Ағастар ни һөйләй? Тарих һөйләй...
29 июня 2016 йыл | Хаттар

Толпар ауылындағы "Вилдан бабай ҡарағайы".Толпар ауылындағы "Вилдан бабай ҡарағайы".
      Иғтибарлап ҡараһаң, өйәңке һәм тирәктәр кемдең ихатаһында, кемдең өйөнә яҡын, урамында үҫкән – шул кешенең исеме ҡушылған икән. Мәҙәниәт йорто эргәһендәге ярымутрауҙа Дубыр өйәңкеһе лә бар ине. "Йондоҙ” колхозының өсөнсө бригадаһының ат һарайы урамы эсендә бер яҡ ситтә үҫеп ултыра ине ул. Ат һарайы (конный двор) халыҡ телендә - дубыр. Өйәңкенең исеме шунан килеп сыҡҡан.
Олатайым тирәге
      Олатайымдың тирәге ул йәшәгән өйгә яҡын ғына ерҙә, ихата эсендә үҫә ине. Үҫә ине, тип үткән заман килеше менән яҙһам да, тирәк әле лә бар, әле лә меҫкен булып үҫеп ултыра. Тирәкте ауыл халҡы Шәрип бабай тирәге тип йөрөттө. Олатайымдың тирәген, кем, ҡасан ултыртҡанын беҙ - уның вариҫтары, белмәйбеҙ. Оҙаҡ йәшәгән, күп ауырлыҡтар кисергән ул. Йыуанайған, ҡосаҡлаһаң, оло кешенең ҡоласы ла етмәй. Фаразлауыбыҙса, 280-300 йәштәр самаһында булырға тейеш.
      Олатайымды, 80 йәшлек бабайҙы, репрессия йылдарында кулак мөһөрө тағып, 1928 йылда өйөнән ҡыуып сығарғас, уның өйө оҙаҡ йылдар кешегә хеҙмәт итте. Ситтән күсеп килгән милиционер йәшәне, балалар баҡсаһы булды һ.б. Һуңғы йылдарҙа яңы өй һалып Мөхәррәм Ибраһимов йәшәне. Мөхәррәмдең үлеүенә лә 7 йыл тулды. Хәҙер ул урамда уның ғаиләһе йәшәй. Мөхәррәм булмағас, олатайымдың тирәге тәрбиәһеҙ етемһерәп тороп ҡалды, йәмһеҙләнде, йолҡошланды. Мөхәррәм олатайымдан үҙенә ҡалған тирәкте һаҡлап килә ине.
      Ауыл урамдарында үҫкән ағастар урман хужалығында йәки ауыл биләмәһе хакимиәтендә иҫәптә торорға тейеш тип уйлайым. Юғиһә, мөһабәт тирәктәрҙе лә ерле-юҡҡа ҡоротоп, йығыусылар ҙа юҡ түгел.
Фәйзулла өйәңкеләре
      Сәйетбаба мәҙәниәт йортоноң көнбайышында, Өйә йылғаһының боролоп ағыуынан барлыҡҡа килгән ярымутрауҙың майҙаны бер гектар самаһы ерҙе биләй. Ул уҙған 20-се быуаттың 70-се йылдарына тик-лем йәмһеҙ булып буш ята ине.
      Ярымутрауҙың да үҙенә күрә, хәтерләп һөйләрлек тарихы бар. Һуғыштан элек унда кустар (кәсепселәр) ойошмаһының контораһы, йыйылған тал ҡайырын, мискә ҡоршау өсөн әҙерләнгән му-йыл ағастарын һаҡлау өсөн эшләнгән лапаҫтары, япмалары була торғайны. Аҙағыраҡ, колхоз төҙөлгәс, кустар бөттө. Ярымутрауҙа ат һарайы төҙөп аттар аҫранылар.
      Колхоздың ат дағалай торған станогы булған тимерлеге лә шунда ине. Һуғыш йылдарында тимерсе булып Хәбибулла Йәнмырҙин, унан оҙаҡ йылдар Абдрахман Йәнмырҙин эшләне.
      Оҙаҡ йылдар ауыл Советы рәйесе булып эшләгән Фәйзулла Әһел улы Хәйруллиндың тәҡдиме һәм башланғысы менән ярым-
утрау кәртәләп алынды һәм өйәңке ағастары ултыртылды. Ағас ултыртыуҙа колхоз партия һәм комсомол ойошмалары ярҙам итте. Өйәңкеләр һәм тирәктәр бөтә майҙанды биләп, тиҙ үк үҫеп киттеләр һәм  ярымутрау ағастары шаулап үҫеп ултырған йәшел паркка әйләнде. Урта бер ерендә тансы, бейеү майҙансығы ла эшләнде. Киске һалҡындарҙа йәштәр йыйылып, күңел астылар.
