Йәшәү йәме – хеҙмәттә
27 октября 2014 йыл | Хаттар

Донъя бер көйө генә бармай шул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Фәнүзә апай ҡаты сирҙән донъя ҡуйҙы. Флүр ағай йәндәй күргән ҡатынын өҙөлөп һағынһа ла, боронғолар әйткәнсә, "үлгән артынан үлеп булмай” тип, тормошто артабан алып барырға үҙендә көс таба. Бөгөн ул кесе улы Фаил һәм килене Гөлшат, ейән-ейәнсәрҙәре менән донъяларын һүндермәй, тырышып йәшәйҙәр.
Флүр ағай бәләкәйҙән эшсән ғаиләлә хеҙмәтте яратып үҫкәнлектән, ниндәй генә заманда ла уңғанлығын юғалтмай. Мал-тыуар, ҡош-ҡорттан өҙөлмәй, ат та аҫрай. Бик күп йылдар ҡорт та тотто. Ул ныҡышмал кеше, бер эшкә лә ҡул һелтәп ҡарамай.
- Бәләкәйҙән техника яраттым. Етенсе класты тамамлағас, колхоз механигы комбайнер ярҙамсыһы итеп эшкә саҡырғайны. 1955-56-сы йылдар. Иҫке тағылмалы комбайндарҙа эшләүе бик еңелдән булманы, йә трактор ватыла, йә комбайнға
запчастар етешмәй. Ике йыл үтеүгә, техниканы биш бармағымдай белә инем һәм мине Стәрлетамаҡ механизаторҙар әҙерләү училищеһына уҡырға ебәрҙеләр. Уны тамамлағас, комбайнсы булып эшләп киттем. Йыл һайын алдынғылыҡты бирмәй эшләнем. ВЛКСМ райкомының Маҡтау грамоталары, хеҙмәт ярышы билдәләре, аҡсалата премиялар бирҙеләр. КПСС ағзалығынан коммунист итеп ҡабул иттеләр. Йәшәү маҡсатым да  шул булды – ғүмерем буйы тоғролоҡ һәм дөрөҫлөк өсөн көрәштем. Хеҙмәт фронтының алғы һыҙығында булдым, - тип Флүр ағай хәтер йомғағын һүтте.
Флүр Фәйзрахман улы Рахманғолов әле лә 80 йәшем етте, ҡартайҙым инде, тип тик кенә ултырмай. Ауылдаштарына, мохтаждарға ярҙам итергә әҙер генә тора.
- Бәләкәйҙән эш менән сынығып үҫкән кешегә эшһеҙ тороу ауырыу менән бер, - тип мәрәкәләп тә ала ул. – Заманында колхоздағы фермаларҙың барыһында ла эшләнем. Өйөр-өйөр һарыҡ көттөм. Сусҡа фермаларында ла оҙаҡ йылдар хеҙмәт итергә тура килде. Ат ҡараусы ла булдым. Эштән бер кеше лә үлмәй ул. Хеҙмәтте яратырға кәңәш итер инем, - ти йәштәргә. Ысынлап та, бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла тормош еңел булмаған.
Флүр ағай һүҙгә әүәҫ кеше. Донъя яңылыҡтарына ла битараф түгел.
- Һуғыш михнәтен бер быуын да күрмәһен. Герман һуғыш асҡанда, миңә ни бары 7 йәш кенә ине. Бөгөнгөләй хәтерләйем: беҙ малай-шалайҙар ялан аяҡ, ялан баш. Күп кешеләр тейәлгән арба артынан йүгерҙек, ауыл осонан ҡайтып киттек. Йырланылар, иланылар, гармун моңо һаман ҡолаҡтан китмәй. Бала сағыбыҙ булманы, аслыҡ-яланғаслыҡта үҫтек, ни хәл үлмәй ҡалғанбыҙҙыр, шешенеп астан вафат булыусылар бик күп ине. Улдарым Фәрит, Фәнүр, Фаил - өсөһө лә Совет Армияһында хеҙмәт иттеләр. Йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәнеләр, тәүфиҡлы булдылар. Әле кесе улым Фаил, киленем Гөлшат менән тормошто алып барабыҙ. Нәҫел ебен дауам итеүсе кескәй Инсаф Рахманғолов үҫеп килә.
Эйе, ауылыбыҙҙы барлыҡҡа килтереүҙә Рахманғоловтарҙың да өлөшө ҙур. Фәйзрахман бабай менән Фәрлүхъямал әбей ғүмере буйы колхозда ең һыҙғанып эшләнеләр. Колхоз төҙөүҙә лә әүҙем кешеләр булғандар.
Рахманғоловтар йорт-ҡураларына заманса ремонт үткәреп, тырышып
донъя көтәләр. Урамдарында техника, Флүр ағайҙың улы Фаил үҙе йөрөтә: бесәнен дә еткерә, бөтә ауыр эштәрҙе башҡара. Гөлшат килене ауыл хакимиәтендә эшләгәс, буш ваҡыты ла юҡ тиерлек, әммә барыһына ла өлгөрөргә тырыша. 3 бала әсәһе. Эшләгән урынында халыҡҡа иғтибарлы, итәғәтле һөйләшә, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора.
Флүр ағай уларға төплө кәңәштәрен биреп, ғаилә именлеге өсөн ярҙам итеп, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашып, татыулыҡ булдырып йәшәй.
Бына шулай, оло йәштәге кешеләрҙең ғүмерҙәре хеҙмәттә үткән. Тормош ауыр тип төшөнкөлөккә бирелмәй, хеҙмәттән йәм табып йәшәргә өйрәнергә кәрәк.

Флүрә ХӘЛИЛОВА,
ауыл хәбәрсеһе.