәндәш ауыл Советы рәйесе вазифаларын башҡарған.
НЭП осоронда хәлләнеп өлгөргән ерле ауыл халҡын "кулак” мөһөрө тағып, төрмәләргә ебәреү башлана. Атайымдың иң хәлленән булған ағаһы Сәлимгәрәйҙе төрмәгә оҙаталар. "25 мәртәбә төрмәгә ябылып, 25 мәртәбә ҡотолдом”, - тип һөйләр ине бабайым. Әхмәтгәрәй баба-йымды ла (Марат Әбүзәровтың олатаһы) әллә нисәмә тапҡыр ҡулға алалар.
Бәләкәй Таш-Аҫты ауылы ла күмәк хужалыҡҡа берләштерелә. Атайым да ике атын күмәк хужалыҡҡа бирә. Тик 5 саҡрымдағы Ҡарағайға йөрөп эшләгәс, Һарайғырын үҙендә тота, уны ҡарарға ҡатай яғынан килгән егетте яллай.
Атайымды ла "кулак” мөһөрө ситләп үтмәй. Район етәкселеге уны урыҫ ауылы Ереклегә урман ҡырҡыу начальнигы итеп эшкә ебәрә.
"1937 йылдың феврале. Буран. Мин өйҙә инем. Ҡапҡа алдына мисәүле ат килеп туҡтаны. Күсер килеп, мине ашыҡтырып алып китте, ҡайҙа икәнен дә белмәй ҡалдым. Ошо айҙа ҡулға алыуҙар башланғайны. Улай тиһәң, кашауай, толоп, быйма. Күсер ҙә ләм-мим, бер ни өндәшмәй. Тау-урмандар үтеп, кискә ҡарай ғына Инйәр йылғаһы башы Ләмәҙтамаҡҡа килеп еттек. Ағас ҡырҡыусылар начальнигы, яҙын Инйәр буйлап ҡыуғын ҡыуыусылар начальнигы, ә ҡышын бухгалтер эшен дә үҙем башҡарам”, - тип һөйләй ине атайым.
1941 йыл. Атайымды район Советына саҡырталар. "Райсоветҡа кереп, хужа менән һөйләштем. Миңә билдәһеҙ ылауҙы (кашауай) нимәгә ебәргәндәрен һорағайным, хужа: "Һине кашауай алып китмәһә, ҡара машина алып китер ине”, - тип әйткәнен һөйләне атайым.
Атайымды Таш-Аҫты ауылындағы колхозға рәйес итеп ҡуялар. 28 йорттан торған "Таш-Аҫты” колхозында Ленин орденлы Нәбирә Әҙелбәкова, һәр бер йортта тиерлек "ударница”лар – "Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн” миҙаллы уңғандар йәшәй ине.
Атайым күрше Архангел районынан ике ғаиләне – Беспайло, Паулина (ҡыҙы – Тамара, улы – Альберт), Карл бабайҙы (ҡыҙҙары Алина, Анна, ейәне – Антон) күсереп алып ҡайта. Карл бабайҙар ғаиләһе төрлө йәшелсә үҫтерҙе, ә Беспайло тимерлек асып ебәрҙе, егәрле, оҫта тимерсе булды ул. Тимерлектән кеше өҙөлмәй торғайны. Әммә ул һуғышҡа алынып, унан әйләнеп ҡайтманы. Тимерсе итеп Яҡтыкүл ауылынан Хәмит Муллағолов тигән кешене килтертә атайым. Колхозға нәҙек йөнлө һарыҡтар ҡайтарыусы ла атайым була. Һарыҡтар колхоз эреләтелгәнсе хужалыҡҡа хеҙмәт итә.
Һуғыштан һуң колхоздар эреләтелгәс, атайымды һарыҡ фермаһына мөдир вазифаһына тәғәйенләйҙәр һәм ул ферманы Тайыш ауылының таулы-шишмәле урынына күсертә. Колхозға эшләгән һуңғы эше шул була. 1962 йылда вафат булды атайым.
Бер ҡайҙа уҡып белем алмаһа ла, ул ғәрәпсәнән һүҙмә-һүҙ тәржемә итер ине, русса бер хатаһыҙ һөйләште, яҙышты. Кешеләр һорауы буйынса Мәскәүгә русса бер хатаһыҙ хаттар яҙып ебәрә торғайны. Замандаштары уның көслө оратор булыуы хаҡында һөйләгәндәр. Бер ниндәй яҙыуһыҙ сәхнәлә сығыш яһаған. Кистәрен йыйылышып донъя хәлдәрен һөйләшеп ултырған бабайҙарға Плеханов, Троцкий, Бухарин, Рыков, Тухачевский, Зәки Вәлидиҙәр хаҡында һөйләй торғайны. Өҙҙөрөп таль-ян гармунда уйнай ине, тауышы ла шул тиклем моңло булды, хатта Ҡөрьән уҡый башлаһа, күҙҙәргә йәш тула (моғайын, матур йырлағандыр, гел урыҫтар араһында йөрөгәс, йыр онотолғандыр ҙа).
