Тол ҡатындар иламай
25 февраля 2015 йыл | Хаттар

Немец илбаҫарҙары социалистик илгә алдан һуғыш иғлан итмәй баҫып ингәс, илебеҙҙең азатлығын һаҡларға бар ир-ат фронтҡа китте. Ауыр йылдарҙың барлыҡ эше, хәстәре тылдағы ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға иңенә төштө. Яу яланынан күптәргә, бик күптәргә "ҡара ҡағыҙ”ҙар (похоронкалар) килде. Почтальондар был ҡағыҙҙарҙы эш урынына түгел, кистәрен ғаиләләргә барып тапшырҙы. Беҙ, сабыйҙар, уның ни икәнен аңламағанбыҙ ҙа, ә әсәйҙәр аңлатманы. Ҡара ҡайғыны балаларынан йәшереп, атайың ҡайтыр тип өмөтләндерә инеләр.
Аттар, техника фронт өсөн алынғанлыҡтан, яҙын ер һөрөп сәсеү өсөн фермалағы һәм хужалыҡтағы һыйыр малдары файҙаланылды. Ә ошо һыйырҙар бит беҙҙең, етем балаларҙың, туҡланыу сығанағы ла ине, уларҙың һөтө-майы фронтҡа ла ебәрелде. Һыйырҙар менән бергә һабан тартҡан ҡатын-әсәләрҙең яурындары нисек сыҙаны икән? Ерҙе ҡул көрәге менән ҡаҙып эшкәртеп сәсеүселәр ҙә булды. Ибраһим ауылынан 64 йәшлек Әхмәт ағай Ғәлиуллин үҙ теләге менән 112-се Башҡорт атлы дивизияһына эйәреп һуғышҡа киткәс, ҡатыны Шәрғиә апай төрлө йәштәге балалары (иң өлкәне Рөфҡәткә - 13 йәш) менән бер тәүлек эсендә 1 гектар 4 сутый ер ҡаҙып рекорд ҡуя.
Ҡыҫҡа ялға туҡтаған мәлдәрендә был көслө рухлы ҡатындар моңло итеп йырлап та ебәрерҙәр ине. Күҙ йәштәрен күрһәтмәне улар. Сәселмәй, эшкәртелмәй, әлеге кеүек сүп баҫып ултырған яландар бөтөнләй юҡ ине. Ҡышҡы көндәрҙә был нескә ҡатындар үгеҙҙәр егеп фермаларға аҙыҡ ташыны, малдар ҙа ас торманы, фермалар ҙа бушап ҡалманы. Һуғыштан һуң өлөш сығарып, Украинаны аяҡҡа баҫтырыу өсөн бер ни тиклем малдарҙы йәйәүләп ҡыуып алып барҙылар. (Бына шундай изгелектәр өсөн бөгөн ниндәй "рәхмәт”тәрен күрәбеҙ). Ҡышын Красноусол быяла заводына утын әҙерләү өсөн Баянды, Биҙәүләт урман участкаларында эшләнеләр. Ә үҫмер ҡыҙҙар Белорет урмандарында ағас киҫте, Пермь яҡтарында торф сығарҙы.
Йәйҙәрен ҡатын-ҡыҙҙар теҙелешеп, ҡолас ташлап бесән сабырҙар, кәбән ҡойорҙар ине. Уларҙың ҡулдары ниндәй генә ауыр эштәр башҡарманы ла, нескә яурындары ниндәй генә ауырлыҡтар күтәрмәне? Атайһыҙ ҡалған балаларын ас-яланғас итмәҫкә тырышып, ҡурсалап үҫтерҙеләр, рухлы, намыҫлы, эш һөйөүсән итеп тәрбиәләнеләр. Улар – тол ҡатындар бер ҙә насар юлға баҫманы.
Яу яланында һәләк булған ирҙәренә тоғро ҡалып, балаларын ысын кеше итеп үҫтергән ҡатындарҙың бер нисәһен атап үтәм. Бына улар: Шәрғиә Ғәлиуллина (6 бала), Нәфисә Төхвәтуллина (6 бала), Ғәтифә Лоҡманова (4 бала), Йомабикә Төхвәтуллина (3 бала), Нәғимә Мозафарова (4 бала), Мәүғиҙә Сафина (3-әү), Рәшиҙә Әбделмәнова (3 бала), Фатиха Садиҡова (4 бала), Шәкирә Садиҡова (3 бала), Фәғилә Әбделмәнова, Зәйнәп Рәхмәтуллина (8 бала) һәм башҡалар.
Уларҙың һәр береһенә һәйкәл ҡуйырлыҡ.
Динислам МОЗАФАРОВ.
Ибраһим ауылы.