Йылдар осоп уҙһа ла...
08 мая 2015 йыл | Хаттар

Илебеҙ халҡы шаулап-гөрләп Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләй. Түштәренә орден-миҙалдарын таҡҡан ветерандар байрам тантанаһына ағылыр. Йәш быуын уларҙы алҡыштарға, сәскәләргә күмеп ҡаршылар. Тик улар араһында һин юҡ, ҡәҙерле атайым. Баҡыйлыҡҡа күскәнеңә лә 25 йыл ваҡыт үтеп китте. Ләкин беҙ, балаларың, һине онотмайбыҙ. Бөйөк Еңеү көнөндә ҡәбереңә килеп баш эйәбеҙ, сәскәләр һалабыҙ, ә инде хаттарыңды  гәзиттә баҫырға әҙерләүемде һиңә булған тәрән һөйөүебеҙҙең бер билдәһе итеп ҡабул ит.
Әсәйем Раҡыя Юныс ҡыҙы һәм атайым   Хөрмәт Түләбай улы Ҡалмырҙиндар - Ҡауарҙы урта мәктәбендә 40 йылға яҡын балалар уҡытып,  хаҡлы ялға сыҡҡан мәғариф ветерандары. Атайым 1940 йылда Стәрлетамаҡ педагогия техникумын уңышлы тамамлап, уҡытыусы булып эшләй башлай. Ошо уҡ техникумда уҡыған ауылдашы Раҡыя менән ғаилә ҡороп ебәргәс, йәш уҡытыусы Совет Армияһы сафына алына. Оҙаҡламай Бөйөк Ватан һуғышы башлана һәм 1941 йылдың декабрь аҙаҡтарында уларҙың полкы ла фронтҡа оҙатыла. Улар 62-се гвардия армияһы составында Сталинградты фашистарҙан таҙартыуҙа ҡатнаша. Бөгөн атайым Хөрмәт Түләбай улы һәм әсәйем Раҡыя Юныс ҡыҙы Ҡалмырҙиндарҙың алты балаһы уҡытыусылыҡ эшендә. Тимәк, ғүмер бушҡа үтмәгән. Һеҙҙең изге хеҙмәт беҙҙә – балаларығыҙҙа  дауам итә. Туғаным Гөлсирә Хөрмәт ҡыҙы менән "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2008, 2010” төбәк-ара һәм республика конкурстарындағы оло еңеүҙәребеҙҙе лә  һеҙгә бағышланыҡ, ғәзиз кешеләребеҙ.
Һигеҙ балаға ғүмер бүләк итеп, 50 йыл татыу ғүмер кисереп, алтын туйҙар үткәреп, матур ғүмер юлы үттегеҙ һеҙ, минең ҡәҙерлеләрем!
Атайымдың утлы һуғыш йылдарынан һөйөклөһөнә яҙған хаттарын уҡып, уҡыусыларыбыҙ оло мөхәббәттең үлемдән дә көслө булыуына тағы бер тапҡыр ышанырҙар. Ауылдаштары, уларҙы белгән кешеләр яҡты итеп хәтерләрҙәр. Ҡәҙерлеләребеҙҙең рухтары шатланыр, гүрҙәре яҡтырыр.

10 февраль. 1941 йыл.
Раҡыя, ҡәҙерлем! Ауылдан сығып китеүгә бишенсе ай. Иҫән булһаҡ, 20 айҙан ҡайтырбыҙ. Донъяның именлеге һәм тыныслығы кәрәк. Шартлап торған һыуыҡ көндәр үтеп бара. Ҡояш йылыһы арҡаны ҡыҙҙыра. Хәҙер бөтә ҡыйынлыҡтарҙы үткәрҙек инде. Килә һалыу менән йонсотолған икән. Әле иркенләп, командирҙар менән бергә шаулашып, гөрләшеп йөрөйбөҙ. Мин морзе аппараты менән эш итергә өйрәнәм.
Һине һағынып, Хөрмәт.
1 июнь, 1941 йыл.
