Олатай-өләсәйемдең дә өлөшө булған
08 мая 2015 йыл | Хаттар

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын ҡаршылағанда мин дә олатай-өләсәйҙәрем тураһында хәтирәләр менән уртаҡлашҡым килә. Уларҙы иҫкә алған һайын миндә ғорурлыҡ тойғоһо уяна. Минең яҡындарымдың да өлөшө бар бит ошо оло Еңеүҙә!
Минең олатайым Рәүеф Ҡунаҡбай улы Молҡаманов 1914 йылда Аҡташ ауылында тыуа. Уға 4-се класс тамамлағас, артабан уҡырға тура килмәй, эшкә сыға. Атаһы ауырыу сәбәпле, береһенән-береһе бәләкәй һеңлеләрен ҡарашырға кәрәк булғанлыҡтан, армия сафына алыуҙы кисектереп торалар. 1939 йылдың сентябрендә олатайымды Ҡыҙыл Армия сафына хеҙмәткә алалар. Ул Ҡытай-Монгол илдәре сигендә тыуған илебеҙ тыныслығын һаҡлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, уларҙы беренселәрҙән булып һуғышҡа оҙаталар. Үкенескә күрә, беҙ олатайымдың һуғышта күрһәткән батырлыҡтарын, күргәндәрен бары тик өләсәйем һөйләгәндән һәм документтары, орден-миҙалдары аша ғына беләбеҙ.
Олатайым 48-се танк бригадаһында уҡсы, 64-се гвардия артиллерия полкында һәм 287-се артиллерия бригадаһында элемтә бүлеге командиры була. Уға шулай уҡ разведчик та, танкист та булырға тура килә. Бер нисә тапҡыр яраланып, госпиталдә ятып сыға, контузия ала. Олатайым күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, "Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, "Кенигсбергты алған өсөн”, Германияны еңгән өсөн һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнә. 1945 йылдың ноябрендә сержант дәрәжәһендә һуғыштан тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Тыныс тормошта тракторсы була һәм башҡа бик күп эштәрҙә эшләй. 1946 йылда ошо уҡ ауыл ҡыҙы Бибисара Фазлетдин ҡыҙына өйләнеп, 6 балаға ғүмер бирәләр. Тик олатайым 1971 йылда ҡаты сирҙән вафат була.
Һуғыш башланғанда өләсәйем Бибисара Фазлетдин ҡыҙына 16 йәш була. Ауылдағы һау-сәләмәт ир-егеттәр һуғышҡа китеп бөтә. Барлыҡ ауыр эштәр ҡарт-ҡоро, үҫмерҙәр, ҡатын-ҡыҙ елкәһенә төшә. Башҡалар менән бер рәттән өләсәйем дә бесәнен дә саба, урағын да ура, урманда ағас ҡырҡа, һал ағыҙа, носилкалар менән тупраҡ ташып, юл күтәртеү кеүек эштәрҙең береһенән дә ҡалмай. Фронт өсөн, Еңеү өсөн үҙ-үҙҙәрен аямай, бар ауырлыҡтар алдында ла баш эймәй Еңеү көнөн яҡынлаштырыуға тос өлөш керетәләр. Тылдағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн өләсәйем миҙалдар менән бүләкләнгән.
Олатайым үлгәндә балаларҙың иң бәләкәйенә 4 кенә йәш була. Өләсәйем барыһына ла белем алырға ярҙам итә, башлы-күҙле итеп, туйҙар яһап, оло тормош юлына аяҡ баҫтыра. "Беҙ бер ваҡытта ла етемлекте тойманыҡ, тамағыбыҙ һәр саҡ туҡ, өҫтөбөҙ бөтөн булды. Бары тик иптәштәребеҙҙең "атай”, "атайым” тип һөйләгән саҡтарында беҙҙең дә ауыҙ тултырып атай тип әйтке, яурынына ятып иркәләнге килә ине. Күңелдең шул яғы ғына китек булды”, - тип хәтерләй инәйем.
Өләсәйем бер ваҡытта ла зарланманы. Бары тик беҙ күргәнде һеҙгә күрергә яҙмаһын, балаҡайҙарым, тип беҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер теләп, доғалар уҡыр ине.
Өләсәйем 19 ейән-ейәнсәрен, 13 бүлә-бүләсәрен күреп, уларҙы үҫтереүҙә ярҙамлашып, 81 йәшендә был яҡты донъянан китеп барҙы.
Маҡтауға һәм оло хөрмәткә лайыҡ минең олатай-өләсәйем. Мең рәхмәт һеҙгә, һуғыш һәм тыл ветерандары, беҙгә тыныс тормош, яҡты киләсәк бүләк иткәнегеҙ өсөн. Һеҙҙең алда беҙ мәңге бурыслы.
Лилиә ҮТӘГӘНОВА.
Мораҙ ауылы.