Мәшәҡәттәргә ҡарамай, хәбәрләшеп торайыҡ
30 апреля 2016 йыл | Хаттар

Шиғриәт тулҡынында
 
Хәҙер инде нисә йылдар хаҡлы ялда булһам да, мәктәп һағындыра. Китап алып уҡырға тигән уй менән Еҙем-Ҡаран урта мәктәбенә китапханаға килдем. Китапханасы Хәлисә Йәүҙәт ҡыҙы:
-Бик тә ваҡытлы килеп сыҡтығыҙ, Фатима апай! Бер килгәндә беҙҙең уҡыусыларыбыҙҙың нимәгә һәләтле икәндәрен ҡарап ултырығыҙ, Шиғриәт байрамы үткәрергә йөрөйбөҙ, - тигәс, шатланып риза булдым.
Башланғыс класс уҡыусылары бер бүлмәгә йыйылған, сараны башларға ғына торалар ине.
Бер-бер артлы мәктәп балалары үҙҙәренең шиғырҙарын һөйләргә тотондолар. Сығыштары бик матур булды. Әлбиттә, был эштә ойоштороусыларҙың да, уҡытыусыларҙың да өлөшө ҙур.
Бына Гөлнур Әнүәр ҡыҙы бәйгелә еңеүселәрҙе билдәләне, ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтте. Мин дә үҙемдең иҫемдә ҡалған Радик Хәкимйәндең "Тормош беҙгә ҡәҙерле” тигән шиғырын яттан һөйләнем.
Атайҙарын күрмәй үҫкән быуын
Беҙ бит 41-се йылда тыуғандар.
Ҡәһәрле ауыр һуғыш әфәттәрен
Беҙ ҙә күреп үҫтек, туғандар.
Икмәк, бәрәңгегә зарығып үҫтек,
Төрлө үләндәрҙе ашаныҡ.
Бала саҡ ул беҙҙең булманы ла,
Үҫмер килеш эшләй башланыҡ.
Һуғыш осоро балалары өсөн
Етемлек гел алдан йөрөнө.
Атай наҙын күрмәй үҫкәнгәлер
Был тормошта иртә өлгөрҙөк.
Юлыбыҙҙа маяҡ булды һәр саҡ
Намыҫ, иман, дуҫлыҡ, ғәҙеллек.
Тау-үрҙәргә юлды үҙебеҙ ярҙыҡ,
Шуға беҙгә тормош ҡәҙерле.
Беҙҙе Нәжметдин Фәрхшатов ағай уҡытты. Үгеҙ егеп Еҙем-Ҡарандан уҡытырға йөрөр ине. Үҙенең патефонын алып килеп, беҙҙе йырларға өйрәтте, төрлө саралар ойошторҙо. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар. Ручка юҡ. Яңы йылға тиклем ҡәләм, аҙаҡ ҡара менән яҙыштыҡ…
Башланғыс класс уҡыусылары таралыша башланы, ә урта һәм өлкән кластар Бөтә донъя шиғриәт көнөнә арналған әҙәби флешмоб башланыуын
көтөп ҡалдылар. Гөлнур Әнүәр ҡыҙы Батыршина башта Шиғриәт көнөнөң тарихы менән таныштырып, презентация күрһәтте. Уҡыусылар күренекле рус һәм башҡорт шағирҙарын иҫкә төшөрҙөләр. Күп тә үтмәй, һәр класс үҙҙәре ятлаған шиғырҙарын рус телендә лә, башҡорт телендә лә һөйләп ишеттерҙе.
Мин ҡайтырға йыйынғанда уҡыусыларҙың көр тауышынан мәктәп гөр килә ине.
Үҙем оло юлдан атлап ҡайтып барам, үҙем изге теләктәремде тағы ла ҡабатлайым: шулай гөрләп торһон белем усаҡтары, балаларҙың шат тауыштары бер ваҡытта ла тынмаһын, донъялар тыныс булһын.
Фатима САФИНА,
ветеран уҡытыусы.

Ибраһим ауылы.
 
 
 Эшсе һөнәрҙәре тимерлеге
 Красноусолдағы элекке 130-сы һанлы һөнәрселек училищеһы, хәҙер Талбазы күп профилле колледжының Красноусол филиалы районыбыҙҙа ауыл хужалығы өсөн кәрәкле белгестәр әҙерләүсе берҙән-бер уҡыу йорто булып тора. Бында Миҙхәт Әхмәт улы Иҙрисов етәкселегендә үҙ эшенең оҫталары булып торған берҙәм, татыу, изге күңелле коллектив тупланған. Белем усағына уҡырға килгән төрлө кимәлдәге балаларҙы үҙ ҡанаты аҫтына алып, һәр ваҡыт ҙур һорау менән файҙаланылған, бынамын тигән эшсе һөнәрҙәренә уҡытып сығаралар.
Бында минең энекәшем Рөстәм Сөләймәнов та уҡып, иретеп йәбештереүсе, ташсы-мейессе һөнәрҙәрен алып сыҡты, ғинуар айында ҡулына диплом алды. 9-сы кластан һуң уҡырға инеп, ике йылдан ашыу белем алыу арауығында миңә йыш ҡына уның (үкһеҙ етем булғанлыҡтан) янына, училищеға барып йөрөргә тура килде. Ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә, бындағы хеҙмәткәрҙәр ниндәй генә вазифа биләүенә ҡарамаҫтан, һиңә ярҙам итер, фәһемле кәңәштәрен бирер ине. Тәүгеһенән тыуған йорттарынан айырылып сыҡҡан үҫмерҙәр өсөн янып-көйөп, һәр аҙымын контролдә тотоп, белем биреп кенә ҡалмай, ысын кешеләр итеп тәрбиәләп тә сығарыуҙары хуплауға лайыҡ. Бының өсөн филиал мөдире М.Ә.Иҙрисовҡа, уҡытыусыларға, бигерәк тә Рөстәмдең мастерҙары Закир Сөләймәнов менән Әфҡәт Әбделмәновҡа, төркөм етәксеһенә рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Эштәрендә уңыштар теләп ҡалам.
Рәсилә ИШМОРАТОВА.
Игенйылға ауылы.
 
Килеп күрһәләр, белерҙәр ине
Күңелдәргә яҡты өмөттәр уятып тағы ла яҙ етте, ҡарҙар ирей, юлдар асыла.
Соҡор (Ровенская) урамы буйлап көньяҡтан төньяҡҡа табан килеп, полиция идаралығы бинаһы эргәһенән йәйәүле кешеләр ҙә, машиналар ҙа саҡ-саҡ үтеп йөрөй. Ҙурлығы 0,5 м 2, тәрәнлеге 12-15 см-ға еткән соҡорҙар барлыҡҡа килгән. Был соҡорҙар Совет урамы буйлап, Гагарин урамы киҫелешенә тиклем дауам итә. Халыҡты социаль яҡлау бүлеге бинаһы тапҡырындағы соҡорҙар урамдың йәмен ебәрә, кешеләр күңелендә нәфрәт тойғолары тыуҙыра.
Күренешенә, боҙолоп бөтөүенә ҡарағанда, был юл ундарса йыл тәрбиә, ремонт күргәне юҡ.
Юл төҙөлөшө эшенә бәйле етәксе иптәштәр, Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Р.З.Мөхәмәҙиева килеп күрһен һәм соҡорҙарҙы бөтөрөргә ярҙам итһен ине.
Вилдан ШӘРИПОВ.
Красноусол ауылы.