Тыуған мәктәптәрен онотмайҙар
25 февраля 2015 йыл | Хаттар

Еҙем-Ҡаран урта мәктәбенең 105 йыллыҡ тарихы бар. Уны әллә нисәмә тиҫтә уҡыусы тамамлаған. Төрлө һөнәр эйәләре бар.
Күптән түгел үҙе белем алған уҡыу йортона Әлтәф Әнүәр улы Батыршин уҡыусылар менән осрашыуға килде. Ул хәҙер олпат – 65 йәштә, өс бала атаһы, 6 ейән-ейәнсәргә олатай ҙа.
- 18 йыл Стәрлетамаҡ районының Төрөшлө спорт мәктәбендә директор булып эшләнем, хәҙер инде уҡыусым минең юлды дауам итә. Балаларыма килгәндә, Илгиз улым менән Эльвира ҡыҙым – табиптар, ә кесе ҡыҙым Индира – минең кеүек педагог. Ғүмерем буйына спорт менән шөғөлләндем һәм әле лә унан айырылғаным юҡ. Йәштән баянда уйнайым, айырыуса һүрәт төшөрөргә яратам. Тыуған мәктәбемә бына ошо бүләгем – Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған стенд-коллаж. Балалар илебеҙҙең тарихын дөрөҫ аңлаһын ине, - тине ул һүҙен тамамлап.
Шулай уҡ мәктәбебеҙгә әленән-әле бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеп тороусыларҙан Өфө ҡалаһында йәшәп, Президент аппаратында эшләүсе Рәшит Ғәни улы Насиров, республика газ сәнәғәтенең почетлы хеҙмәткәре, районыбыҙҙың Почетлы гражданы Рәйес Әхмәтша улы Күскилдиндарҙы ла оло ихтирам менән атап үтергә кәрәк.
Рәхмәт һеҙгә, ярҙамығыҙ өсөн, элекке мәктәп уҡыусылары!
Миңһылыу МИРХӘЙҘӘРОВА.
Еҙем-Ҡаран ауылы.