Ауылым биҙәктәре
29 июня 2016 йыл | Хаттар, Йәмғиәт

Фәрғәт менән Роза йорттары алдында.Фәрғәт менән Роза йорттары алдында.
        Килгән ҡунаҡтар өсөн әйтеп үтәйек: унда татыу һәм егәрле Фәрғәт Ихсанов  менән уның хәләл ефете Роза йәшәй. Әсәйем әйтмешләй, йорттары ҡыйып баҫҡыһыҙ. Ысынлап та, өй эсендә һәр бүлмә, ундағы йыһаз уйланып, зауыҡ менән эшләнгән. Күңел йылыһы биреп, үҙ ҡулдарың менән эшләгән әйбер ҡәҙерле була, унан йылылыҡ бөркөлөп тора шул. Йорт эсендә ундай йыһаздар, әйберҙәр күп. Ә хужабикәнең үҫтергән гөлдәре араһында ниндәйе генә юҡ! Роза еңгәй роза гөлдәренән башлап, улар тураһында сәғәттәр буйы һөйләй ала. Ә Фәрғәт ағай аҙ һүҙле, ҡатын-ҡыҙ эшенә лә бик ҡыҫылырға яратмай. Ҡайһылыр арала урамға сығып та киткән. Үҙ эше менән булып йөрөй. Урам тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт, бал ҡорттары бе-зләп умарталары тирәһендә геү килә. Донъя мәшәҡәте менән шулай көн артынан көн үткәреп йәшәп ята улар. Әллә ҡайһы арала улы менән ҡыҙы ла үҫеп еткән. Инде улар ҙа башлы-күҙле булып, айырым донъя көтәләр. Атай-әсәй янына ҡунаҡҡа ғына ҡайтып йөрөйҙәр...
         Ихсановтар тураһында яҙырымды белгәс, әсәйем үҙҙәренең йәш саҡтарын иҫкә төшөрөп алды. "Уларҙың ата-әсәһе - беҙҙең ғаилә дуҫтарыбыҙ булды. Бәләкәйҙән бергә уйнап үҫкән Акрам менән Тимерйән ғаилә ҡорғас та дуҫлыҡтарын һүндермәй, үлгәнсе тигәндәй бергә булдылар... Электән шундай йола йәшәп килә: дуҫлашырға теләгән ғаиләләр оло табын йыйып, шаһиттар алдында һүҙҙәр әйтешеп, бүләктәр бирешәләр. Шулай дуҫлыҡтарын нығытып ҡуялар ине. Беҙ ҙә, ике йәш ғаилә, йола буйынса эшләнек: бер-беребеҙгә һарыҡтар бирештек, ирҙәргә, ҡатындарға, тыуған балаларға оҡшарлыҡ бүләктәр таратыштыҡ. Ул ваҡытта инде беҙҙең Гүзәл, дуҫтарҙың ғаиләһендә Рәзилә исемле һылыу ҡыҙ үҫә ине. һуңынан ҡыҙҙар ҙа аралашып, дуҫлашып үҫте. Бергә мәктәптә уҡынылар. Икенсегә ғаиләләрҙә малайҙар тыуҙы: Илшат менән Фәрғәт. Улар ҙа үҫә килә дуҫ булып китте. Шулай итеп беҙҙең ғаиләлә 9 бала, дуҫтарыбыҙҙың ғаиләһендә 8 бала үҫте. Миңлеямал менән Тимерйән бик егәрле булдылар, колхозда эшләргә лә, йорт мәшәҡәттәренә лә өлгөр булдылар. Мин дуҫтарыбыҙҙың балалары менән дә ғорурланам. Ата-әсәләре иртәрәк донъя ҡуйҙы шул. Балаларының матур йәшәүҙәрен күреп, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит. Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ шул!.."
         "Өс таған таймаҫ" - тигән әйтем бар халыҡта. Ауыл-да Ихсановтарҙың өс улы төпләнеп, матур
донъя ҡороп йәшәй. Фәрғәт ағалары менән бер рәттән тағы бер өй аша, атаһының икенсегә бөтөрөп сыҡҡан йортонда, Әмир ғаиләһе менән йәшәй. Шундай һоҡланырлыҡ
донъя көткән егәрле атайҙан насар йорт ҡаламы һуң?! Уны тағы ла күркәмерәк, йәмлерәк итеп, атай-әсәй яҡҡан усаҡты һүндермәй йәшәй белә балалары! Олатай нигеҙен дә һаҡлай улар. Ата-әсәһенең тәүге йорто торған урамын Фәрғәт ағалары ҡарай икән. Тирә-яғын яңынан кәртәләп, буяп ҡуймаҡсы. Киләсәктә йә Стәрлелә йәшәгән Рәмиз, йә Салауатта йәшәгән Фәрүәз энекәштәре ғаиләһе менән ҡайтып төшөр, шунда йорт һалып ебәрер, бәлки, тип өмөтләнә ағайҙар. Шул йортҡа күрше Фәнил дә матур йорт бөтөрөп, күп балалы ғаилә ҡороп йәшәй. Ҡатыны Флүзә менән урам тулы мал-тыуар аҫрай. Ауылда иң күп мал тотоусы уларҙыр, моғайын! Улар хаҡында гәзит биттәренән уҡып, һөйөнөп торабыҙ. Өс ҡыҙҙары Рәзилә, Земфира, Эльвира бөтә яҡлап та бер-береһенә терәк-таяныс булып, Стәрлелә бер тирәгә урынлашып, йәшәп яталар икән.
         "Тимерйән менән Миңлеямалдың балалары ата-әсәһенә оҡшап егәрлеләр, уңғандар. Ҡайтҡан-киткән арала туғандарына ярҙам итеп торалар. Ауыл байрамына ла әллә ҡасан әҙерләнә башлағандарҙыр әле улар. Иң матур, иң күркәм йорт-ҡура уларҙыҡы инде ул! Атаһы менән әсәһе йорт тирәһен сым-гатау итеп көтә ине бит! Алма ағасынан йыраҡ төшмәй ул,"- тип өҫтәп ҡуя әсәйем.
          Ауыҙ тултырып һөйләрлек, өлгө алырлыҡ ғаиләләр бар әле бар Һабай ауылында. Был юлы ғаилә дуҫтарыбыҙҙың матур тормош көтөүенә шатланып-һоҡланып ҡайттыҡ. Күҙ теймәһен! Шулай ауылыбыҙға йәм биреп, ауылыбыҙ биҙәге булып йәшәгеҙ әле, дуҫтар!
Гөлшат ВӘЛИЕВА.