Кейекбаев рухын йәнә шатландырып
26 ноября 2014 йыл | Хаттар

Яҡташыбыҙ, күренекле ғалим Ж.Ғ. Кейекбаевтың 103 йыллығына арналған иҫтәлекле мөһим саралар дауам итә. Ошо көндәрҙә яҙыусының тыуған төбәгендә – Ҡаранйылға ауылында Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың Хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте.
Кисәгә килгән ҡунаҡтар иң элек Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейына инеп, ғалим һәм талантлы яҙыусының ғилми һәм әҙәби мираҫы мәҙәниәтебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө булыуына тағы бер тапҡыр инанып, хисләнеп сыҡты.
Әйтергә кәрәк, быйыл Жәлил Кейекбаев музе-йына 40 йыл тулды. Бөгөн арҙаҡлы ил улы, оло шәхес Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевҡа арналған был йорт-музей – уның яҡты рухына һәйкәл ул.
Ж.Ғ.Кейекбаев шәхесенә арналған был иҫтәлекле даталарҙы билдәләү көндәрендә мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре, Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары, Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһы филологтары, башҡа уҡыу йорттарынан килгән студенттар, уҡыусылар, уҡытыусылар музейҙа ҡунаҡ булып киткән ине.
Ауыл клубында дауам иткән сараға ғалимдың туғандары һәм таныштары, яҡындары һәм яҡташтары йыйылды. Мәктәп уҡыусыларының күпләп килеүе айырыуса шатлыҡлы күренеш булды – был мөһим сара йәш быуынды рухлы итеп тәрбиәләү, бөйөк яҡташыбыҙҙы ололау, хөрмәтләү маҡсатынан үткәрелә бит.
Кисәне асып ауылдың имам-хатибы, Жәлил Кейекбаевтың уҡыусыһы, ғалимдың музейын ойоштороуға баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән һәм уны 38 йыл буйына етәкләгән Ғиндулла Шәйәхмәтов яратҡан остазы тураһында йылы хәтирәләре, йәнле иҫтәлектәре менән дә уртаҡлашты.
«Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге мөдире Рәзим Мәүлетҡолов бар донъяға билдәле төркиәтсе, башҡорттар араһынынан сыҡҡан беренсе телсе-ғалим Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың Башҡортостан фәненә һәм мәҙәниәтенә баһалап бөткөһөҙ тос өлөш индергәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Профессор Ж.Ғ.Кейекбаевтың ауылдашы, педагогия фәндәре кандидаты Миңниә Хәсәйетдин ҡыҙы Вәлиева йәш быуынға әҙиптең халыҡ, ил, тел яҙмышы хаҡындағы уйланыуҙарын уның романы миҫалында төшөндөрҙө.
Сарала уҡыусылар ҙа ихлас ҡатнашты. Ҡаранйылға башланғыс мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Наҙгөл Вәлиева, мәҫәлән, Жәлил Кейекбаевтың әсәһе, Ғәрифә Мырҙаҡай ҡыҙының нәҫел-нәсәп ағасы менән таныштырҙы һәм был шәжәрәлә үҙенең дүртенсе быуын вәкиле булы-уын күрһәтте.
Билдәле, Ж. Кейекбаевтың әҫәрҙәре уҡымлы, халыҡсан булыуы менән айырылып тора. Әҙиптең «Туғандар  һәм  таныштар»  романы – халыҡсанлыҡ-тың сағыу өлгөһө. Ауыл үҙешмәкәрҙәренең романдан өҙөктө сәхнәләштереүе тамашасы күңеленә хуш килде, йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.
«Башҡорт телен белеү генә етмәй, уға ғашиҡ булырға кәрәк», тип иҫәпләгән Ж.Ғ. Кейекбаев. Туған телдең байлығын, моңло яңғырашын яратҡан ғалим, телгә иғтибарлы булғанға үҙе лә халыҡ сәсәндәре кеүек ҡобайырҙар ижад иткән. Автор уҡыуында «Дуҫлыҡ хаҡында ҡобайыр» йылдар аша әҙиптең көслө ауазы булып яңғыраны.
Жәлил Ғиниәт улы үҙен яҡшы йырсылар иҫәбенә индермәһә лә, башҡорт көйҙәрен ғәжәп оҫта башҡарған, йырсыларҙы тыңлап ләззәтләнеүгә ҡарағанда, күберәк үҙе моңланған булған. Бына әле лә музей фонотекаһынан алынған яҙма – Жәлил Кейекбаев башҡарыуында башҡорт халыҡ йыры «Ҡолой Балтас» бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Үҙ эшенә бирелгән, тәүәккәл, намыҫлы, рухлы кеше итеп хәтерләйҙәр Жәлил Ғиниәт улын туғандары. Жәлил Кейекбаевтың бер туған һеңлеһе Фатима Ғиниәт ҡыҙының һәм ике туған ағаһы Зәйнулла Фәтҡоловтың видеояҙмалағы хәтерләүҙәре, социология фәндәре докторы, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Морат Жәлил улы Кейекбаевтың атаһы тураһында иҫтәлектәре ҡәҙерле ҡомартҡы булып һаҡлана.
Уралдың мәғрүр тауҙары һымаҡ бейек рухлы Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың Хәтер һәм ҡәҙер кисәһе күтәренке рухта үтте.
Ауылдаштар ғүмер буйына халҡына хеҙмәт иткән, фәндә хазина булған арҙаҡлы яҡташтары Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың фәһемле тормош юлын, күп төрлө ижади эшмәкәрлеген байҡап, изге рухын яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды. Хәтер һәм ҡәҙер кисәһе ғалимдың яҡты иҫтәлеген ихтирам итеүҙең бары тик бер тамсыһы ғына булһа ла, уның рухы быға бик ҡыуаныр.
Римма ИШМЫРҘИНА,  
Жәлил Кейекбаевтың  
йорт-музейы директоры.