Иғтибар, ташҡын!
13 апреля 2016 йыл | Хаттар, Йәмғиәт

Республиканың һәм Ғафури районының төп һыу артерияһы булып Ағиҙел йылғаһы тора. Ул үҙенең ҡушылдыҡтары менән балыҡсылыҡ әһәмиәтендәге һыу ятҡылығына инә, ә был районыбыҙ хеҙмәттәренә, хужалыҡ субъекттарына һәм халыҡҡа яҙғы миҙгелдә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй.
Мартта хужалыҡтар етәкселәренә ташҡын осоронда етештереү һәм тәбиғәтте һаҡлау объекттарының тотороҡло һәм аварияһыҙ эшләүенә, ҡоролмалар һәм коммуникацияларҙың техник торошон ведомстволы тикшереүҙәр уҙғарыуға йүнәлтелгән сараларҙы ғәмәлгә ашырыуҙы тамамлау тураһындағы мәғлүмәт хаттары ебәрелде.
Ташҡынға ҡаршы саралар планына ярашлы, экологтарҙың эше тирә-яҡ тәбиғи мөхиттең артыҡ ныҡ бысраныуы һөҙөмтәһендә ғәҙәттән тыш хәл килеп сығыу осрағына айырыуса әҙерлек режимына күсерелде.
БР Экология министр-лығының Стәрлетамаҡ территориаль идаралығы ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтарын, хужалыҡтар, предприятие-ойошмалар етәкселәрен был осорҙа экологик хәүеф тыуҙырған объекттарҙың (автозаправкалар, яғыулыҡ-майлау материалдары, минераль ашламалар һәм ағыулы химикаттар келәттәре, таҙартыу ҡоролмалары, тиҙәк һарҡындыһы йыйғыс һәм тиреҫ һаҡлағыстар), шулай уҡ һыу баҫыу ихтималлығы булған һәм баҫҡан ҡоролмаларҙың әҙерлегенә айырыуса ҙур иғтибар бирергә саҡыра. Ҡар ирегәнсе биләмәләрҙе мотлаҡ таҙартырға һәм ташҡын ваҡытында экологик талаптарҙы һаҡлауҙы тәьмин итергә кәрәк.
Район халҡына ҙур үтенес: һыу ятҡылыҡтарының бысраныуына юл ҡуймаҫ өсөн яр буйҙарын көнкүреш ҡал-дыҡтарынан таҙартығыҙ һәм һыу һаҡлағыс биләмәләргә көнкүреш сүп-сарын түгеүгә юл ҡуймағыҙ.
БР Экология министр-лығының Стәрлетамаҡ территориаль идаралығы иҫкәртә: Рәсәй Федерацияһы Кодексына ярашлы, һыу объекттарының һыу һаҡлағыс биләмәләрендә экологик ҡағиҙәләрҙе һәм талаптарҙы боҙған өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған.
Яҙғы ташҡын осоронда экологик хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү йәһәтенән тейешле саралар күрелер, тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Илшат ИШБУЛДИН,
БР Экология министрлығының Стәрлетамаҡ
территориаль идаралығы дәүләт  инспекторы.