Уңғандар йәшәтә ауылды
22 сентября 2016 йыл | Хаттар

Ғаилә башлығы Динар Яңы Тайыш ауылында Әлфиҙә менән Венер Үтәгәновтарҙың баш балалары. Бөтмөр, һәр эшкә егәрле булып буй еткерҙе егет. Атайҙары йәшләй генә гүр эйәһе булғас, инәйҙәренең төп таянысы-терәге, энекәше Илнарҙы ҡарауҙа ярҙамсыһы булды.
Шәхси ихаталарында күпләп мал аҫрап йәшәгән ғаиләнең хужабикәһе Әлфиҙә апай бирешмәне, улдарын аяҡҡа баҫтырыуҙа ла, ишле малды кәметмәҫ өсөн дә бар тырышлығын һалды. Ауылда төпләнергә ҡарар итә Динар һәм Аҡташ ауылынан Миңлегөл менән Мәхәмәт Иҙрисовтарҙың икенсе ҡыҙҙары Ленира менән яҙмыштарын бәйләп, башта Яңы Тайыш-та төпләнеп йәшәнеләр. Динар әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтты, кәләше
ауылда балаларға белем бирҙе. Ҡыҙҙары Диана менән Алһыу донъяға килде, хәҙер инде өлкәне 3-сө класҡа уҡырға барҙы, бәләкәсе балалар баҡсаһына йөрөй. Ауылда мәктәп булмағанлыҡтан, Үтәгәновтар Юрмаш ауылына күсенергә мәжбүр булдылар. Ә Ленира үҙе Ҡарағайға йөрөп "Гөлдәр” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Ул балаларҙы бик ярата, улар менән матур, яғымлы итеп һөйләшә, уртаҡ тел табып аңлашып, йөрәк йылыһын биреп тәрбиәләй балаларҙы. Балалар ҙа яраталар үҙен.
Ихаталарында нин-дәй генә техника, кем әйтмешләй, самолет ҡына юҡ. Техника йәнле Динар үҙ техникаһы менән ауыл халҡына ҙур ярҙам күрһәтә, кемгәлер бесән саба, уны килтерә, баҡсаһын һөрә, ҡайһыларына утын килтереп бирә. Ошондай уңғандар ауылды йәшәтә лә инде.
Тәғзимә  САЛАУАТОВА.
Ҡарағай ауылы.