Тубыҡтан батҡаҡ кисәбеҙ
22 сентября 2016 йыл | Хаттар, Шылтырат!

Һамар биҫтәһендәге беҙҙең Тау урамы юлдарына ҡырсынташ түшәргә кәрәк, тип күптән һүҙ ҡуҙғатабыҙ, тик вәғәҙә итәләр ҙә оноталар. Әле бына ямғырҙар башланыу менән урамыбыҙ үткеһеҙ һаҙлыҡҡа әйләнде, машина менән дә, атлап та йөрөрлөк түгел, тубыҡтан батҡаҡ. Ә күпме бала мәктәпкә йөрөй, улар ҙа бысранып-һыуланып бөтәләр. Шуға ла тотош урамыбыҙ кешеләре беҙҙең урамға ҡасан сират етер, ҡырсынташ түшәлерме, тип көтә.
Урамда йәшәүселәр исеменән:
А.НОҒОМАНОВ,
И.КӘРИМОВ,
Л.ИПАТОВА,
Р.ЮЛМӨХӘМӘТОВ,
В.ЗАРОГЦЯН һәм башҡалар.