Аҫыл ил улдарының береһе
08 мая 2015 йыл | Хаттар

Атайым Бәхтейәр Хужиәхмәт улы Шәйәхмәтов 1908 йылда Толпар ауылында эшсе ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә. Үҫмер генә сағынан үҙ йүнен үҙе күреп, ауырлыҡта йәшәргә тура килә. 12 йәшендә атайһыҙ ҡалғас, Тайыш ауылында ялланып эшләргә мәжбүр була. Артабан урман эшендә, промартелдә хеҙмәт юлын үтә. Намыҫлы булғаны, яҡшы эшләгәне өсөн 1938 йылда Бәхтейәр Хужиәхмәт улын Толпар ауыл Советы рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр.
Ошо яуаплы эште башҡарған мәлдә немец илбаҫарҙары илебеҙгә һөжүм итә. Ауылдың хеҙмәткә яраҡлы ир-егеттәре берәм-берәм фронтҡа оҙатыла. Ә уға 1942 йылдың мартында ғына повестка тотторалар. Красноусолда ойошторолған 219-сы Ҡыҙыл Байраҡлы Идрица дивизияһының 710-сы уҡсылар полкында хәрби хеҙмәт юлын башлай ул. 1942 йылдың майында уларҙың полкын фронтҡа оҙаталар. Тап ошо уҡсылар полкы составында һуғыш юлын үтә фронтовик.
219-сы дивизия Дон буйында оборона тотҡан башҡа ғәскәрҙәр янында оборона нығыта. Тап ошонда – Дон йылғаһы ярҙарында ҡан ҡойғос ҡаты алыштар була ла инде. Фашистар бында ҡаршылыҡҡа осрап, артабан алға бара алмағас, тағы ла аяуһыҙыраҡ һуғыша, яңынан-яңы һөжүмгә күтәрелә. Ниһайәт, 219-сы дивизия частары һәм подразделениелары Дон йылғаһы аша сығып, плацдармды ҡулына ала, уны киңәйтеп, Тыуған илебеҙҙең биләмәһен немецтарҙан азат итә. Дошманды ҡыйрата-ҡыйрата Харьков йүнәлешендә һөжүмгә күсәләр.
219-сы Идрица дивизияһы, шул иҫәптән  атайым Бәхтейәр Шәйәхмәтов та, Харьков, Воронеж, Смоленск ҡалаларын, Латвияның Рундана, Псков өлкәһен, Белоруссияны азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғыш тамамланып, бик күп йылдар үткәс, үҙҙәренең тыуған – Рундана ауылын фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнашыуы өсөн рәхмәтле булып һәм яу юлдары хаҡында мәғлүмәт биреүен үтенеп, Хәрби дан музейы хеҙмәткәрҙәре атайыма хат яҙып ебәрә.
Дивизияның данлы биттәренең береһе – Курск дуғаһындағы һуғыш. Дивизия 3-сө удар армия составында Идрица ҡалаһын азат итә. Һалдат һәм командирҙарҙың батырлығы юғары баһаланып, дивизия Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана. Бында күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн ата-йым III дәрәжә Дан орденына лайыҡ була.
Батыр яраһыҙ булмай тигәндәй, 1945 йылдың ғинуарында дошмандар менән ҡаты алыштар ваҡытында һул  аяғына снаряд ярсығы тейеп яралана. Уның өсөн һуғыш ошонда тамамлана. Тбилиси ҡалаһында госпиталдә оҙаҡ ҡына ятҡандан һуң, аяғын тубыҡтан ҡырҡалар. 1945 йылдың август айында һыңар аяҡ менән тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Ағас аяҡта булһа ла, һуғышҡа алынғанға тиклем эшләгән – ауыл Советында рәйеслек итеү эшен дауам итә. 1950 йылға тиклем был вазифаны башҡара ул. Ошо йылда яуҙашы аша танышып, бер күреүҙә күңеленә ятҡан Юлыҡ ауылынан булған Раҡыя Мөхәмәтғәле ҡыҙы Яҡупова менән яҙмыштарын бергә бәйләйҙәр. 8 малай (Хөсәйен, Хәсән, Ғәфәр, Ғәфүр, Хәйҙәр, Зиннур, Әҡсән, Фәрит), берҙән-бер ҡыҙ, йәғни миңә ғүмер бүләк итә Шәйәхмәтовтар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 5-әүебеҙ генә иҫән-һаубыҙ. Бөгөн Шәйәхмәтовтар нәҫелен 24 ейән-ейәнсәрҙәре, 21 бүлә-бүләсәрҙәре дауам итә.
Атайым Толпар ауылының данлыҡлы умартасыһы булды. Күпләп бал ҡорттары аҫрап, унан алған килемгә һәр беребеҙҙе йортло итте. Бөгөн беҙ атайыбыҙға рәхмәтле булып, уның менән ғорурланып йәшәйбеҙ. Ауылдаштары өсөн торғаны менән бер аҡыл эйәһе лә булды атайым, ауыл халҡы кәңәш-төңәш һорап һәр ваҡыт уға килер ине.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны әсәйебеҙ Раҡыя Мөхәмәтғәле ҡыҙы менән 35 йыл бергә татыулыҡта йәшәп ҡалды. 1985 йылда – 77 йәшендә атайым яҡты донъя менән мәңгелеккә хушлашты.
Тыуған илебеҙ азатлығы өсөн дошмандарға ҡаршы выжданы, намыҫы ҡушҡанса батырҙарса көрәшкән  ата-йым Бәхтейәр Шәйәхмәтов кеүек аҫыл ил улдарының ҡаһарманлығы алдында баш эйеп, Бөйөк Еңеү көнөн күрә алмай, яу яландарында ятып ҡалған, ҡайтҡас гүр эйәһе булған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын хөрмәт менән иҫкә алырға бурыслыбыҙ.
Флүрә МАНСУРОВА.