Умырзая ҡалҡты тағы ла…
22 апреля 2015 йыл | Хаттар

Һәр йылдағы кеүек бөтә донъяны нурға күмеп, яҙ айы ла етте. Ҡайҙа ҡарама, тәбиғәт яңынан уяныуына тантана итә: үләндәр йәшәрә, ағастар бөрөләнә, умырзая баш ҡалҡыта. Барыһы ла йәмле лә ул, тик ҡоштарҙың өҙөлөп һайрауы ғына кеше ғүмеренең фанилығы, бер кемдең дә мәңгелек түгеллегенә ишара яһағандай.
Быйылғы яҙ беҙгә кире ҡайтара алмаҫлыҡ юғалтыу хәсрәте алып килде. Ҡаты, аяуһыҙ сир инәйебеҙҙе, Мәрйәм Ғәбделхәй ҡыҙы Ямалиеваны беҙҙең аранан алып китте. Алып китте лә күңелдәрҙә уңалмаҫ яра ҡалдырҙы. 1 майҙа уға 62 йәш тулыр ине.
Рух ныҡлығы, күңел киңлеге менән айырылып торған, ваҡ-төйәк алдында баш эймәгән инәйебеҙҙең оло йөрәге беҙгә, балаларына ғына түгел, бөтә кешеләргә ҡарата ла изге һөйөү менән тулы ине. Яҙмыштың ҡаты елдәре лә уның тормош һөйөүсәнлеген, күңел матурлығын һындыра алманы. Яугилде ауылында тыуып, өләсәһе тәрбиәһендә үҫкән инәйемдең эске донъяһы бик бай булды. Тәбиғәттең һәр аҫыл күренешенә һоҡланыр, башҡалар характерындағы матур сифатты тоя, баһалай белер ине. Әле урман ҡыҙырып еләк-емеш йыйһынмы, иртә таңдан тороп баҡсаһын тәрбиәләһенме – һис тиктормаҫ, уңған булды. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем тыуған йортобоҙ тәҙрәләрендә күкрәп гөлдәр сәскә атты, өй алды баҡсаһы гөл-сәскәләргә күмелеп ултырҙы. Уңған, сабыр холоҡло инәйемде ауылдаштар ҙа ихтирам итте. Килен, еңгә тип өҙөлөп торған Үзбәк ауылы халҡына рәхмәтле булып йәшәне ул.
Инәйем моңло итеп йырлай ҙа, шиғырҙар ҙа яҙа ине. Эске донъяһын, уй-кисерештәрен сағылдырған шиғырҙары беҙгә - балаларына, әсәһе, өләсәһенә, класташтарына, йәшлегенә, ғүмер көҙөнә, был донъянан иртә киткән икенсе яртыһы – атайыбыҙға арналған. Беҙҙең бала сағыбыҙ бәхетле булды. Үҫеп буйға еткәс тә бәхетле булғанмын, сөнки йәнәшәмдә мине ҡурсалаусы инәйем булған.
Инәйем үҙен донъяға килтергән яҙ миҙгелен айырыуса яратты. Ҡаты сир менән көрәшкәндә лә йәшел үләнгә аяҡ баҫһам, бәлки, йәшәрмен дә тип өмөтләнде… Тик… Яҙғы тамсылар тама башлап, гөрләүектәр аҡҡанда ҡара күҙҙәрен мәңгелеккә йомдо. Үкенес, гел йәнәшәбеҙҙә булыр кеүек инең дә бит… Ҡарҙы тишеп сыҡҡан яҙғы умырзая кеүек балҡып йәшәнең дә, һүндең.
Мәңгелек донъяға күскән инәйемде һуңғы юлына оҙатырға ла кеше күп килде. Уның әхирәттәре, яҡындар иңе, туғандарҙың күп булыуы ауыр ҡайғыны еңергә ярҙам итте. Ошо көндәрҙә инәйебеҙҙең арабыҙҙан китеүенә 40 көн тула. Тыуған нигеҙҙә уның рухына бағышлап Ҡөрьән уҡыла. Рухы шат, йәне йәннәттә, ауыр тупрағы мамыҡтай булһын ҡәҙерлебеҙҙең.
Гөлсиә КӘРИМОВА.