Һуғыш М.Ғафури ғаиләһен дә урап үтмәгән
08 мая 2015 йыл | Хаттар

Дәһшәтле һуғыш шаңдауы ҡағылмаған бер ғаилә лә булмағандай, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың ғаиләһен дә урап үтмәй. Шағирҙың өлкән улы Әнүәргә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашырға тура килә. Бөгөнгө яҙмам яугир хаҡында.
М.Ғафури һәм уның тормош иптәше Зөһрә ханымдың 2 улы була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уландарының бәләкәйе Хәлит 1935 йылда, 15 йәшендә генә йөрәк сиренән вафат була. 1910 йылда тыуған Әнүәр Ғафури Өфө ҡалаһындағы 1-се Совет мәктәбенең 2-се баҫҡысынан һуң, урта мәктәпте тамамлағас, Мәскәү туҡыу сәнәғәте институтында, артабан Ҡазан педагогия институтында уҡый. Бер үк ваҡытта "Коммунист” гәзите редакцияһында ла эшләй. 1933 йылда атаһының һаулығы ныҡлы ҡаҡшау сәбәпле тыуған яғына кире әйләнеп ҡайта. Бында Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инеп, уҡыуын дауам итә. 1939-40-сы йылдарҙа Әнүәр Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1942 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә. Бына уның рапортынан бер өҙөк: "Фашист илбаҫарҙарының илебеҙгә һөжүм итеүенә 1 йыл да үтеп китте. 12 ай буйына совет халҡы үҙ ерен, намыҫын, азатлығын һаҡлап дошмандарға ҡаршы батырҙарса һуғыша. Билдәле яҙыусыларҙың береһенең улы булараҡ, минең пассив тамашасы булып ҡалырға хоҡуғым юҡ. Минең урыным унда – фронтта. Һеҙгә һуңғы һулышыма тиклем Тыуған илемде намыҫ менән һаҡларға һүҙ бирәм”.
Әнүәр Мәжит улы 11-се гвардия армияһы составында Сухиничиҙан Кенигсбергҡа тиклем яу юлын үтә. "Батырлыҡ өсөн”, "1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә.
Һуғыш ғәрәсәте эсенән иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡас, Ә.Ғафури оҙаҡ йылдар Башҡортостан радиокомитетында музыкаль тапшырыуҙар редакцияһында, артабан телевидениела штаттан тыш хәбәрсе булып эшләй. "Белем” йәмғиәтендә лектор-пропагандист булып әүҙем эш алып бара. СССР Журналистар Союзы ағзаһы, район Советы депутаты итеп һайлана.
Замандаштары хәтирәләре буйынса Әнүәр Ғафури уникаль шәхес булған. Ул күп төрлө һәләт эйәһе: шиғыр яҙырға ла, музыка ижад итеп, музыка ҡоралдарында башҡарырға ла һәм һүрәт төшөрөргә лә бик оҫта булған.
Музыка Әнүәрҙе бала сағынан оҙата килгән: әсәһе Зөһрә атаһы – М.Ғафури бүләк иткән пианинола уйнар булған. Уларҙың йортонда З.Яруллин, Х.Ибраһимов, Ғ.Әлмөхәмәтов, С.Сәйҙәшевтар импровизацияланған концерттар ҡуйған.
Әнүәр Ғафури Роза Ғосман ҡыҙына өйләнеп, Рәиф менән Хәлит исемле улдар тәрбиәләп үҫтерәләр. Өлкәне Рәиф мәктәпте тамамлағас, 1954 йылда Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетына уҡырға инеп, 1959 йылда ҡулына диплом ала. Бөгөн Рәиф Әнүәр улы Мәскәүҙә йәшәй, техник фәндәр докторы, профессор. Хәлиттәре Өфөлә йәшәй, ҡатыны Люциә Камаева менән Мирсәйет исемле ул үҫтерәләр.
Шанлы һуғыш юлдары эҙһеҙ үтмәй, әлбиттә. Әнүәр Ғафури яҡындарын ауыр ҡайғыға һалып, 1977 йылда, 67 йәшендә генә мәңгелек донъяға  күсә.
Рәсилә НӘЖМЕТДИНОВА.
Еҙем-Ҡаран ауылы.