Раҡыя һөйөклөм! Бикин ҡалаһынан ары бер матур ғына ерҙә лагерҙа ятабыҙ. Дуҫым Рәхмәтуллин менән бергә хеҙмәт итәбеҙ. Май айында килгәйнек, октябргә тиклем ошонда буласаҡбыҙ. Тимәк, бер йыл хеҙмәт ителде тигән һүҙ. Май аҙаҡтарында бер аҙна тактик уйындар үткәрҙек. Ил сигенең теге яғында япондар ер ҡаҙып, ағас яндырып йөрөйҙәр. Йәнә яңы уйындар көтәбеҙ. Урмандар йәшәрҙе инде. Бөгөн ял итәбеҙ.
Һине һағынып, Хөрмәт.
24 декабрь, 1941 йыл.
Һаумы, Раҡыям! Көндәр үтеп тора. Фашистик Германияны аҫтын өҫкә әйләндерһәк, тағы ла бергә йәшәрбеҙ әле. Ә һин, атайың уҡытам тигәндә, тырышып уҡы.
Һине һағынып, Хөрмәт.
22 февраль, 1942 йыл.
Раҡыя! Ошо көндә юлдабыҙ, ике көн инде Мәскәүҙә торабыҙ. Оҙаҡламай фронтта буласаҡбыҙ. Фашистик Германияны ҡыйратып, әйләнеп ҡайтырбыҙ әле. Көт.
Һине һағынып, Хөрмәт.
9 август, 1942 йыл.
Һаумы, Раҡыям! Гитлерсы оккупанттарҙы туҡмауҙы дауам итәбеҙ. Хатыңды алып уҡыһам, минең өсөн бигерәк күңелле булып китә. Ул миңә дошманды нығыраҡ туҡмау һәм тыуған яҡтарыбыҙға еңеү менән әйләнеп ҡайтыу өсөн ниндәйҙер көс биргән һымаҡ тойола.
Һине һағынып, Хөрмәт.
21 декабрь, 1942 йыл.
Раҡыя һылыуым! Беҙ һау-сәләмәтбеҙ. Гитлер фашистарын үҙ еребеҙҙән ҡыуалап сығара барған көн әле. Беҙҙең Армия алға бара, фрицтар үксәләрен майлап, артҡа ҡаса.
Хаттарыңды көтөп, Хөрмәт.
7 май, 1943 йыл.
Һаумы, Раҡыям! Матур көндәр ҙә килеп етте. Бындай матур көндәр эстәремде бигерәк тә өҙә. Их, Раҡыя, юҡһың бит янымда, булһаң, матур көндәрҙе бергә үткәргән булыр инек. Еңеүҙәр менән ҡайтырбыҙ әле. Шул саҡ беҙҙең урамда ла байрам булыр.
Һине яратып, Хөрмәт.
12 декабрь, 1944 йыл.
Раҡыя! Венгрия ерендә һуғышып йөрөйбөҙ. Һеҙҙең менән күрешеү көндәре булырмы, юҡмы? Их, йәш ваҡыттар ҡәбәхәт фашистар менән һуғышып үтә бит.
Һине һағынып, Хөрмәт.
7 ғинуар, 1945 йыл.
Ҡәҙерле Раҡыям! Венгрия ерендә алыштарҙы дауам итәбеҙ. Ҡәбәхәт фашистар бөтә әйберҙәрен ташлап ҡаса. Ниндәй генә ауылға, ҡалаға инмә, унда емереклек, хужаһыҙ мал, ҡош-ҡорт. Ҡәбәхәт фашистар ҡасып әллә ҡайҙа бара алмаҫтар әле.
Хаттарыңды көтөп, Хөрмәт.
17 ғинуар, 1945 йыл.
Раҡыя һөйөклөм! Көндәрҙең шулай һағышлы үтеүенә бишенсе йыл бара бит инде. Һине һағынам, күргем килә. Ләкин быларҙың бөтәһенә лә Гитлер ғәйепле. Был ҡәбәхәт Гитлерға оҙаҡламай үлем килер. Бөтә халыҡтың шатлыҡлы тормошон боҙҙо бит. Оҙаҡламай
ул дөмөгөр һәм ғәйепле кешеләр язаларын алыр. Беҙ бит йәштән яратышып ҡауыштыҡ, Раҡыя. Шулай булғас, бер-беребеҙҙе оноторға тейеш түгелбеҙ.
Осрашыуҙар көтөп, Хөрмәт.
Гөлфирә ӘХМӘТШИНА,
БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Благовар районы.