Яҙһылыуҙың наҙлы бүләге
13 апреля 2016 йыл | Хаттар, Йәмғиәт

Һирәк осраусы, юғалыу ҡурҡынысы алдында торған үҫемлектәр Башҡортостандың "Ҡыҙыл китабы”на индерелгән. Шулай уҡ республикабыҙ-ҙың биологик төрлөлөгөн ҡурсалау өсөн махсус һаҡланыусы биләмәләр һәм тәбиғәт ҡомартҡылары бар. Уларҙың һаны беҙҙең районда 2013 йылдан алып 13-кә етте.
Ғәҙәттә, апрелдә, май урталарына тиклем сәскә атыусы үҫемлектәрҙе умырзаялар тип атайҙар. Улар барыһы ла Рәсәйҙең урта һыҙатына хас булған иртә сәскә атыусы флораға ҡарай. Яҙ тәүге сәскәләрҙән – умырзаяларҙан башлана. Башҡортостанда уларҙың бер нисә төрө - алтай елбәгәйе, лютиктар төркөмөнә ингән елбәгәй, Галлер йондоҙо һ.б. үҫә. Тәүге сәскәләр оҙаҡ йәшәмәй, ғалимдар уларҙы эфемероидтар тип йөрөтә. Грек теленән тәржемә иткәндә "эферос” бер көнлөк, тиҙ үтеүсән тигәнде аңлата.
Йылдың-йылы яҙғы осорҙа тәүге сәскәләр – умырзаяларҙы күпләп өҙөү һәм улар менән һатыу итеү күҙәтелә. Еңел табыш артынан ҡыуып браконьерҙар әллә күпме үҫемлекте юҡ итә. Бының менән республикабыҙҙың тәбиғи экосистемаһының биологик төрлөлөгөнә ҙур зыян килтерелә. Шул уҡ ваҡытта ҡасандыр күп һанлы үҫемлек төрҙәре кеше эшмәкәрлеге йоғонтоһонда һирәк осрағандар рәтенә күсә бара.
Декоратив, дарыу үләндәрен һәм һирәк осрай торған үҫемлектәрҙе йыйыу һәм һатыу Башҡортостан Хөкүмәтенең 1985 йылдың 26 декабрендәге "Башҡортостан биләмәләрендә ҡырағай үҫемлек төрҙәрен һаҡлау тураһында” 212-се ҡарары менән тыйылғанлығын билдәләп үтергә кәрәк. Был үҫемлектәрҙе йыйған, әҙерләгән һәм  һатҡан өсөн штраф санкциялары ҡаралған. Акция ваҡытында умырзаялар менән законһыҙ һатыу итеү осраҡтарын асыҡлау өсөн рейд тикшереүҙәре уҙасаҡ. Сәскәләрҙе һатып алып һеҙ браконьерҙарҙы киләһе йылдарҙа уларҙы тағы ла күберәк юҡ итеүгә этәрәһегеҙ. Елбәгәй умырзаялар сәскә атҡан ап-аҡ болон-туғайҙарҙы киләсәк быуындарға ҡалдырыу тураһында ла уйланырға кәрәктер.
Шулай уҡ төрлө аллергендарға һиҙгер кешеләр өсөн был сәскәләр хәүеф тыуҙырыуы ла мөмкин.
Умырзаялар гөлләмәлә оҙаҡ йәшәмәй, бер сәғәттән улар һулыясаҡ. Ә урманда аҙна буйына сәскә атасаҡтар. Орлоҡ биреп киләһе йылына яңы умырзаялар ҙа баш ҡалҡытасаҡ. Шундай наҙлы, матур сәскәләрҙе ҡәҙерләп һаҡларға, уларға ситтән генә ҡарап һоҡланырға кәрәк. Тәбиғәттең һирәк осрай торған бүләге, яҙ килеүен хәбәр итеүсе умырзаялар һеҙҙең ярҙамға мохтаж.