Темалар төрлө, авторҙар ишле булһын!
16 июня 2016 йыл | Хаттар

Май айында гәзит уҡыусыларыбыҙҙан 70 хат алдыҡ. Улар араһында социаль өлкәләге яңылыҡтар,
9 Май – Бөйөк Еңеү көнөнә, һуңғы ҡыңғырауға, балалар көнөнә арналған хәбәрҙәр бар ине, ойошмалар белгестәре халыҡты тейешле мәғлүмәттәр менән таныштырып торҙо. Шулай уҡ уңғандар, яҡшы кешеләр хаҡында яҙылған хаттарға шатбыҙ. Һәр өлкә үҙенсә иғтибарға, гәзит битендә яҡтыртыуға лайыҡ.
Баҡсаларҙа ҡыҙарып еләк бешә. Тәбиғәттең йәмле мәле лә кешеләрҙе үҙенә нығыраҡ арбай. Сағыу йәшеллеккә, иҫ киткес хозурлыҡҡа бай июнь айы менән бергә ауыл эшсәндәренең тынғыһыҙ көндәре лә башланды. Шулай ҙа тоғро дуҫтарыбыҙ – уңған ауыл хәбәрселәре беҙҙең менән бәйләнеште өҙмәҫ, тип ышанабыҙ. Ауылдаштарығыҙ ниндәй хәстәрлектәр менән йәшәй? Мәктәп уҡыусылары каникулды ниндәй тәьҫораттар менән башлап ебәрҙе?
Хөрмәтле уҡыусылар! Аҡыллы кәңәштәр, эшлекле тәҡдимдәр, йөкмәткеле хаттар көтөп ҡалабыҙ. Тоғро дуҫтарыбыҙ янына яңы исемдәр артһа, тағы ла шатбыҙ. Гәзит менән хеҙмәттәшлек итеүгә йәш сикләүҙәре юҡ. Һәр кем тулы, мәғәнәле хәбәр-хаттар яҙып ебәрә ала. Темалар төрлө, авторҙар ишле булһа, гәзит тә йәмлерәк, уҡымлыраҡ була. Бәйләнеш дауам итһен, хаттар яҙығыҙ беҙгә!

Хаттар бүлеге.