Тиҙҙән – Ололар көнө
29 сентября 2014 йыл | Хаттар

Өйҙә олатаһы менән өләсәһе булған балаларға тағын да рәхәтерәктер, шулай бит?! Мәктәптән ҡайтыуыңа тәмле аштарын бешереп, йылмайып өләсәйең ҡаршы ала. "Йә, ҡыҙым, улым, "5-ле” алдыңмы?” – тип олатайың ҡытыршы ҡулдары менән арҡаңдан тупылдата. Һин – бәхетле. Серҙәреңде яҡын кешеләреңә һөйләйһең, улар һөйөнгәнгә үҙең дә һөйөнәһең.
Үҫерһең, ҙур егет, ҙур ҡыҙ булырһың. Тик бына һиңә тәрбиә биргән шул ғәзиз кешеләреңде бер үк рәнйетә күрмә. Әгәр ҙә үпкәләтергә, рәнйетергә өлгөргәнең икән, бер үк ғәфү үтен. Ололарға ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлы бул. Күп яңғыраған, ләкин күңелгә үтерлек һүҙҙәр. Был һүҙҙәрҙең хаҡлығын мин йылдан-йыл нығыраҡ аңлайым.
Тиҙҙән байрам. Олатайың менән өләсәйеңде, шулай уҡ күрше әбейеңде, бабайыңды ла байрам менән ҡотларға онотма, йәш үҫмер.
Рәфиҙә БУЛАТОВА,
Бурлы урта мәктәбенең
татар теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы.