Еңеүҙе Эльба ярҙарында ҡаршылай
08 мая 2015 йыл | Хаттар

1923 йылдың 10 сентябрендә Уҫман ауылында йәшәгән Фатима менән Шәмсетдин Ғүмәровтар ғаиләһендә улдары донъяға килә. Уға Имаметдин тип исем бирәләр. Олатайымдың бала сағы ауыр йылдарҙа үтә.
Колхозлашыу йылдарында "кулак” мөһөрө тағып, атаһын төрмәгә оҙаталар, шул китеүенән ул ҡайтмай, ҡайҙа үлгәнен дә, ерләнгәнен дә белә алмайҙар. Әсәһен өс балаһы менән өйөнән ҡыуып сығарып, барлыҡ мал-мөлкәтен тартып алып, колхозға бирәләр. Ул ваҡытта олатайыма – 10 йәш, һеңлекәштәренә 6 һәм 4 йәш кенә була. Әсәһе землянка ҡаҙып шунда йәшәргә, ҡыш сығырға мәжбүр булалар.
Олатайыма ауыр йылдарҙа 4 класс ҡына уҡыу тейә, 4-се класта уҡығанда яҡшы уҡығаны өсөн портфель менән бүләкләнә.
Егет ҡорона ингәс, ҡәһәрле һуғыш башлана. 1942 йылдың 8 мартында, 18 йәшендә һуғышҡа алына. Уларҙың дивизияһы Ҡыҙыл байраҡлы 460-сы минометсылар полкында дошманға ҡаршы һуғыша. Красноусолда үҙебеҙҙең 219-сы Идрица дивизияһы ойошторола.
Олатайым Бөйөк Еңеүҙе Воронеж, 1-се Украина, 2-се һәм 1-се Белоруссия фронттарында һуғыш юлы үтеп, Берлинды алыуҙа ҡатнашып, Эльба йылғаһы ярҙарында ҡаршылай. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул күп орден-миҙалдар менән наградлана. Шуларҙың араһында иң ҡәҙерлеләре "Батырлыҡ өсөн” миҙалы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордены.
Олатайымдың Юғары Башкомандующий И.В.Сталиндың ҡултамғаһы менән бирелгән Рәхмәт хаттары бөгөн дә һаҡлана. Бына ул хеҙмәт иткән полктың командиры подполковник Васищевтың ҡултамғаһы менән наградной листы.
Олатайым һуғыштан 1946 йылда II төркөм инвалид булып әйләнеп ҡайта. Уҫман ауылы ҡыҙы Гөлсөм менән донъя ҡоралар. 7 балаға – 6 малайға һәм бер ҡыҙға ғүмер бирәләр. Икеһе лә тырышып колхозда эшләйҙәр. Олатайым келәт мөдире, төҙөүселәр бригадаһы бригадиры, Уҫман ауылы бригадаһы бригадиры булып эшләһә, өләсәйем Гөлсөм сөгөлдөрсөләр звеноһы етәксеһе булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡтылар. Өләсәйем дә һуғыш йылдарында эшләп, Еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш индергәне өсөн миҙал менән бүләкләнгән. Улар колхоздың бер эшенән дә ҡалмағандар. Донъяларын да бынамын итеп көттөләр. Өләсәйем менән бергәләшеп бөтә балаларына ла белем алырға ярҙам иттеләр. Барлыҡ балалары уҡып, һәр ҡайһыһы үҙҙәре алған һөнәр буйынса эшләнеләр һәм эшләйҙәр. Ләкин һуғыш эҙемтәләре эҙһеҙ үтмәй. Олатайым 1997 йылда, 74 йәшендә беҙҙе ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсте. Ә өләсәйебеҙ Гөлсөм Ғәйнетдин ҡыҙына әле 87 йәш. Бөгөнгө көндә ул Уҫман ауылында үҙҙәренең йортонда йәшәй. Уларҙың хәҙер оло балалары үҙҙәре олатай һәм өләсәй инде, 16 ейән һәм ейәнсәрҙәре үҫеп еттеләр.

Фидан ҒҮМӘРОВ.
Табын ауылы.