Оҫта баҡсасы ла ине үҙе. Ваҡ ҡына ҡарбуҙ-ҡауындар (дыня), әллә нисәмә төрлө фасоль, һары, ҡарағусҡыл ҡыҙыл кукуруздар, кәбеҫтә-ҡыярҙар ишелеп уңа торғайны. Һуғыштан һуңғы аслыҡтан шул йәшелсәләр ярҙамында ҡотолғанбыҙҙыр инде. Баҡсабыҙ тулы түмәр умарталар ултыра торғайны.
Быуын-быуын яу сапҡан башҡорт халҡы тарихы олатайым Абыҙгилденең улдарында сағылыш таба: Кәшәфетдин Айытҡолов – олатайымдың бер туған ағаһы, уның улы Әхмәҙи – Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбаны. Әхмәҙиҙең улы Батыр яуҙан иҫән ҡайта. Абыҙгилде олатайымдың ейәндәрен генә яҙыу ҙа быуын-быуын ҡорбандар биреп, яулап-һаҡлап ҡалынған изге ер ҡиммәтен күрһәтә лә инде.
Беҙҙең ата-бабаларҙан бейек-бейек таш йорттар ҙа, алтын-көмөштәр ҙә ҡалмаған бит! Тик ошо ер! Һуғыш осоронда аттар ҡалмағас, һыйыр егеп баҫыуҙарҙы һөрөп, тырматып, туҡ башаҡлы тары, бойҙай, арыш, арпа һ.б. сәсеп, һуңынан сүп үләндәрен утап (бахыр әсәйҙәребеҙ сырмап-бәйләп, күтәреп-йөкмәп ҡайтыр ине) уңыш алды. Ә 800 грамм ашлыҡ өсөн төрмәгә эләгеүселәр ҙә булды.
Әле шул меңәр гектар уңдырышлы ерҙәрҙең тапалдыҡ хәлдә эшкәртелмәй ятыуы күңелде әрнетә, халыҡ эшһеҙлектән ыҙа сигә, аслы-туҡлы йәшәүселәр, эскелек менән мауығыусылар күбәйҙе. Ул ғына ла түгел, күптәр йорт алды баҡсаларын да йүнләп эшкәртмәй. Ҡайҙа уңдырышлы еребеҙ хужалары? Быға кем ғәйепле?
Ә бит бәләкәй генә ауылымдың бер ғаиләһе ошо ер өсөн күпме яу сапҡан, ҡорбандар биргән. Абыҙгилде олатайымдың иң егәрле улы Сәлимгәрәй кешеләр аслыҡтан ҡырылған 21-се йылда өс бала өҫтөнә Еҙем башы Һолотүбәнән үҙенән 25 йәшкә кесе Фәтҡиә әбейемде 18 бот тары биреп алып ҡайта.
Сәлимгәрәй Абыҙгилде улының өс улы Бөйөк  Ватан һуғышында ҡатнашып, Шакирйәне өс ҡабырға һөйәкһеҙ тере ҡайта, офицер, политрук. Имаметдины – 2 орденлы летчик, Сәлимйәне – ябай һалдат.
Мөхәмәтйән Абыҙгилде улының 4 улы яуға китә. Ниғмәтйәне – подполковник, штаб начальнигы була, бот төбөнә тиклем аяғын өҙҙөрөп ҡайта. Сөләймәне – яраланып, резина үңәс менән иҫән ҡайта, рота командиры, офицер. Ғәлимйәне – Ленинград блокадаһы ҡорбаны. Хәсәнйәне – офицер, фин һуғышында ла ҡатнаша, 1941 йылда Ватан һуғышында һәләк була.
Шаһивәли (Абыҙгилденең ҡыҙының улы) бабайымдың өс улы Сәлих, Мәсәғүт, Сабит һуғыш яланында ятып ҡала.
Атайым бер улын - Әхмәт ағайымды (архив етәксеһе Әбүзәр Әбүзәровтың атаһы) яуға оҙата, ағайыма иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип була.
Бына шулай, Абыҙгилде олатайымдың бер үҙенең генә әллә нисәмә яугир улы изге еребеҙ, бәхетле тормошобоҙ өсөн яу сабып, баштарын һалған.
Халыҡ, ауыл, ер генә бөлмәй, тәбиғәт тә бөлөүгә дусар. Элгәре Еҙем йылғаһы эре-эре суртандар, ажау, алабуға, бурыш, бәрҙе балыҡтарына бай булһа, кистән һыуға барһаң, эргәңдә суртандар ҡарпыһа, хәҙер ялтыр сабаҡтар ғына йөҙә, улары ла һирәк-һаяҡ. Йылғабыҙ буйына килгән-киткән туристар ошо сабаҡтарҙан күберәк. Улар саф һыулы, таҙа Еҙемдең тирә-яғын бысратып, сүплеккә әйләндереп ҡайтып китә.
Халыҡ эскегә һалыша, изге, уңдырышлы ерҙәребеҙ сүпкә бата. Быға кем ғәйепле? Ни өсөн ерҙәребеҙ хужаһыҙ, кешеләр эшһеҙ? Уға хужа табылырмы? Беҙҙе ту-йындырырмы? Билдәһеҙ.
Зәйтүнә ДӘҮЛӘТБАЕВА.
Ҡауарҙы ауылы.