Элекке кинолар һағындыра
27 августа 2016 йыл | Хаттар, Йәмғиәт

Уның хеҙмәт биографияһы Үтәктә 7 класс тамамлағас, клуб мөдире булып башлана. Ә армия хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Бәләбәйгә киномеханиклыҡҡа уҡырға ебәрәләр. Училищены яҡшы тамамлап, 3 разрядлы киномеханик таныҡлығы менән ул районға эшкә ҡайта. Үҙе Үтәктә йәшәһә лә, Туғай, Сахалин, Ҡаҙыған Ҡабаҡ, Игенселәр ауылдарында күсмә кино аппараты менән кино күрһәтә. Тар таҫмалы "Украина” аппараты менән һәр кис күсмә экранды элеп ҡуйып, клуб булмаған ауылдарҙа урамда, магазин, янғын һағы эргәһендә лә кино күрһәтергә тура килгән уға.
Киномеханик булып пенсияға сыҡҡансы, 40 йылдан артыҡ хеҙмәт итеп, хеҙмәт ветераны булып эшенән туҡтай Әсҡәт ағай. Был һөнәрҙе һайлағанға ул бер ҙә үкенмәй. Киномеханик һөнәренең бар үҙенсәлеген яҡшы белгән, кино сәнғәтен үҙ иткән Әсҡәт Абдулла улы йыш ҡына шул йылдарҙы һағынып иҫкә ала.
- Эш көнө күрһәтеләсәк фильм тураһында иғлан яҙып элеүҙән башлана торғайны, - тип хәтерләй ул, - шунан йә Красноусолдан кино килгәнен көтәһең, йә күрше Туғай ауылына кино алырға китәһең. Юлда иһә төрлө хәлдәр була, ҡайһы саҡта күпмелер араны техникала үтеү бәхете тейә, ҡайһы ваҡыт кинотаҫма тултырылған һауыттарҙы күтәреп, йәйәү ҡайтырға ла тура килә ине. Аҙағыраҡ үҙемә мотоцикл алғас, юл йөрөү еңеләйҙе, - ти ул. - Унан кинопленкаларҙы әҙерләргә кәрәк, ул иҫкергән икән, күрһәткән саҡта өҙөлөп теңкәне ҡорота, элек клубтар һыуыҡ, мейескә күпме яҡһаң да, иҫке клуб йылынмай ине.
Нисек кенә булмаһын, ауыл кешеһе өсөн киноның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ булды. Был мәлде хәҙер күптәр йәшлек хәтирәһе итеп һаҡлай. Күпме йәштәрҙе осраштырып ҡауыштырған бит ул кино! Заманында ауыл клубтарында күрһәтелгән ҡайһы бер киноларҙы халыҡ бөгөнгөләй яҡшы хәтерләй. Бигерәк тә һинд кинофильмдарын: "Господин-420”,  "Танцуй-танцуй”, "Любовь в Кашмире”, "Зита и Гита” һымаҡ фильмдар килһә, ололар ҙа, йәштәр ҙә, хатта ултырғыс күтәреп тә фильм ҡарарға киләләр ине, ундай кинолар менән планды 2-3 тапҡыр арттырып үтәгән киномеханиктар.
Шул уҡ ваҡытта тамашасылар совет кинофильмдарын да яратып, үҙ итте, бигерәк тә һуғыш тураһындағы фильмдарҙы ололар ҡалдырмай ҡарай ине, сөнки Советтар Союзы осоронда сыҡҡан кинофильмдарҙың тәрбиәүи роле ҙур булды. Күпме быуын А.Гайдай, В.Шукшин, Э.Рязанов, С.Бондарчук, Н.Михалков кеүек билдәле кинорежиссерҙарҙың фильмдарын ҡарап үҫте.
Кино -  халыҡтың аңына һәйбәт йоғонто яһаусы иң көслө алымдарҙың береһе булды. Тамашасы ундағы геройҙар өсөн тулҡынланып, уларҙан үрнәк алып йәшәне. Матур тормошто сағылдырған, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған ябай ғына сюжетлы фильмдар һәр кемдең күңелен арбай ине. Минеңсә, хәҙер шундай киноларға ҡытлыҡ кисерәбеҙ.
Ауыл клубтарында кинофильмдар күрһәтеүҙе яңынан тергеҙһәләр, йәштәр, уҡыусы балалар патриотик рухтағы фильмдарҙы ҡарап, фәһем алыр ине, - ти Әсҡәт Абдулла улы.
Эйе, бик хаҡ һүҙҙәр. Үҙебеҙҙә төшөрөлгән матур сюжетлы йәнһүрәттәр, кинофильмдар ҙа бар бит. Киләсәктә кинотеатрҙарҙы ҡалаларҙа ғына түгел, ә ауылдарҙа ла тергеҙергә ине. Юҡһа, бар халыҡ өйҙәренә йомолоп, телевизорҙан йәки Интернеттан еңел-елпе тапшырыуҙарҙы ҡарап тик ултыра.
Бөтә ғүмерен кино селтәренә бағышлаған Әсҡәт ағайҙың тормошо үҙе үк матур фильмға торошло. 86-сы йәше менән барһа ла, туп-тура баҫып йөрөүсе, етеҙ, эшсән ағай ул. Тормош иптәше Наилә апай фани донъяға күскәс, әлеге көндә үҙе кеүек егәрле, ҡупшы Лира апай менән әүҙем генә йәшәп яталар. Бик күп йылдар, 80 йәшенә тиклем, күпләп мал-тыуар тоттолар. Әлеге көндә ҡош-ҡорт аҫрап, йәшелсә баҡсаһында төрлө йәшелсәләр үҫтерәләр.
Әсҡәт Абдулла улының намыҫлы хеҙмәтен 1986 йылда уҡ "Киноселтәр алдынғыһы” билдәһе менән ҙурланылар. Бөгөн хеҙмәт ветераны республика һәм район етәкселәренең бихисап Маҡтау грамоталарын, Рәхмәт хаттарын ҡәҙерләп һаҡлай.
Зәйтүнә ЗӘЙНЕШЕВА.
Красноусол ауылы.