      Һуңғы йылдарҙа паркка иғтибар бөттө. Кәртәләре туҙҙы, ул хәҙер һыйыр, быҙау, кәзәләрҙең паркына әйләнде. Йәш ағастар үҫә алмай, орлоҡтан шытып сыҡҡан үҫентеләрҙе мал ашап ҡоротоп тора.
      Яҡшылыҡ онотолмай, халыҡ күңелендә һаҡлана. Ташландыҡ, йәме юҡҡа сыҡҡан  паркты халыҡ күрә лә: "Фәйзулла өйәңкеләре”, - тип уфтанып уҙа. Булғанды юҡҡа сығарыу еңел булһа ла, ҡабаттан аяҡҡа баҫтырыу еңел түгел шул.
      Сәйетбаба ауыл хакимиәте һәм ундағы йәмәғәт ойошмалары йәштәрҙе өмәгә саҡырыр, парк яңынан йәмләнер тигән өмөттә ҡалайыҡ.
Минең ҡарағайым
      Толпар ете йыллыҡ мәктәбендә эшләгәндә, беҙ, уҡытыусылар, уҡыусылар менән күмәкләп яҙлы-көҙлө шыршы, ҡарағай ағастары ултыртыуҙа ҡатнаша торғайныҡ. Йәйге осорҙа ағастарҙы тәрбиәләп үҫтереүҙә лә ҡатнаштыҡ, урман ҡараусы (лесник) Насирулла Фәтҡотдиновтың ышаныслы ярҙамсылары булдыҡ. Беҙ уға рәхмәтле булһаҡ, ул беҙҙең ярҙамыбыҙҙы юғары баһалай ине. Уҡыусыларыбыҙҙа тәбиғәткә һөйөү тойғоһо тәрбиәләнде, хеҙмәткә ҡараштары нығыны, эшләп өйрәнделәр, егәрле, булдыҡлы булып үҫтеләр.
      Мәктәптә уҡыусылар һаны ла күп ине ул саҡта. 157 уҡыусы уҡыны. Малайҙар ғына түгел, юғары, йәғни 5,6, 7-се класс ҡыҙҙары ла мәктәпкә утын әҙерләгәндә ҡул бысҡыһы менән утын быстылар, малайҙар калун балтаға туҡмаҡ менән һуғып, шартлатып утын түмәрҙәрен ярҙы.
      1957 йылдың яҙы. Ағас ултыртып ҡайтып килгәндә, лесник Насирулла: "Вилдан ағай, һиңә исемләп, бына ошонда, минең баҡса эргәһендә, ағас ултыртайыҡ”, - тип тәҡдим яһаны. Ҡарағайҙы ултырттыҡ, ул тамырын нығытып үҫеп китте. Үҫентеһе, ултыртҡан саҡта, 3 йәшлек ине. Тимәк, быйыл минең ҡарағайға 61-се йәш. Ҡарағай йыуан, оҙон булып үҫкән, тау битен йәмләп, мөһабәт булып үҫеп ултыра (һүрәттә).
      Толпарға барған һайын мин уны яратып ҡосаҡлайым, тәмле сайыр еҫе сығып торған ҡабыҡтарынан һыйпайым. Ерҙә ятҡан тубырсыҡтарын йыйып өйәм. Ҡарағай үҫеүен дауам итә, мин фани донъянан баҡыйлыҡҡа күскәс тә үҫер ҙә үҫер әле. Оҙаҡ йылдар йәшәр. Толпар ауылында йомарт, изгелексән, тәбиғәтте яратҡан халыҡ йәшәй, уларҙың киләсәк быуыны минең ҡарағайҙы һаҡлап үҫтерәсәктәренә ышанам. Әле, минең ҡарағайҙы, мине хөрмәтләп: "Вилдан бабай ҡарағайы”, - тип йөрөтөүҙәре лә уларға ҡарата йөрәгемдә рәхмәт тойғолары тыуҙыра.
Ауылыбыҙ ихаталарында үҫкән ағастар-ҙы һаҡлау, уларҙы киләсәк быуынға тапшырыу һәр кемдең изге бурысы бит ул. Ағастар үҫтереү еңел түгел, уларҙы тәрбиәләһәң генә матур булып үҫә. Тамырына балта сабылыуҙан һаҡланған ағасты күреү үҙе ҙур шатлыҡ бит. Ауылдарыбыҙ йәмләнһен, йәйгелектә йәшеллеккә күмелһен. Ағастар ултыртайыҡ, ауылдаштар!
Вилдан ШӘРИПОВ.
Красноусол ауылы.